Төшөрмә
d Ҡайһы берәүҙәр, Яхъя 7:53—8:11-ҙәге өҙөккә һылтанып, зина ҡылыусыны гонаһһыҙ кеше генә хөкөм итә ала, тип раҫлай. Был өҙөк Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә осраһа ла, күптәргә уның Алла тарафынан рухландырылған текстың өлөшө булмағаны һәм унда һуңыраҡ өҫтәлгәне билдәле түгел. Шунлыҡтан был өҙөк яңынан ҡарап сығылған «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»нә (тат.) индерелмәгән. Өҫтәүенә, Алла Израилгә биргән ҡанунда былай тиелгән булған: «Әгәр берәй ир башҡа кешенең ҡатыны менән ятһа, улар икеһе лә — был ҡатын менән ятҡан ир ҙә, шул ҡатын да үлергә тейеш. Шулай итеп Израилдән яуызлыҡты бөтөр» (Ҡан. 22:22).