Төшөрмә
a 1 Батшалар 17:20—22: «Ул, Йәһүәгә ялбарып, былай тине: „Эй Аллам Йәһүә, был малайҙың үлеүенә юл ҡуйып, мин йәшәгән ошо тол ҡатынға ла зарар килтерерһеңме?“ Унан һуң ул, баланы өс тапҡыр ҡосаҡлап, Йәһүәгә: „Эй Йәһүә Аллам, зинһар, был балаға йән керһә ине“, — тип ялбарҙы. Йәһүә Ильястың ялбарыуын ишетте, һәм балаға йән керҙе, ул һулап ебәрҙе».