Төшөрмә
d Зәкәриә 5:5—8: «Унан һуң минең менән һөйләшкән фәрештә, яныма килеп, былай тине: „Башыңды күтәреп ҡара әле. Ҡара, нимә яҡынлашып килә“. Мин унан: „Был нимә?“ — тип һораным. Ул: „Яҡынлашып килгән нәмә — үлсәү һауыты“, — тип яуапланы. Шунан ул: „Был бөтөн ерҙәге теге боҙоҡ әҙәмдәрҙең күренеше“, — тип өҫтәне. Түңәрәк ҡурғаш ҡапҡас асылғас, мин һауыт эсендә ултырған бер ҡатынды күрҙем. Шунда фәрештә миңә: „Был — Яуызлыҡ“, — тине. Шунан ул шул ҡатынды кире һауытҡа этеп ебәрҙе һәм һауыт ауыҙын ҡурғаш ҡапҡас менән япты».