Төшөрмә
b 2 Йылъяҙма 26:4, 5, 16—19: «Атаһы Амазыя кеүек, ул Йәһүә алдында дөрөҫ булғанды ҡылып йәшәне. Үҙен Аллаға ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшәргә өйрәткән Зәкәриә көндәрендә Озия Алланы эҙләне. Ул Йәһүәне эҙләп йәшәгән ваҡытта Алла уны үҙ фатихаһынан айырманы... Әммә ҡеүәтләнеп алғас, ул үҙ башына ғорур йөрәкле булып китте. Ул, төтәҫләү урынында фимиам яндырыу өсөн Йәһүәнең ғибәҙәтханаһына кереп, үҙенең Аллаһы Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡһоҙлоҡ күрһәтте. Әммә Азарыя рухани һәм уның менән Йәһүәнең 80 ҡыйыу руханийы шунда уҡ уның артынан керҙеләр ҙә, Озия батшаға ҡаршы төшөп, былай тинеләр: „Озия, һинең Йәһүәгә фимиам яндырырға хаҡың юҡ! Фимиамды руханиҙар ғына яндырырға тейеш, сөнки улар — Һарундың изгеләндерелгән тоҡомдары. Сыҡ изге урындан! Һин тоғролоҡһоҙ эш иттең, бындай ҡылығың өсөн Йәһүә Алланан хөрмәт күрмәҫһең!“ Ләкин төтәҫләү һауытын тотоп торған Озияның асыуы ҡабарҙы. Руханиҙарға асыуы ҡайнаған мәлдә, уның маңлайына махау сыҡты. (Был хәл улар Йәһүә йортонда, төтәҫләү урыны янында торғанда булды.)»