Төшөрмә
d Зәбур 23:1—6: «Йәһүә — Көтөүсем минең. Мин бер нәмәгә мохтаж булмам. 2 Үләнле көтөүлектә ул мине ял иттерә, мул һыулы тыныс урындарға алып бара. 3 Ул минең йәнемде яңырта, үҙенең исеме хаҡына мине тәҡүәлек юлдарынан йөрөтә. 4 Дөм ҡараңғылыҡ ҡаплаған үҙәнлектән барһам да, мин бер ниндәй яуызлыҡтан ҡурҡмайым, сөнки һин минең менән. Көтөүсе таяғың миңә ышаныс бирә. 5 Һин дошмандарым алдында миңә табын әҙерләйһең, башымды май менән майлайһың, минең касам мөлдөрәмә тулы. 6 Һис шикһеҙ, яҡшылыҡ һәм тоғро мөхәббәт ғүмеремдең бар көндәрендә мине оҙатып йөрөйәсәк, һәм мин бар көндәремдә Йәһүә йортонда йәшәйәсәкмен».