Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • Бөгөн

Кесаҙна, 30 октябрь

Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ (Флп. 3:16).

Әгәр маҡсатҡа өлгәшә алмаһағыҙ ҙа, Йәһүә һеҙҙе булдыҡһыҙ тип һанамаҫ (2 Кәр. 8:12). Уңышһыҙлыҡҡа осрағанда нимәгәлер өйрәнергә тырышығыҙ. Нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫтә тотоғоҙ. Изге Яҙмала: «Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе... онотмаясаҡ», — тип әйтелә (Евр. 6:10). Тимәк, һеҙгә лә мәсихсе булараҡ нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫтә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, һеҙ Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтерҙегеҙ, уның тураһында башҡаларға һөйләнегеҙ һәм һыуға сумдырылдығыҙ. Үткәндә ынтылған маҡсаттарығыҙға өлгәшкән кеүек, бөгөн дә шулай уҡ эш итергә тырышығыҙ. Йәһүәнең ярҙамы менән ынтылған маҡсаттарығыҙға өлгәшә алырһығыҙ. Рухи маҡсаттарға ынтылғанда, Йәһүәнең һеҙгә нисек ярҙам иткәнен һәм һеҙҙе фатихалағанын күрергә тырышығыҙ. Был һеҙгә шатлыҡ килтерер (2 Кәр. 4:7). Әгәр бирешмәһәгеҙ, Йәһүә һеҙгә тағы ла күберәк фатихалар яуҙырыр (Ғал. 6:9). w23.05 31 б., 16—18 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йома, 31 октябрь

Мине яратҡанығыҙға һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙға күрә, Атам Үҙе һеҙҙе ярата (Яхъя 16:27).

Йәһүәгә үҙ хеҙмәтселәренә уларҙы ни тиклем ныҡ яратҡаны һәм хуплағаны тураһында һөйләү оҡшай. Изге Яҙмала ике осраҡта Йәһүә Ғайсаны, яратҡан Улы тип атап, уны хуплағанын күрһәткән (Матф. 3:17; 17:5). Һеҙ Йәһүәнең һеҙҙең хаҡта шундай йылы һүҙҙәр әйтеүен ишетергә теләр инегеҙме? Йәһүә беҙҙең менән туранан-тура түгел, ә Изге Яҙма аша һөйләшә. Беҙ уның хуплауын Инжилдә, Ғайсаның һүҙҙәрен уҡығанда, ишетә алабыҙ. Ғайса камил рәүештә Атаһынан өлгө алған. Уның шәкерттәре, камил булмаһа ла, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Ғайса улар тураһында йылы һүҙҙәр әйткән һәм уларҙы маҡтаған. Шуға күрә Ғайсаның үҙ шәкерттәренә әйткән һүҙҙәрен Йәһүәнең беҙгә әйткән һүҙҙәре итеп ҡабул итәйек (Яхъя 15:9, 15). Беҙҙе судҡа бирһәләр ҙә, был Йәһүәнең беҙҙе кире ҡаҡҡанын аңлатмай. Ундай һынауҙар беҙгә Алланы ни тиклем ныҡ яратҡаныбыҙҙы һәм уға ышанғаныбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә (Яҡ. 1:12). w24.03 28 б., 10, 11 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шәмбе, 1 ноябрь

Балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең (Матф. 21:16).

Балаларығыҙ булһа, уларҙың нисә йәштә булыуын иҫәпкә алып, уларға комментарий әҙерләргә ярҙам итегеҙ. Ҡайһы саҡта өйрәнеүҙә никахҡа йәиһә әхлаҡи таҙалыҡҡа ҡағылышлы етди һорауҙар күтәрелә. Әммә мәҡәләлә йыш ҡына балалар яуап бирә алған бер-ике абзац була. Шулай уҡ балаларығыҙға улар ҡул күтәргәндә ни өсөн уларҙы ҡайһы саҡта һорамаясаҡтарын алдан аңлатығыҙ. Әгәр һеҙ быны балаларығыҙға аңлатһағыҙ, уларҙы һорамаһалар, улар күңелһеҙләнмәҫ (1 Тим. 6:18). Беҙ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәне данлаған һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытҡан рухландырғыс комментарийҙар әҙерләй алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 25:11). Тәжрибәбеҙ менән бүлешкән саҡта үҙебеҙ тураһында сиктән тыш күп һөйләмәҫбеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:2; 2 Кәр. 10:18). Бының урынына комментарийыбыҙҙы Йәһүәгә, уның Һүҙенә һәм уның халҡына туплау яҡшыраҡ булыр (Асыл. 4:11). w23.04 24—25 бб., 17, 18 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу