Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 140 мәҡәлә
  • Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Изге Яҙма, бер ҡотҡарылдың икән, мәңгегә ҡотҡарылдың, тип өйрәтәме?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Нимә ул ҡотолоу?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Ҡотолор өсөн Ғайса Мәсихкә ышаныу ғына етерлекме?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Йәһүә шаһиттары Ғайса Мәсихкә ышанамы?
    Йәһүә шаһиттары тураһында йыш бирелгән һорауҙар
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 140 мәҡәлә
Ғайса төрлө милләт кешеләре араһында

Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?

Изге Яҙманан яуап

Ғайса пәйғәмбәр, үҙенең ғүмерен ҡорбан итеп, Алланың тоғро хеҙмәтселәренә ҡотолоуға юл асҡан (Матфей 20:28). Шуға күрә Изге Яҙмала Ғайса «донъяны Ҡотҡарыусы» тип атала (1 Яхъя 4:14). Шулай уҡ унда былай тиелә: «Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ» (Ғәмәлдәр 4:12).

Ғайса үҙенә иман итеүселәрҙең «бөтөнөһө хаҡына үлем [татыған]» (Еврейҙарға 2:9; Яхъя 3:16). Шунан һуң Алла уны терелткән, һәм Ғайса рухи шәхес булып күккә ҡайтҡан (Ғәмәлдәр 3:15). Унда «Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй» (Еврейҙарға 7:25).

Ни өсөн беҙ Ғайсаның беҙҙең турала ялбарыуына мохтаж?

Беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы (Римдарға 3:23). Гонаһ беҙҙең менән Алла араһына кәртә һала, һәм гонаһ үлемгә килтерә (Римдарға 6:23). Әммә Ғайса үҙенең йолом ҡорбанына иман итеүселәрҙең «Яҡлаусыһы» булып тора (1 Яхъя 2:1). Ул, Алланан доғаларыбыҙҙы ишетеүен һәм шул йолом ҡорбаны нигеҙендә гонаһтарыбыҙҙы кисереүен һорап, беҙҙең өсөн Аллаға ялбара (Матфей 1:21; Римдарға 8:34). Алла Ғайсаның бындай үтенестәренә ҡолаҡ һала, сөнки улар уның ихтыярына тап килә. Ул Ғайсаны ергә «донъя Уның аша ҡотолһон өсөн» ебәргән (Яхъя 3:17).

Ҡотолор өсөн Ғайсаға иман итеү генә етәме?

Юҡ, етмәй. Әлбиттә, ҡотолор өсөн Ғайсаға иман итергә кәрәк, ләкин был берҙән-бер талап түгел (Ғәмәлдәр 16:30, 31). Изге Яҙмала былай тиелә: «Рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле» (Яҡуб 2:26). Ҡотолор өсөн беҙгә түбәндәгеләрҙе эшләргә кәрәк:

  • Ғайса пәйғәмбәр һәм уның Атаһы Йәһүә тураһында белем алырға (Яхъя 17:3).

  • Икеһенә лә иман үҫтерергә (Яхъя 12:44; 14:1).

  • Уларҙың әмерҙәренә буйһоноп, иманыбыҙҙы эштәр менән күрһәтергә (Лука 6:46; 1 Яхъя 2:17). Ғайса өйрәткәнсә, уны «Хужам» тип атаған һәр кем түгел, ә Күктәге Атаһының «ихтыярын үтәгән кеше генә» ҡотоласаҡ (Матфей 7:21).

  • Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, артабан да иман күрһәтергә. Сөнки Ғайса: «Ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ», — тигән (Матфей 24:13).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу