Төшөрмә
c 2 Йылъяҙма 14:2, 6, 7: «Аса үҙенең Аллаһы Йәһүә ҡарашында яҡшы һәм дөрөҫ булғанды ҡылды. Илдә тыныслыҡ хөкөм һөргәнгә, ул Йәһүҙәлә нығытылған ҡалалар торғоҙҙо. Шул йылдарҙа бер кем дә уға ҡаршы һуғыш асманы, сөнки Йәһүә уға бар дошмандарынан тыныслыҡ бирҙе. Аса йәһүдтәргә былай тигән ине: „Әйҙәгеҙ, ҡалалар төҙөйөк, уларҙы манаралы стеналар менән уратып алайыҡ, ҡапҡалар һәм биктәр ҡуяйыҡ. Ер әле лә беҙҙеке, сөнки беҙ Аллабыҙ Йәһүәне ҡалдырмайбыҙ. Беҙ уға хеҙмәт итәбеҙ, һәм ул беҙгә тирә-яғыбыҙҙағы бар дошмандарҙан тыныслыҡ бирҙе“. Улар төҙөү эштәренә кереште һәм уңышлы булды».