Төшөрмә
b Ишағыя 55:1—3: «Килегеҙ, эй һыуһаған бөтә кешеләр, һыу алырға килегеҙ! Аҡсалары булмағандар, килегеҙ, алығыҙ һәм ашағыҙ! Эйе, килегеҙ, аҡсаһыҙ һәм түләүһеҙ шарап һәм һөт алығыҙ. Ниңә һеҙ икмәк булмаған нәмә өсөн аҡса түләйһегеҙ? Ниңә хеҙмәт хаҡығыҙҙы тамаҡ туйҙырмаған нәмә өсөн сарыф итәһегеҙ? Мине иғтибар менән тыңлағыҙ һәм яҡшы ризыҡ ашағыҙ, шунда йәнегеҙ ысындан да туҡлыҡлы ризыҡҡа кинәнер. Ҡолаҡ һалығыҙ һәм яныма килегеҙ. Тыңлағыҙ, һәм йәнегеҙ иҫән булыр, мин, һис шикһеҙ, һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн. Быны мин Дауытҡа даими күрһәтергә вәғәҙә иткән тоғро мәхәббәтем буйынса эшләрмен».