Төшөрмә
a Колосстарға 3:10—14, ЯДТ: «Яңы шәхес булып кейенегеҙ. Ул хаҡ белем ярҙамында үҙен Булдырыусыға оҡшаш итеп яңыра бара. Ундай кеше өсөн грек, йәһүд, сөннәтле, сөннәтһеҙ, сит ил кешеһе, скиф, ҡол йә ирекле араһында айырма юҡ. Әммә барыһы һәм барыһында Мәсих. Шулай итеп, изгеләр һәм һөйөклөләр, Алланың һайланғандары булараҡ, кейем кейгәндәй, наҙлы хистәр һәм ҡыҙғаныу, игелек, баҫалҡылыҡ, йыуашлыҡ һәм сабырлыҡты кейегеҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булып һәм бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисереп йәшәгеҙ. Хатта һеҙҙе берәйһе рәнйетһә лә, шулай эшләгеҙ. Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш. Быларға өҫтәп, кейем кейгәндәй, яратыуҙы кейегеҙ, сөнки ул кешеләрҙе тулыһынса берләштерә».