Төшөрмә
a Оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙең: «Армагеддонға тиклем ҡартайырмын тип уйламаған инем», — тип әйткәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа был яуыз донъянан арыныҡ һәм Йәһүәнең уны тиҙерәк юҡ итәсәген теләйбеҙ. Шулай ҙа беҙгә түҙемле булырға өйрәнергә кәрәк. Был мәҡәләлә көтөргә ярҙам иткән Изге Яҙмалағы принциптарға иғтибар итербеҙ. Шулай уҡ ниндәй ике өлкәлә Йәһүәне түҙемлек менән көтөргә кәрәк икәнен белербеҙ. Һәм түҙемлек сағылдырырға әҙер булғандарҙы ниндәй фатихалар көткәнен ҡарап сығырбыҙ.