Төшөрмә
a 2 Самуил 16:5—7, 13: «Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул йорто ғаиләһенән бер кеше — Ғәйрәнең улы Шимғәй — ләғнәт һүҙҙәре ҡысҡыра-ҡысҡыра уның ҡаршыһына сыҡты. Ул Дауытҡа һәм Дауыт батшаның бөтә хеҙмәтселәренә, шулай уҡ батшаның уң һәм һул яғындағы бөтә кешеләргә һәм ғәйрәтле һуғышсыларға таш бәрә-бәрә барҙы. Шимғәй уны былай тип ҡәһәрләй ине: „Йөрөмә бында, кит бынан, ҡан ҡойоусы! Йүнһеҙ бәндә!“ Дауыт үҙ кешеләре менән юлын дауам итте, ә Шимғәй тау бите буйлап, ләғнәт уҡый-уҡый, Дауытҡа таш бәреп, туҙан һибеп, артынан ҡалмай барҙы».