Төшөрмә
a 2023 йылдың йыллыҡ аяты итеп «Һүҙеңдең төп нигеҙе — хәҡиҡәт» тигән һүҙҙәр һайланған (Зәб. 119:160). Әлбиттә, һеҙ был һүҙҙәр менән килешерһегеҙ. Әммә күптәр Изге Яҙманың дөрөҫ булыуына һәм уның беҙгә ышаныслы кәңәштәр бирә алыуына ышанмай. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманың ышанысҡа лайыҡ китап булыуына өс дәлил ҡарап сығайыҡ. Был дәлилдәр эскерһеҙ кешеләргә Изге Яҙмаға һәм уның кәңәштәренә ышанырға ярҙам итер.