-
Өмөт. Ул ысынлап та ярҙам итәме?Уянығыҙ! 2004 | апрель 22
-
-
Өмөт. Ул ысынлап та ярҙам итәме?
ДЭНИЕЛҒА ун ғына йәш булған, ләкин ул инде бер йыл буйы рак ауырыуы менән көрәшкән. Врачтар һәм малайҙың яҡындары өмөтөн юғалтҡан. Әммә Дэниел өмөтөн өҙмәгән. Ул үҙенең, үҫеп етеп, тикшеренеүсе булырына һәм бер ваҡыт рактан дарыу табырына ышанған. Ул бигерәк тә бер врачтың — үҙе ауырыған рактың төрөн дауалау буйынса белгестең килеүен өмөтләнеп көткән. Бына ул көн килеп еткән, ләкин врач һауа торошоноң насар булыуы арҡаһында килә алмаған. Дэниелдың күңеле төшкән. Беренсе тапҡыр ул бөтә нәмәгә битараф булып киткән һәм бер нисә көндән һуң үлгән.
Был осраҡты өмөттөң һаулыҡҡа ниндәй йоғонто яһағанын өйрәнеүсе бер белгес һөйләп биргән. Бәлки, һеҙҙең дә быға оҡшаш хәлдәрҙе ишеткәнегеҙ булғандыр. Мәҫәлән, үлем түшәгендә ятҡан оло йәштәге бер кеше түҙемһеҙлек менән үҙе өсөн мөһим ваҡиғаны — ғәзиз кешеһенең килеүен йә берәй иҫтәлекле көндөң етеүен көтә. Ә был ваҡиға үтеп киткәс, шунда уҡ үлә. Ни өсөн шулай була? Ҡайһы берәүҙәр иҫәпләгәнсә, өмөт ысынлап та шундай ҙур көскә эйәме?
Оптимизм, өмөт һәм башҡа ыңғай эмоциялар ысынлап та кешенең тормошона һәм һаулығына ҙур йоғонто яһай, тип уйлаған тикшеренеүсе-медиктар һаны көндән-көн арта. Ләкин башҡаса уйлағандар ҙа бар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр ундай ҡараштарҙы, фәнни булмаған уйҙырма тип атап, кире ҡаға. Улар, физик ауырыуҙар фәҡәт физик сәбәптәргә бәйле, тип уйлауҙы яҡшыраҡ күрә.
Әлбиттә, өмөттөң мөһимлегенә шикләнеү яңы нәмә түгел. Меңәрләгән йыл элек, грек фәлсәфәсеһе Аристотелдән өмөт һүҙенә билдәләмә биреүен һорағас, ул былай тигән: «Өмөт — өндә төш күреү ул». Күпкә һуңыраҡ Америка дәүләт эшмәкәре Бенджамин Франклин мыҫҡыллы көлөп: «Өмөт менән йәшәгән кеше астан үлер», — тип әйткән.
Нимә һуң ул өмөт? Кеше үҙ-үҙен йыуатырға маташҡан буш фантазиялар ғынамы? Йәки һау һәм бәхетле булыр өсөн барыбыҙға ла бик кәрәкле, нигеҙле мөһим бер нәмәме?
-
-
Өмөт беҙгә ни өсөн кәрәк?Уянығыҙ! 2004 | апрель 22
-
-
Өмөт беҙгә ни өсөн кәрәк?
ӘГӘР ҙә Дэниел, рактан үлгән теге малай, өмөтөн юғалтмаһа, нимә булыр ине? Ул ракты еңер инеме? Бөгөн иҫән булыр инеме? Моғайын, өмөт дауалау көсөнә эйә, тигән идеяның иң тоғро яҡлаусылары ла шулай тип раҫларға баҙнат итмәҫ ине. Һәм бында мөһим бер фекер ята: өмөт көсөн артыҡ юғары баһаларға ярамай. Ул бөтә ауырыуҙарҙан да ярҙам итә торған дарыу, панацея түгел.
«Си-би-эс»ҡа интервью биргәндә, врач Нейтан Черни ҡаты ауырыған пациенттар хаҡында һүҙ барғанда өмөттөң көсөн үтә ныҡ арттырып ебәреүҙең ҡурҡыныс икәнлеге хаҡында әйтеп үткән. Ул былай тигән: «Ҡайһы саҡта ирҙәр ҡатындарын үҙҙәренең күңел торошона етерлек иғтибар бирмәүе, етерлек дәрәжәлә ыңғай фекерләмәүе өсөн әрләй. Бындай фекер йөрөтөү рәүеше, шулай итеп ракты контроль аҫтында тотоп була, тигән иллюзия тыуҙырған. Әгәр ҙә был шулай булһа, ауырыуҙарҙың хәле насарланыуын уларҙың сиргә етерлек дәрәжәлә ҡаршы тормауы менән аңлатып булыр ине, ә был һис тә дөрөҫ түгел».
Ысынында иһә үлемесле сир менән көрәш күп көстө алған интектергес алышҡа оҡшаған. Һәм әлбиттә, шундай көрәш алып барған кешенең туғандары уның иңендәге былай ҙа ауыр йөккә тағы ла ғәйеп хисе өҫтәргә һис тә теләмәҫ ине. Улайһа, өмөт бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй, тигән һығымта яһарға кәрәкме?
Әлбиттә, юҡ! Мәҫәлән, шул уҡ юғарыла әйтелгән врач паллиатив дауалау йүнәлешендә эшләй. Терапияның был төрө туранан-тура сирҙе дауалауға һәм хатта ғүмерҙе оҙайтыуға түгел, ә пациенттың тормошон ауырыу менән көрәшкән сағында уңайлыраҡ һәм күңеллерәк итеүгә йүнәлтелгән. Ундай врачтар хатта бик ҡаты сирләгән кешенең фекерләүен ыңғай яҡҡа йүнәлткән дауалауҙың файҙалы икәненә ныҡ ышана. Өмөттөң быны һәм бынан да күберәкте эшләй алғанына күп дәлилдәр бар.
Өмөт ҡиммәте
Медицина темаларына яҙыусы журналист У. Гиффорд-Джонс әйткәнсә, «өмөт ул — ҡеүәтле сара». Шул журналист үлемесле ауырыуҙан интеккән кешеләр өсөн эмоциональ ярҙамдың әһәмиәтен билдәләү маҡсаты менән үткәрелгән тикшеренеүҙәргә байҡау яһаған. Ундай ярҙам кешеләргә оптимистик, ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә, тип иҫәпләнә. 1989 йылда үткәрелгән бер тикшеренеү шундай ярҙам алған пациенттарҙың оҙағыраҡ йәшәгәнен күрһәткән. Ә яңыраҡ үткәрелгән шуға оҡшаш тикшеренеүҙең һөҙөмтәләре улай уҡ ышандырырлыҡ булмай сыҡҡан. Шулай ҙа тикшеренеүҙәр эмоциональ ярҙам алған пациенттарҙың ундай ярҙамдан мәхрүм булғандарға ҡарағанда депрессия һәм һыҙланыуҙарҙан әҙерәк интеккәнен раҫлай.
Әйҙәгеҙ, йөрәктең ишемия ауырыуына оптимизм һәм пессимизмдың йоғонтоһон өйрәнгән башҡа бер тикшеренеүҙе ҡарап сығайыҡ. 1300-ҙән ашыу ир тормошҡа оптимистик йә пессимистик ҡарашта булыуға ҡағылышлы тест үткән. Ун йылдан һуң уларҙың 12 процентынан күберәгенең йөрәк ишемияһы булған. Шул ирҙәр араһында оптимистарға ҡарағанда пессимистар ике тапҡырға күберәк булған. Лора Кубзански, Гарвард университетындағы һаулыҡ һаҡлау факультетының һаулыҡ һәм социаль тәртип кафедраһы доценты, былай ти: «Ыңғай фекерләү һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай, тигән идея элек күбеһенсә кемдең дә булһа һүҙҙәренә нигеҙләнгән ине. Йөрәк ауырыуы миҫалы нигеҙендә үткәрелгән был тикшеренеү ошо идеяны беренсе тапҡыр медицинаға нигеҙләнеп раҫлай».
Ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙән күренгәнсә, үҙенең һаулығын насар тип һанағандар һаулыҡтарын яҡшы тип иҫәпләгәндәргә ҡарағанда операциянан һуң күпкә яйыраҡ һауыға. Хатта ғүмер оҙонлоғон да оптимизм менән бәйләйҙәр. Бер тикшеренеүҙә ҡартлыҡҡа ыңғай һәм тиҫкәре ҡараштар оло йәштәгеләргә ниндәй йоғонто яһағанын асыҡларға булғандар. Ололарға экранда әҙгә генә күренеп ҡалған, ҡартлыҡты зирәклек һәм тәжрибә менән бәйләгән һүҙҙәр менән тәьҫир иткәндәр. Һөҙөмтәлә улар күпкә дәртлерәк һәм ышаныслыраҡ баҫып йөрөй башлаған. Бының файҙаһы 12 аҙна буйы физкультура менән шөғөлләнеүҙең файҙаһына тиң булған.
Өмөт, оптимизм һәм ыңғай ҡараштың һаулыҡҡа файҙа килтергәнен нисек аңлатырға? Күрәһең, ғалимдар һәм врачтар әлегә кеше аҡылын һәм организмын быны тулы итеп аңлатырлыҡ дәрәжәлә яҡшы өйрәнмәгән. Шулай ҙа был йүнәлештә эшләгән белгестәрҙең ниндәйҙер фараздар ҡорорға нигеҙҙәре бар. Мәҫәлән, бер профессор-невролог былай ти: «Шатлыҡлы булыу һәм өмөт менән йәшәү яҡшы. Бындай ыңғай ҡараш кешегә үҙен һәйбәт хис итергә, стресҡа ныҡ бирелмәҫкә ярҙам итә һәм уның организмына ыңғай йоғонто яһай. Был — һаулыҡты яҡшы килеш һаҡларға ярҙам иткән тағы бер сара».
Бындай фекер ҡайһы бер врачтар, психологтар һәм ғалимдарға яңы булып күренергә мөмкин, ләкин Изге Яҙма өйрәнеүселәр өсөн ул һис тә яңы түгел. Бынан яҡынса 3000 йыл элек аҡыллы Сөләймән батша: «Шат йөрәк — яҡшы дауа ул, ә рух төшөнкөлөгө кешене хәлһеҙләндерә», — тип яҙырға рухландырылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22). Был һүҙҙәрҙең аҡыллы икәненә иғтибар итегеҙ. Бында шат йөрәк бөтә сирҙәрҙе лә дауалай тип әйтелмәгән, ә «яҡшы дауа» тип кенә әйтелгән.
Ысынлап та, әгәр өмөт дарыу булһа, ниндәй врач уны ауырыған кешегә яҙып бирмәҫ ине? Өҫтәүенә, өмөт һаулыҡҡа ғына түгел, башҡа нәмәләргә лә файҙалы.
Оптимизм, пессимизм һәм һеҙҙең тормош
Тикшеренеүселәр ыңғай ҡараштың оптимистарға күп яҡтан файҙа килтергәнен күргән. Уларҙың мәктәптә, эштә һәм хатта спортта уңыштары яҡшыраҡ. Быны ҡатын-ҡыҙҙарҙың еңел атлетика командаһы спортсылары араһында үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе лә раҫлай. Команданың тренерҙарынан спортсыларҙың атлетик һәләттәре тураһында ентекле характеристика биреүҙәрен һорағандар. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙарҙың үҙҙәренән дә өмөттәре ни тиклем көслө икәнен белер өсөн һорау алғандар. Һөҙөмтәлә, уларҙың өмөттәре ниндәй кимәлдә булыуы тренерҙар биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда спортсыларҙың ярыш һөҙөмтәләрен күпкә дөрөҫөрәк күрһәткән. Ни өсөн өмөт шундай ҙур көскә эйә?
Был йәһәттән күберәк белергә оптимизмға ҡапма-ҡаршы булған пессимизмды өйрәнеү ярҙам иткән. 1960 йылдарҙа хайуандарҙың холоҡ-фиғелен тикшереү көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән, ә был ғалимдарҙың «өйрәнелгән өмөтһөҙлөк» тигән яңы төшөнсә индереүенә сәбәп булған. Улар кешеләрҙә лә шул синдромдың төрө була алғанын асыҡлағандар. Мәҫәлән, өйрәтелгән көсһөҙлөккә тест үткәргәндә, һынау үтеүселәргә йәмһеҙ тауыш менән тәьҫир иткәндәр һәм, билдәле бер тәртиптә кнопкаларға баҫып тауышты туҡтатып була, тип әйткәндәр. Шулай эшләп, улар тауышты һүндергән.
Икенсе төркөмгә шуны уҡ әйткәндәр, тик кнопкаға баҫҡанда тауыш һүнмәгән. Был төркөмдәгеләрҙең күбеһе ниндәйҙер өмөтһөҙлөк тоя башлағанын аңлау ауыр түгел. Артабанғы тестар ваҡытында улар ҡурҡыштан бөтөнләй бер нәмә лә эшләй алмаған. Улар, нимә лә булһа эшләүҙән файҙа юҡ, тип ышанған. Әммә хатта ошо төркөмдә лә өмөтһөҙлөккә бирелмәгән оптимистар булған.
Был эксперименттарҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡан Мартин Селигман үҙ тормошон оптимизм менән пессимизмды өйрәнеүгә бағышларға ҡарар иткән. Ул үҙҙәрен бер нәмәгә лә һәләтһеҙ тип һанаған кешеләрҙең фекер йөрөтөүен тикшерә башлаған. Һөҙөмтәлә, ундай пессимистик фекерләү кешеләргә күп өлкәләрҙә һәләттәрен тормошҡа ашырырға ҡамасаулай һәм шул хәтле көсһөҙләндерә, хатта уларҙың нимәлер эшләргә теләге лә булмай, тигән һығымтаға килгән. Пессимистик фекерләү һәм уның эҙемтәләрен өйрәнеүенә йомғаҡ яһап, Селигман былай ти: «Егерме биш йыллыҡ тикшеренеүҙәр мине шуға ышандырҙы: әгәр беҙ, пессимист кеүек, өлөшөбөҙ — уңышһыҙлыҡтар, улар беҙҙе эҙәрләй һәм бөтә инициативаларыбыҙҙы юҡҡа сығара, тип уйларға ғәҙәтләнһәк, уңышһыҙлыҡтарыбыҙ икенсе төрлө уйлағанға ҡарағанда күпкә күберәк буласаҡ».
Өҫтәрәк әйтелгәнсә, бөгөн бындай һығымталар кемгәлер яңы булып күренергә мөмкин, ләкин Изге Яҙманы тикшереүселәр улар менән күптән таныш. Ошо һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ: «Ҡайғы-хәсрәт көнөндә күңелең төшкән икән, көс-ҡеүәтең әҙ, тимәк» (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10). Изге Яҙма, күңел төшөнкөлөгө һәм уға хас тиҫкәре уйҙар кешене эш итергә һәләтһеҙ итә, тип аңлата. Пессимизмды еңеп, тормошоңдо оптимизм һәм өмөт менән тултырыр өсөн нимә эшләргә?
[Иллюстрация]
Өмөт күп файҙа килтерә ала
-
-
Пессимизмды еңеп булаУянығыҙ! 2004 | апрель 22
-
-
Пессимизмды еңеп була
ҺЕҘ үҙегеҙҙең уңышһыҙлыҡтарға нисек ҡарайһығыҙ? Бөгөн күп белгестәр, ошо һорауға яуап һеҙҙең оптимисмы йә пессимисмы икәнегеҙҙе күрһәтә, тип һанай. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә тормошонда төрлө ауырлыҡтар була — кемдеңдер күберәк, кемдекелер әҙерәк. Ни өсөн һуң ҡайһы берәүҙәр шул ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәй һәм артабан көрәшергә әҙер, ә башҡалары хатта бәләкәйерәк ауырлыҡтарҙа ла үҙ-үҙенә ышанысын юғалта?
Әйтәйек, һеҙ эш эҙләйһегеҙ, ти. Әңгәмәләшеүгә бараһығыҙ, һәм һеҙҙе эшкә алмайҙар. Һеҙҙә ниндәй уйҙар тыуа? Бәлки, һеҙ, ғәйеп миндә, өмөт юҡ, тигән фекергә киләһегеҙ һәм үҙегеҙгә: «Минең кеүек эшсе кемгә кәрәк булһын? Бер ҡасан да эшкә урынлаша алмаясаҡмын», — тиһегеҙ. Йәки, тағы ла насарырағы, ошо бер уңышһыҙлыҡ арҡаһында тормошоғоҙҙоң бөтә яҡтарын да ҡараңғы төҫтәрҙә күрә башлайһығыҙ һәм үҙегеҙгә: «Мин бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Мин бер кемгә лә кәрәк түгел», — тиһегеҙ. Ике осраҡта ла пессимизм ярылып ята.
Пессимизм менән көрәш
Пессимизм менән нисек көрәшергә? Беренсе һәм иң мөһим аҙым — кире уйҙарҙы күрергә өйрәнеү. Икенсе аҙым — улар менән көрәшеү. Булған хәлгә башҡа күҙлектән ҡарарға тырышығыҙ. Мәҫәлән, һеҙҙе ысынлап та берәү ҙә эшкә алырға теләмәгәнгә эшкә алманылармы? Бәлки, эш биреүсе икенсе төрлө квалификациялы кеше эҙләгәнгәлер?
Конкрет факттарға таянып, һеҙ булған хәлде арттырып күрһәткән пессимистик уйҙарҙы асыҡ күрә алырһығыҙ. Әгәр һеҙгә бер тапҡыр «юҡ» тип әйткәндәр икән, был һеҙҙең ысынлап та бер нәмәгә лә һәләтһеҙ икәнегеҙҙе аңлатамы? Тормошоғоҙҙоң үҙегеҙ уңышҡа ирешкән яҡтарын иҫкә төшөрөгөҙ, мәҫәлән, рухи маҡсаттар, ғаилә һәм дуҫтар менән мөнәсәбәттәр. Үҙегеҙҙең ҡурҡыныс прогноздарҙа хәлде драмалаштырырға яратаһығыҙ икән, шуны күреп алып, шунда уҡ кире ҡағырға өйрәнегеҙ. Ахыр сиктә, һеҙ үҙегеҙҙең бер ҡасан да эш тапмаҫығыҙҙы ысынлап та белә алаһығыҙмы? Бынан тыш, пессимизмды еңергә ярҙам иткән башҡа ысулдар ҙа бар.
Ыңғай фекерләү һәм маҡсатҡа ынтылыш
Һуңғы йылдарҙа тикшеренеүселәр өмөттөң нимә икәне тураһында ҡыҙыҡ, ләкин шаҡтай тар фекергә килгән. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, өмөт кешенең үҙ маҡсаттарына өлгәшә алырына ышанысты аңлата. Өмөт маҡсатҡа ирешеүҙән күберәкте аңлатһа ла (артабанғы мәҡәләнән быны күреп була), ҡайһы бер осраҡтарҙа бындай билдәләмә дөрөҫ. Үҙ өмөттәреңдең ошо аспектына иғтибар туплап, ыңғай фекерләү һәм маҡсатҡа ынтылыш үҫтереп була.
Киләсәктә үҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәшә алырыбыҙға ышаныр өсөн, беҙгә маҡсаттар ҡуйырға һәм шуларға өлгәшергә өйрәнергә кәрәк. Һеҙҙең ундай тәжрибәгеҙ юҡ икән, үҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсаттар тураһында етди уйлау мөһим. Беренсенән, һеҙҙең ниндәй ҙә булһа маҡсаттарығыҙ бармы? Тормош ығы-зығыһы һәм көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, тормоштан ысынында нимә көткәнебеҙҙе, беҙҙең өсөн нимә иң мөһиме икәнен еңел генә күҙ уңынан ысҡындырып була. Һәм тағы ла, аныҡ приоритеттар ҡуйырға кәрәк икәнлеге тураһында күптән үк Изге Яҙмала ошолай тип әйтелгән булған: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]» (Филиптарға 1:10).
