Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w23 ноябрь 8—13 бб.
  • Үҙ-ара мөхәббәтегеҙ артһын

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Үҙ-ара мөхәббәтегеҙ артһын
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • НИ ӨСӨН БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ЯРАТЫУ МӨҺИМ?
  • ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ЯРАТҠАНЫБЫҘҘЫ НИСЕК КҮРҺӘТӘ АЛАБЫҘ?
  • ҮҘ-АРА МӨХӘББӘТТЕ НИСЕК КӨСЛӨ КИЛЕШ ҺАҠЛАРҒА?
  • НИ ӨСӨН БӨГӨН МӨХӘББӘТ БИК МӨҺИМ?
  • Мөхәббәтегеҙ һыуынмаһын
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Мөхәббәт — ҡиммәтле сифат
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • «Мөхәббәтегеҙ... артҡандан-арта барһын»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
w23 ноябрь 8—13 бб.

47-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Үҙ-ара мөхәббәтегеҙ артһын

«Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә» (1 ЯХЪЯ 4:7).

109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1, 2. а) Павел иман, өмөт һәм мөхәббәт тураһында әйткәндә, ни өсөн мөхәббәт — иң бөйөгө, тип әйткән? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡаралыр?

ИЛСЕ Павел иман, өмөт һәм мөхәббәт тураһында әйткәндә: «Улар араһында мөхәббәт — иң бөйөгө», — тигән (1 Кор. 13:13). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Киләсәктә Алланың яңы донъя тураһындағы вәғәҙәләренә иман сағылдырырға кәрәк булмаҫ. Беҙ бөгөн өмөтләнгән нәмәләр инде тормошҡа ашасаҡ. Ләкин Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата мөхәббәтебеҙ бер ҡайҙа ла юғалмай. Ул мәңге үҫә барасаҡ.

2 Беҙ һәр ваҡыт мөхәббәткә мохтаж булғас, әйҙәгеҙ, өс һорауҙы ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, ни өсөн бер-беребеҙҙе яратыу бик мөһим? Икенсенән, беҙ ҡәрҙәштәрҙе яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? Өсөнсөнән, бер-беребеҙгә ҡарата яратыуыбыҙҙы нисек ҡайнар килеш һаҡларға?

НИ ӨСӨН БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ЯРАТЫУ МӨҺИМ?

3. Бер-беребеҙҙе яратырға ниндәй сәбәптәр бар?

3 Ни өсөн бер-беребеҙҙе яратыу бик мөһим? Сәбәптәрҙең береһе: бер-беребеҙҙе яратып, беҙ Алланың ысын хеҙмәтселәре икәнен иҫбатлайбыҙ. Ғайса илселәренә: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер», — тигән (Яхъя 13:35). Мөхәббәт шулай уҡ берҙәмлекте нығыта. Илсе Павел «мөхәббәт... барыһын да берләштер[ә]» тигән (Кол. 3:14). Бер-беребеҙҙе яратыр өсөн тағы бер сәбәп бар. Илсе Яхъя үҙ ҡәрҙәштәренә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», — тип яҙған (1 Яхъя 4:21). Бер-беребеҙҙе яратып, беҙ Алланы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

4, 5. Йәһүәгә булған яратыуыбыҙ ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙ менән нисек бәйле? Миҫал килтерегеҙ.

4 Ни өсөн Аллаға ҡарата яратыу ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыу менән туранан-тура бәйле тип әйтеп була? Йөрәк тәндең башҡа ағзалары менән нисек бәйле икәне тураһында уйлап ҡарағыҙ. Табип тамыр тибешен тыңлағанда йөрәктең ниндәй хәлдә булыуын белә. Ошо миҫалды ҡаралған темаға нисек ҡулланырға?

5 Табип тамыр тибеше ярҙамында йөрәгебеҙҙең һаумы-юҡмы икәнен билдәләй ала. Тап шуның шикелле, башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙ Алланы ни тиклем көслө яратҡаныбыҙҙы күрһәтә. Әгәр беҙ ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙың һүлпәнәйгәнен һиҙеп ҡалһаҡ, тимәк, Аллаға ҡарата ла яратыуыбыҙ һүлпәнәйгән. Ләкин ҡәрҙәштәргә яратыуыбыҙҙы эштәр менән күрһәтергә онотмайбыҙ икән, Алланы яратыуыбыҙ ҙа көсәйә бара.

6. Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙың һыуыныуы нимәне күрһәтә? (1 Яхъя 4:7—9, 11).

6 Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙың һыуынғанын абайлаһаҡ, быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ни өсөн? Был Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙың ҡурҡыныс аҫтында булыуын күрһәтә. Илсе Яхъя был хаҡта: «Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай», — тип әйткән (1 Яхъя 4:20). Бында беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар? Йәһүә бер-беребеҙҙе яратһаҡ ҡына беҙҙе хуплай. (1 Яхъя 4:7—9, 11-ҙе уҡығыҙ.)

ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ЯРАТҠАНЫБЫҘҘЫ НИСЕК КҮРҺӘТӘ АЛАБЫҘ?

7, 8. Ҡәрҙәштәрҙе яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

7 Алла Һүҙе бер-беребеҙҙе яратырға күп тапҡыр дәртләндерә (Яхъя 15:12, 17; Рим. 13:8; 1 Фес. 4:9; 1 Пет. 1:22; 1 Яхъя 4:11). Ләкин мөхәббәт йөрәк эсендә һәм уны бер кем дә күрә алмай. Улай булғас, ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтергә? Беҙ уны һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән сағылдыра алабыҙ.

8 Бына бер нисә ысул. «Бер-берегеҙгә дөрөҫөн һөйләгеҙ» (Зәк. 8:16). «Бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ» (Марк 9:50). «Бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ» (Рим. 12:10). «Бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ» (Рим. 15:7). «Бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» (Кол. 3:13). «Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ» (Гал. 6:2). «Бер-берегеҙҙе... тынысландырығыҙ» (1 Фес. 4:18). «Бер-берегеҙгә... ышаныс өҫтәгеҙ» (1 Фес. 5:11). «Бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ» (Яҡ. 5:16).

Фотоһүрәттәр: 1) апай-ҡәрҙәш доға ҡыла; 2) ул үҙ хистәре менән бүлешкән апай-ҡәрҙәште иғтибар менән тыңлай; 3) ул видеоэлемтә аша оло йәштәге ауырыған апай-ҡәрҙәшкә шылтырата; 4) бүләк менән бирер өсөн открытка яҙып ултыра; 5) ул ҡулы һынған апай-ҡәрҙәш менән сәй эсә.

Ауырлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итеп була? (7—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

9. Ни өсөн башҡаларҙы йыуатыу — уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтер өсөн яҡшы ысул? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Үткән абзацта яратыу күрһәтеүҙең бер нисә ысулын ҡарап сыҡтыҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙың береһен ентекләберәк тикшерәйек. Павел: «Бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ», — тип әйткән. «Тынысландырығыҙ» тигән һүҙ шулай уҡ «йыуатығыҙ» тигәнде лә аңлата. Ни өсөн башҡаларҙы йыуатып, беҙ уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ? Бер белешмә буйынса, «йыуатыу» тип тәржемә ителгән һүҙ шулай уҡ ауыр һынау кисергән кешенең янында булыуҙы аңлата. Тимәк, беҙ имандашыбыҙҙы йыуатҡанда уға ҡанатланып китергә һәм Аллаға артабан да хеҙмәт итергә ярҙам итәбеҙ. Ҡәрҙәшебеҙ илағанда уны иғтибар менән тыңлаһаҡ, уны яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (2 Кор. 7:6, 7, 13).

10. Шәфҡәтлек менән йыуатыу нисек үҙ-ара бәйле?

10 Йыуатыу ҡыҙғаныу менән тығыҙ бәйле. Шәфҡәтле кеше башҡаларҙың күңел әрнеүен еңеләйтер өсөн уларҙы йыуатырға тырыша. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ тәүҙә кешене ҡыҙғанабыҙ, ә шунан һуң йыуатабыҙ. Әйҙәгеҙ быны Йәһүәнең — «һәр яҡлап йыуатыусы Алланың һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атайыбыҙҙың» миҫалынан беләйек. «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (ингл.) былай тиелгән: «Алла шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атай тип атала, сөнки ул шәфҡәтлектең Сығанағы». Шишмәнән аҡҡан һыу һыуһаған кешегә көс өҫтәгән кеүек, Йәһүә лә мохтаж кешеләргә көс өҫтәй һәм уларҙы йыуата. Бына ни өсөн ул «һәр яҡлап йыуатыусы Алла», тип атала (2 Кор. 1:3, 4). Беҙ Йәһүәнән нисек өлгө ала алабыҙ? Беҙгә лә шәфҡәтле булырға һәм башҡаларҙы йыуатырға кәрәк. Бының өсөн шәфҡәтлек һәм йыуатыу сағылдырырға булышлыҡ иткән сифаттар үҫтерергә кәрәк. Ниндәй сифаттар ул?

11. Башҡаларҙы йыуатырға теләгебеҙ көслө булһын өсөн, беҙгә тағы ниндәй сифаттар үҫтерергә кәрәк? (Колосстарға 3:12; 1 Петр 3:8).

