122-СЕ ЙЫР
Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!
(1 Коринфтарға 15:58)
1. Бар халыҡтар ҙа төшкән хафаға,
Нимә булыр, тип улар борсола.
Көн дә кәрәк беҙгә ныҡ торорға
Һәм тоғролоҡ һаҡларға.
ҠУШЫМТА
Кәрәк сыҙам булырға,
Бирешмәҫкә һынауҙа.
Ныҡ торһаҡ хаҡ юлда,
Мул фатиха көтә.
2. Был донъяла ифрат күп тоҙаҡтар,
Бары айыҡ фекерләү ҡурсалар.
Беҙ ҡаҡшамаҫ буласаҡбыҙ һәр саҡ,
Яҡшылыҡты яратһаҡ.
ҠУШЫМТА
Кәрәк сыҙам булырға,
Бирешмәҫкә һынауҙа.
Ныҡ торһаҡ хаҡ юлда,
Мул фатиха көтә.
3. Иң яҡшыһын бир изге Аллаға,
Бар көсөңдө хеҙмәткә бағышла.
Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзлә,
Сөнки ваҡыт әҙ ҡала.
ҠУШЫМТА
Кәрәк сыҙам булырға,
Бирешмәҫкә һынауҙа.
Ныҡ торһаҡ хаҡ юлда,
Мул фатиха көтә.
(Лука 21:9; 1 Пет. 4:7-не ҡара.)