Приоритеттарҙы ҡуйып сыҡҡас, тормоштоң төрлө өлкәләрендә, шул иҫәптән ғаилә тормошонда һәм рухи эштәрҙә, төп маҡсаттарҙы билдәләүе еңелерәк булып китә. Шулай ҙа башта бик күп маҡсаттар ҡуймай, өлгәшеүе еңел булғандарын һайлап алыу мөһим. Әгәр ҡуйылған маҡсатҡа ирешеүе бик ауыр булһа, беҙҙең, күңел төшөп, бирешеүебеҙ ихтимал. Шуға күрә күп ваҡыт талап иткән ҙур маҡсатҡа тотонмайынса, уны тиҙ ваҡыт эсендә өлгәшә алырлыҡ бәләкәй маҡсаттарға бүлеү яҡшыраҡ.
«Теләк булһа, мөмкинлек табыла», тигән әйтем бар. Йыш ҡына шулай була ла. Төп маҡсаттар билдәләнгәндән һуң, уларға ирешер өсөн ихтыяр көсө, йәғни теләк һәм тәүәккәллек кәрәк. Әгәр ҡуйған маҡсаттарыбыҙҙың мөһимлеге һәм уларға ирешеү ниндәй һөҙөмтәләр бирере тураһында уйланһаҡ, был тәүәккәллегебеҙҙе нығыта ала. Әлбиттә, кәртәләр булыр, әммә аптырап ҡалырға кәрәкмәй, ә уларға яулайһы үрҙәргә ҡарағандай ҡарарға кәрәк.
Шулай ҙа беҙгә маҡсаттарыбыҙға өлгәшеү юлдары тураһында ла уйларға кәрәк. Өмөттөң ҡиммәте тураһында ҙур тикшеренеү үткәргән Рик Снайдер ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн бер нисә юл эҙләргә кәңәш итә. Береһе уңышһыҙ булһа, икенсеһен, өсөнсөһөн ҡулланырға була.
Снайдер шулай уҡ бер маҡсатты икенсеһе менән алмаштырырға өйрәнергә кәңәш итә. Әгәр беҙ ниндәйҙер маҡсатҡа ирешә алмайбыҙ һәм бының менән килешә алмайбыҙ икән, был беҙҙе күңел төшөнкөлөгөнә генә килтерер. Ләкин маҡсатты тормошҡа ашырлығына алмаштырһаҡ, беҙҙең өмөтләнергә нигеҙ буласаҡ.
Изге Яҙмала быны раҫлаған яҡшы миҫал бар. Дауыт батша үҙенең Аллаһы Йәһүә өсөн ғибәҙәтхана төҙөргә хыялланған. Тик Алла Дауытҡа, ундай хөрмәткә һинең улың Сөләймән лайыҡ буласаҡ, тигән. Ваҡиғаларҙың бындай боролош алғанын белгәс, Дауыт өмөтһөҙлөккә бирелмәгән, ҡарышып та тормаған, ә маҡсаттарын үҙгәрткән. Ул бөтә көсөн улына төҙөлөштә кәрәгәсәк ҡиммәтле нәмәләр һәм материалдар йыйыуға йүнәлткән (1 Батшалар 8:17—19; 1 Йылъяҙма 29:3—7).
Хатта пессимизм менән көрәшеп, ыңғай ҡараш, маҡсатҡа ынтылыш үҫтереп рухыбыҙҙы нығытһаҡ та, өмөтөбөҙ көслө булмаҫҡа мөмкин. Ни өсөн? Сөнки был донъялағы өмөтһөҙлөк күбеһенсә беҙҙән тормаған факторҙар менән бәйле. Кешелекте яфалаған ҙур проблемаларҙы — ярлылыҡ, һуғыштар, ғәҙелһеҙлек, аҙым һайын янаған ауырыуҙар һәм үлемде күреп, беҙ нисек ыңғай ҡараш һаҡлай алабыҙ?
[Иллюстрация]
Әгәр һеҙҙе үҙегеҙ теләгән эшкә алмаһалар, был һеҙҙең бер ҡасан да эш таба алмаҫығыҙҙы аңлатамы?
[Иллюстрация]
Дауыт батша, үҙ маҡсаттарын үҙгәртеп, яңы шарттарға яраҡлашҡан
-
-
Ысын өмөттө ҡайҙан табырға?Уянығыҙ! 2004 | апрель 22
-
-
Ысын өмөттө ҡайҙан табырға?
ҺЕҘҘЕҢ сәғәт туҡтаған. Ахыры, ул боҙолған. Уны ҡайҙа ремонтларға, тип уйлағанда, һеҙ күп варианттар табаһығыҙ. Сәғәт йүнәтеү тураһында рекламалар иҫәпһеҙ күп. Уларҙың барыһы ла ышандырырлыҡ итеп яҙылған, тик ҡайһы берҙәрендә ҡапма-ҡаршы мәғлүмәт бирелгән. Көтмәгәндә һеҙ яҡында ғына тап һеҙҙең сәғәттең моделен эшләгән мастер йәшәүен белеп ҡалаһығыҙ. Өҫтәүенә, ул һеҙгә бушлай ярҙам итергә әҙер. Һеҙҙең кемде һайлауығыҙ ап-асыҡ.
