Төшөрмә
a Малахи 3:1—3: «„Бына! Мин хәбәрсемде ебәрәм, һәм ул алдымдағы юлды таҙартыр. Һеҙ эҙләгән хаҡ Раббы үҙ ғибәҙәтханаһына ҡапыл килер; һеҙ шатланып көткән килешеү хәбәрсеһе лә килер. Ул, һис шикһеҙ, киләсәк“, — ти Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. „Ләкин уның килеү көнөн кем кисереп сығыр һәм, ул килгәс, кем ныҡ ҡала алыр? Ул металл иретеүсенең ялҡыны һәм кер йыуыусының һелтеһе шикелле булыр бит. Ул, металл иретеүсе һәм көмөштө сафландырыусы һымаҡ, килеп ултырыр һәм Леви улдарын сафландырыр. Ул уларҙы алтын менән көмөштө сафландырғандай сафландырыр, һәм Йәһүә өсөн улар тәҡүәлектә бүләк килтереүсе халыҡ булып китер“».