Төшөрмә
b 1 Йылъяҙма 29:11—14: «Эй Йәһүә, һин бөйөклөк, көс-ҡөҙрәт, матурлыҡ һәм дан-шөһрәт менән мөһабәтлеккә эйә, сөнки күктә лә, ерҙә лә бар нәмә — һинеке. Батшалыҡ та — һинеке, эй Йәһүә! Баш булараҡ, һин барыһы өҫтөнән юғары. Байлыҡ та, дан да һинән килә, һәм һин барыһы өҫтөнән идара итәһең. Һинең ҡулың ҡөҙрәтле, ҡеүәтле һәм барыһын да бөйөк һәм ныҡ итергә һәләтле. Һәм хәҙер, эй Аллабыҙ, беҙ һиңә рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ һәм данлыҡлы исемеңде маҡтайбыҙ. Шулай ҙа ошо бүләктәрҙе килтерергә кем һуң мин, һәм минең халҡым — кем?! Бөтә нәмә һинең ҡулыңдан килмәйме ни?! Һинән килгәнде беҙ һиңә бирәбеҙ».