Хәҙер ошо сәғәтте үҙегеҙҙең өмөтләнә белеү һәләтегеҙ менән сағыштырығыҙ. Әгәр һеҙ, күп кешеләр кеүек, ошо хәүефле донъяла өмөтөгөҙ юғалыуын һиҙһәгеҙ, кемдән ярҙам эҙләрһегеҙ? Күптәр, проблемағыҙҙы хәл итә алам, тип ышандыра, ләкин тәҡдимдәрҙең күплеге һәм ҡапма-ҡаршылыҡлылығы арҡаһында кешеләр аптырап ҡала. Ниңә һуң кешеләрҙе өмөтләнеү һәләте менән Булдырыусыға мөрәжәғәт итмәҫкә? Инжилдә, «Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» һәм ярҙам итергә бик теләй, тип әйтелә (Ғәмәлдәр 17:27; 1 Петр 5:7).
Өмөттөң тәрәнерәк аңлатмаһы
Изге Яҙма өмөттөң нимә икәнен врачтар, ғалимдар һәм психологтар аңлағанға ҡарағанда киңерәк һәм тәрәнерәк аңлата. Изге Яҙма яҙылған телдәрҙә «өмөт» тип тәржемә ителгән һүҙҙәр түҙемһеҙлек менән көтөүҙе һәм яҡшы нәмәне көтөүҙе аңлата. Асылда, өмөт ике факторҙан тора. Ул ниндәйҙер яҡшы нәмәне теләү һәм шул яҡшы нәмәнең булырына ышаныр өсөн нигеҙҙе үҙ эсенә ала. Изге Яҙмала әйтелгән өмөт буш фантазия түгел. Ул ышаныслы факттарға һәм дәлилдәргә нигеҙләнә.
Был йәһәттән өмөт уйҙырмаларға түгел, ә факттарға нигеҙләнгән иманға оҡшаш (Еврейҙарға 11:1). Шулай ҙа Изге Яҙма иман менән өмөт араһында айырма яһай (1 Коринфтарға 13:13).
Быны аңлар өсөн, бер миҫал ҡарайыҡ. Һеҙ яҡын дуҫығыҙҙан ярҙам һорағанда, уның ярҙам итеренә өмөтләнәһегеҙ. Һеҙҙең уға өмөтләнергә нигеҙегеҙ бар, сөнки дуҫығыҙға ышанаһығыҙ: уның изгелекле һәм йомарт икәнен яҡшы беләһегеҙ. Һеҙҙең иман һәм өмөт үҙ-ара тығыҙ бәйле, шулай ҙа улар араһында айырма бар. Аллаға ла шулай уҡ өмөтләнеп буламы?
Өмөт өсөн нигеҙ
Алла — ысын өмөт сығанағы. Элекке заманда Йәһүәне «Израиль өмөтө» тип атағандар (Иремия 14:8). Израиль халҡының һәр ныҡлы өмөтө Алланан килгән, тап Алла уның өмөтө булған. Бындай өмөт теләк кенә булмаған. Алла уларға өмөтләнер өсөн ныҡлы нигеҙ биргән. Йөҙәрләгән йылдар буйы израилдәрҙең Аллаһы булараҡ, Йәһүә күп вәғәҙә биргән һәм уларҙы үтәгән. Халыҡты етәкләгән Ешуа Израилгә былай тигән: «Аллағыҙ Йәһүә һеҙгә әйткән бөтә яҡшы вәғәҙәләренең бер һүҙе лә үтәлмәй ҡалманы» (Ешуа 23:14).
Меңәрләгән йылдар үтһә лә, был үтәлгән вәғәҙәләр иманды нығыта. Изге Яҙмала Алланың иҫ киткес вәғәҙәләре һәм уларҙың үтәлеүе тураһында тарих күҙлегенән ышаныслы хәбәрҙәр бик күп. Уның пәйғәмбәри вәғәҙәләре шул тиклем ышаныслы, хатта ҡай ваҡыт улар тураһында инде әйтелгән саҡта уҡ үтәлгән кеүек итеп яҙылған.
Шуға күрә беҙ Изге Яҙманы, өмөт биргән китап, тип атай алабыҙ. Алланың кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәне тураһында күберәк белгән һайын, уға өмөтләнергә сәбәптәр арта ғына бара. Илсе Павел былай тип яҙған: «Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (Римдарға 15:4).
Алла беҙгә ниндәй өмөт бирә?
