Төшөрмә
b Лука 23:39—43: «Шунда бағаналағы енәйәтселәрҙең береһе, уны хурлап: „Һин Мәсих түгелме һуң? Ҡотҡар, улайһа, үҙеңде лә, беҙҙе лә!“ — ти башланы. 40 Икенсеһе иһә уны шелтәләргә тотондо: „Һин нәмә, әллә Алланан бер ҙә ҡурҡмайһыңмы? Һин дә бит шундай язаға дусар. 41 Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, сөнки ҡылған эштәребеҙгә ҡарап тейешлеһен алдыҡ, ә был кеше һис ниндәй насарлыҡ ҡылманы“. 42 Шунан һуң ул: „Ғайса, үҙ Батшалығыңа килгәс, мине иҫеңә төшөр“, — тине. 43 Ғайса уға: „Хаҡ һүҙ әйтәм һиңә бөгөн: һин минең менән бергә ожмахта буласаҡһың“, — тип әйтте».