Төшөрмә
e АҢЛАТМА. «Рухи ожмах» — беҙ Йәһүәгә берҙәмлектә ғибәҙәт ҡылған хәүефһеҙ мөхит. Был ожмахта ялған диндең тәғлимәттәре бысратмаған мул рухи ризығыбыҙ бар. Бынан тыш, беҙ ҡәнәғәтлек килтергән эш башҡарабыҙ — Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға иғлан итәбеҙ. Өҫтәүенә, Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡҡа кинәнәбеҙ һәм ҡәрҙәштәребеҙ менән татыулыҡта йәшәйбеҙ. Улар беҙгә шатлыҡ юғалтмайынса ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Рухи ожмахта йәшәр өсөн Йәһүәгә ул теләгәнсә ғибәҙәт ҡылырға һәм, бар көсөбөҙҙө һалып, унан өлгө алырға кәрәк.