Шишәмбе, 21 октябрь
Аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор (Матф. 24:13).
Сабыр булыуҙың файҙаһы тураһында уйлағыҙ. Сабыр кеше, ғәҙәттә, бәхетле һәм тыныс. Сабыр булып беҙ үҙебеҙҙең эмоциональ һәм физик сәләмәтлегебеҙгә файҙа килтерәбеҙ. Башҡаларға ҡарата сабыр булһаҡ, улар менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы булыр, йыйылышыбыҙ берҙәмерәк булыр. Ә инде кемдер беҙҙең асыуыбыҙҙы сығарырға теләһә, беҙ ярһымаҫбыҙ һәм хәлде киҫкенләштермәҫбеҙ (Зәб. 37:8; Ғиб. һүҙ. 14:29). Ә иң мөһиме, беҙ күктәге Атабыҙға оҡшаш булырбыҙ һәм уға тағы ла яҡыныраҡ булып китербеҙ. Сабырлыҡ — һәр кешене биҙәгән һоҡландырғыс сифат. Сабыр булыу еңел булмаһа ла, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ уны тағы ла яҡшыраҡ сағылдыра алырбыҙ. Ә әлегә, яңы донъяны сабырлыҡ менән көткән арала, Йәһүәнең беҙгә ярҙам итәсәгенә һәм беҙҙе яҡлаясағына ышана алабыҙ (Миҡ. 7:7). Әйҙәгеҙ, сабырлыҡты артабан да үҫтерәйек һәм ул шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып китһен! w23.08 22 б., 7 абз; 25 б., 16, 17 абз.
Шаршамбы, 22 октябрь
Ғәмәле булмаһа, ул [иман] үҙенән-үҙе үле (Яҡ. 2:17).
Яҡуб әйткәнсә, берәй мәсихсе иманым бар тиһә лә, уның эштәре быны иҫбатламай (Яҡ. 2:1—5, 9). Яҡуб шулай уҡ имандаштарының кейемгә һәм көндәлек ризыҡҡа мохтаж булыуын күреп ярҙам итмәгән кеше тураһында һөйләй. Ундай кеше иманым бар тиһә лә, уның эштәре иманы булмағанын күрһәтә. Шуға күрә был иман файҙаһыҙ (Яҡ. 2:14—16). Имандың эштәр менән раҫланырға тейешлеген күрһәтер өсөн, Яҡуб Рахавтың миҫалын килтерә (Яҡ. 2:25, 26). Рахав Йәһүә тураһында ишеткән һәм уның израилдәрҙе яҡлағанын таныған (Еш. 2:9—11). Ул иманын эштәр менән күрһәткән. Израилдәрҙең ике шымсыһының ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, ул уларҙы йәшереп алып ҡалған. Һөҙөмтәлә Израиль халҡынан булмаған был ҡатын, Ибраһим кеүек, тәҡүә тип иғлан ителгән. Рахавтың үрнәге беҙҙе бына нимәгә өйрәтә: иман эштәр менән теркәлергә тейеш. w23.12 5 б., 12, 13 абз.
Кесаҙна, 23 октябрь
Һеҙ... тамыр йәйгән һәм нығынған [булығыҙ] (Эфес. 3:17).
Мәсихселәр булараҡ, беҙ Изге Яҙманың өҫтөн-мөҫтөн белемдәре менән генә ҡәнәғәтләнмәйбеҙ. Беҙ «Алла тәрәнлектәрен дә» аңларға теләйбеҙ һәм изге рух ярҙамында быны эшләй алабыҙ (1 Кәр. 2:9, 10). Үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡ булған теманы йә һорауҙы һайлап, уны тәрәнерәк ҡарап сыға алаһығыҙ. Шундай өйрәнеү һеҙгә Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер. Мәҫәлән, Алланың боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәренә яратыуын нисек сағылдырғанын тикшерегеҙ һәм был уның һеҙҙе лә яратҡанын нисек иҫбатлағанын күрегеҙ. Йә боронғо израилдәрҙең ғибәҙәт ҡылыуын бөгөнгө көндәрҙә мәсихселәрҙең табыныуы менән сағыштырығыҙ һәм оҡшаш яҡтарын табығыҙ. Шулай уҡ Ғайсаның тормошонда һәм хеҙмәтендә үтәлгән пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә була. Ундай тикшереүҙе үткәреү бик ҡыҙыҡлы. Һеҙ «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» (урыҫ) йә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» (урыҫ) ҡуллана алаһығыҙ. Изге Яҙманы төрлө яҡтан тикшереү «Алла тураһында белем» табырға ярҙам итер һәм иманығыҙҙы нығытыр (Ғиб. һүҙ. 2:4, 5). w23.10 18—19 бб., 3—5 абз.