Төшөрмә
b Данил 6:7—10: «„Батшалыҡтағы бөтә түрәләр, башлыҡтар, сатраптар, юғары дәрәжәләге түрәләр һәм идарасылар — барыһы, бергә кәңәшләшеп, батша указы сығарырға кәрәк тигән ҡарарға килде. Уның буйынса, эй батша, 30 көн дауамында һинән башҡа берәй кешегә йә илаһҡа үтенеп мөрәжәғәт итеү тыйыла, ә уны үтәмәгән һәр кем арыҫландар соҡорона ташланасаҡ. Хәҙер, батша, был указды ҡабул итеп, ҡул ҡуй, ул үҙгәртелмәһен, сөнки мидиялылар менән фарсыларҙың законы — үҙгәрмәҫ закон“. Шунда Дарий батша был указға һәм тыйыуға ҡул ҡуйҙы. Данил иһә, шул указға ҡул ҡуйылғанын белгәс, өйөнә ҡайтып китте. Өҫкө бүлмәһендәге тәҙрәләре Иерусалимға ҡарай ине. Данил, ғәҙәттәгесә, көнөнә өс тапҡыр, теҙләнеп, Аллаһына доға ҡылды һәм маҡтауҙар белдерҙе».