Ҡасан беҙ өмөткә бигерәк тә мохтаж? Үлем менән осрашҡанда түгелме? Әммә күптәр өсөн үлем, мәҫәлән, яҡын кешеңде юғалтыу, — өмөт тураһында уйлауы ауыр булған ваҡыт. Үлемдән дә өмөтһөҙ нәмәнең булыуы мөмкинме ни? Ул бөтәбеҙҙең дә артынан бер тотам ҡалмай йөрөй. Беҙ уны әҙгә генә кисектерә алабыҙ, ләкин бөтөнләй кирегә бороп ебәрергә көсөбөҙ етмәй. Изге Яҙма бик дөрөҫ итеп үлемде «иң һуңғы дошман» тип атай (1 Коринфтарға 15:26).
Үлем менән осрашҡанда ниндәй ҙә булһа өмөт бармы? Үлемде һуңғы дошман тип атаған аятта шулай уҡ, был дошман юҡҡа сығарыласаҡ, тип тә әйтелә. Йәһүә Алла үлемдән көслөрәк. Ул быны төрлө осраҡтарҙа иҫбатлаған. Нисек? Үлгәндәрҙе терелтеп. Изге Яҙмала Алланың көсө ярҙамында үлгәндәрҙе терелткән туғыҙ осраҡ һүрәтләнә.
Йәһүә үҙенең Улы Ғайсаға дүрт көн үле булған яҡын дуҫы Лазарҙы терелтеү өсөн көс биргәне тураһындағы осраҡ иғтибарға лайыҡ. Ғайса быны йәшерен түгел, ә бик күп кеше алдында асыҡтан-асыҡ эшләгән (Яхъя 11:38—48, 53; 12:9, 10).
Бәлки, һеҙ, был кешеләрҙе нимәгә терелтергә кәрәк булған икән, тип уйлайһығыҙҙыр. Һуңынан улар барыбер ҡартайып үлгән бит. Эйе, был шулай. Шулай ҙа ошо ышаныслы осраҡтар ярҙамында беҙҙең, яҡындарыбыҙ тағы йәшәһен, тигән теләк кенә түгел, ә тап шулай буласағына ышанырға нигеҙ ҙә бар. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙҙең ысын өмөт бар.
Ғайса: «Мин — терелеү һәм тормош», — тигән (Яхъя 11:25). Йәһүә уға үлгәндәрҙе бөтә донъя масштабында терелтер өсөн көс бирәсәк. «Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ», — тигән Ғайса (Яхъя 5:28, 29). Ҡәберҙәрендә йоҡлап ятҡандарҙың барыһының да ерҙәге ожмахта йәшәр өсөн терелтелергә өмөтө бар.
Ишағыя пәйғәмбәр терелеүҙе тулҡынландырғыс итеп һүрәтләп биргән: «Һинең үлеләрең йәшәр. Минең үлектәр тороп баҫыр. Ер ҡуйынында ятҡандар, уянығыҙ һәм шатланып ҡысҡырығыҙ! Сөнки һинең ысығың иртәнге ысыҡтай, ер үҙендә ятҡан көсһөҙ үлеләрҙе йәшәр өсөн ҡайтарыр» (Ишағыя 26:19).
Был һүҙҙәр йыуатмаймы ни? Үлгәндәр күҙ алдына килтерә алған иң ҡурҡынысһыҙ урында ята. Ана ҡарынындағы бала һаҡлаулы булған кеүек, ҡәберҙә йоҡлап ятҡандар Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың хәтерендә һаҡлана (Лука 20:37, 38). Тиҙҙән улар бәхетле донъяла йәшәр өсөн тереләсәк. Уларҙы, хәстәрлекле ғаилә көтөп алынған баланың тыуыуына ҡыуанған кеүек, ҡыуанып ҡаршы аласаҡтар. Тимәк, хатта үлем менән осрашҡанда ла өмөт бар.
Өмөт һеҙгә ниндәй файҙа килтерә ала
Илсе Павел беҙҙе өмөттөң ҡиммәте тураһында күп нәмәгә өйрәтә. Ул өмөттө рухи кейемдең мөһим өлөшө — тимер башлыҡ менән сағыштырған (1 Фессалоникаларға 5:8). Ни өсөн? Элекке заманда һуғышсы һуғышҡа барғанда йыш ҡына кейеҙ йә күн кәпәс өҫтөнән тимер башлыҡ кейгән. Башлыҡ кейгәнгә, һуғышсының башына һуҡһалар ҙа, ул зыян күрмәгән. Павел нимәне күҙ уңында тотҡан? Тимер башлыҡ башты һаҡлаған кеүек, өмөт аҡылды һаҡлай. Әгәр һеҙҙең Алла ниәттәренә тура килгән ныҡлы өмөтөгөҙ булһа, ауырлыҡтар менән осрашҡанда, һеҙ йән тыныслығын юғалтмаҫһығыҙ, паникаға һәм өмөтһөҙлөккә бирелмәҫһегеҙ. Бындай башлыҡ кемгә кәрәк булмаһын?
Павел өмөттөң Алла ихтыяры менән бәйле икәнен күрһәткән тағы бер миҫал килтергән. «Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь...», — тип яҙған ул (Еврейҙарға 6:19). Бер нисә тапҡыр карап һәләкәтенә осрағанға, Павел якорҙың ни тиклем мөһим икәнен белгән. Дауылға эләккәндә, моряктар якорь төшөргән. Әгәр ул диңгеҙ төбөнә етеп, ныҡ торһа, карап ярға сығарып ташланмай һәм таштарға бәрелеп ватылмай имен ҡалыр, тигән өмөт булған.
Шуның шикелле, әгәр Алланың вәғәҙәләре беҙҙең өсөн «ныҡлы һәм ышаныслы» икән, өмөт беҙгә ошо дауыллы заман өйөрмәләрендә ныҡ торорға ярҙам итер. Йәһүә, тиҙҙән һуғыштар, енәйәтселек, ҡайғы-хәсрәт һәм хатта үлем кешелекте яфаламаған ваҡыт килер, тип вәғәҙә итә. («Өмөт өсөн нигеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Өмөт дауылда иҫән ҡалыр өсөн кәрәкле якорь кеүек була ала, шулай уҡ был донъяла хөкөм һөргән тәртипһеҙлек һәм әхлаҡһыҙлыҡ рухына бирелмәйенсә, Алла нормалары буйынса йәшәргә этәргес тә була ала.
Йәһүә биргән өмөт шәхсән һеҙгә лә файҙа килтерә ала. Ул һеҙҙең үҙе ниәтләгән тормошто татыуығыҙҙы теләй. Ул «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын» теләй. Нисек? Иң беренсе, һәр кемгә хәҡиҡәт тураһында теүәл белем алырға кәрәк (1 Тимофейға 2:4). Алла Һүҙендәге йәшәү биргән белемде алығыҙ. Алла беҙгә ошо белем аша биргән өмөт был донъя тәҡдим иткән һәр өмөттән күпкә өҫтөнөрәк.
Бындай өмөт менән һеҙ бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелмәҫһегеҙ, сөнки Алла үҙенең ихтыярына тура килгән һәр маҡсатығыҙға ирешергә көс бирә ала (2 Коринфтарға 4:7; Филиптарға 4:13). Һеҙ шундай өмөткә эйә булырға теләмәҫ инегеҙме ни? Шулай итеп, әгәр һеҙ өмөткә мохтаж булһағыҙ, уны эҙләһәгеҙ, бирешмәгеҙ. Өмөт һеҙҙең янда ғына. Һеҙ уны таба алаһығыҙ!
[Рамка/Иллюстрация]
Өмөт өсөн нигеҙ
Изге Яҙманан алынған түбәндәге фекерҙәр һеҙгә өмөтөгөҙҙө нығытырға ярҙам итә ала.
◼ Аллаһы Тәғәлә бәхетле киләсәк вәғәҙә итә.
Уның Һүҙендә, бөтә ер ожмах буласаҡ, унда кешеләр бәхетле һәм берҙәм ғаилә булып йәшәйәсәк, тип әйтелә (Зәбур 37:11, 29; Ишағыя 25:8; Асылыш 21:3, 4).
◼ Алла алдай алмай.
Ул ялғандың бөтә төрөн дә нәфрәт итә. Йәһүә сикһеҙ изге һәм саф, шуға күрә ул алдай алмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19; Ишағыя 6:2, 3; Титҡа 1:2; Еврейҙарға 6:18).
◼ Алла сикһеҙ хакимлыҡҡа эйә.
Йәһүә генә сикһеҙ ҡөҙрәтле. Ғаләмдәге бер нәмә лә уға үҙ вәғәҙәләрен үтәргә ҡамасаулай алмай (Сығыш 15:11; Ишағыя 40:25, 26).
◼ Алла һеҙҙең мәңге йәшәүегеҙҙе теләй.
(Яхъя 3:16; 1 Тимофейға 2:3, 4).
◼ Алла беҙгә өмөт менән ҡарай.
Ул иғтибарын беҙҙең хаталар һәм яңылышлыҡтарға түгел, ә беҙҙең тырышлыҡтар һәм ыңғай яҡтарға туплай (Зәбур 103:12—14; 130:3; Еврейҙарға 6:10). Ул дөрөҫ булғанды эшләребеҙгә өмөтләнә һәм беҙ уның өмөтөн аҡлағанда шатлана (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11).
◼ Хоҙай үҙенә яраҡлы булған маҡсаттарыбыҙға ирешергә ярҙам итергә вәғәҙә бирә.
Алла хеҙмәтселәре һәр ваҡыт уның ярҙамына өмөтләнә ала. Ул үҙенең изге рухын — иң ҡеүәтле көстө беҙгә ярҙамға мул итеп бирә (2 Коринфтарға 4:7).
◼ Аллаға өмөтләнеү оятҡа ҡалдырмай.
Хоҙай тулыһынса ышанысҡа лайыҡ, ул бер ҡасан да өмөтөгөҙҙө өҙмәҫ (Зәбур 25:3).
[Иллюстрация]
Тимер башлыҡ башты һаҡлаған кеүек, өмөт аҡылды һаҡлай
[Иллюстрация]
Ныҡ нигеҙле өмөт, якорь һымаҡ, ныҡ торорға ярҙам итә
[Сығанаҡ]
Courtesy René Seindal/Su concessione del Museo Archeologico Regionale A. Salinas di Palermo
-