11 Беҙгә бер-беребеҙҙе һәр ваҡыт йыуатып торор өсөн, шулай уҡ ҡыҙғаныусан һәм игелекле булырға кәрәк. (Колосстарға 3:12; 1 Петр 3:8-ҙе уҡығыҙ.) Беҙ шәфҡәтлеккә, ҡыҙғаныуға һәм игелеккә бай булһаҡ, башҡаларҙы йыуатырға теләгебеҙ ҙә көслөрәк булыр. Ғайса: «Кешенең күңелендә ни булһа, телендә лә шул була бит. Яҡшы кеше күңелендә яҡшы нәмәләр һаҡлай, шуға унан яҡшылыҡ сыға», — тигән (Матф. 12:34, 35). Бәләгә эләккән ҡәрҙәштәрҙе йыуатһаҡ, улар беҙҙең яратыуыбыҙҙы тойор.

ҮҘ-АРА МӨХӘББӘТТЕ НИСЕК КӨСЛӨ КИЛЕШ ҺАҠЛАРҒА?

12. а) Ни өсөн беҙгә һаҡ булырға кәрәк? б) Артабан беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

12 Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға теләйбеҙ (1 Яхъя 4:7). Ләкин Ғайсаның «күпселек кешенең һөйөүе һыуыныр» тигән киҫәтеүен иҫтә тотоу мөһим (Матф. 24:12). Ул «күпселек кешенең» тип әйткәндә, шәкерттәрен күҙ уңында тотмаған. Шулай ҙа беҙгә һаҡ булырға кәрәк, сөнки был донъяның һыуыҡ һәм эгоистик рухы беҙгә лә йоғорға мөмкин. Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙ ни тиклем көслө икәнен тикшереп буламы? Әйҙәгеҙ, юғарыла әйтелгәнде иҫәпкә алып, быны ҡарап сығайыҡ.

13. Ҡәрҙәштәрҙе ныҡ яратабыҙмы-юҡмы икәнен нисек тикшереп була?

13 Яратыуыбыҙҙың көсөн тикшерер өсөн бер ысул — тормоштоң төрлө осраҡтарында үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙҙы күҙәтеү (2 Кор. 8:8). Мәҫәлән, илсе Петр: «Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә», — тип яҙған (1 Пет. 4:8). Ҡәрҙәштәр хата яһағанда йә беҙҙе рәнйеткәндә, үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ уларҙы ныҡ яратабыҙмы-юҡмы икәнен күрһәтә.

14. 1 Петр 4:8-ҙә әйтелгәнсә, беҙ ҡәрҙәштәрҙе нисек яратырға тейеш? Миҫал килтерегеҙ.

14 Әйҙәгеҙ, илсе Петрҙың ошо һүҙҙәрен ентекләберәк ҡарап сығайыҡ. 8-се аяттың беренсе өлөшөндә, беҙ бер-беребеҙҙе «ысын йөрәктән» яратырға тейеш тип әйтелә. «Ысын йөрәктән» тип тәржемә ителгән һүҙ «тартыуҙы, киңәйтеүҙе» аңлата. Аяттың икенсе өлөшөндә әйтелгәнсә, ундай мөхәббәт ниндәй көскә эйә? Ул ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ҡаплай. Күҙ алдына килтерегеҙ: беҙ мөхәббәтте ике ҡул менән «тотабыҙ» ҙа һуҙылмалы туҡыманы кеүек ныҡ итеп тартабыҙ. Беҙ уны бер йә ике түгел, ә «күп гонаһтарҙы» ҡаплар өсөн төрлө яҡтан тартҡыслайбыҙ. Туҡыма берәй тапты ҡаплай алған кеүек, мөхәббәт тә башҡаларҙың хаталарын һәм етешһеҙлектәрен ҡаплай ала.

15. Көслө яратыу беҙҙе нимәгә дәртләндерә? (Ефестарға 4:32).

15 Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәрен ғәфү итергә еңел булмаһа ла, көслө мөхәббәт шулай эш итергә дәртләндерә. (Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.) Әгәр беҙ башҡаларҙы ғәфү итә беләбеҙ икән, тимәк, мөхәббәтебеҙ һүрелмәгән, һәм беҙ Йәһүәне шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ҡәрҙәштәрҙең хаталарына һәм уларҙың асыуыбыҙҙы сығарған яҡтарына иғтибар итмәҫкә тағы нимә ярҙам итер?

Түңәрәк эсендә ағай-ҡәрҙәштең үҙ телефонынан бергә төшкән фотоларҙың береһен юйып ташлағаны һүрәтләнгән. Ә фотоһүрәттәрҙең береһен баҫтырған һәм өҫтәлгә рамкаға ҡуйған.

Беҙ яҡшы килеп сыҡҡан фотоларҙы ғына ҡалдырабыҙ. Шуның кеүек ҡәрҙәштәр хаҡында тик йылы хәтирәләрҙе генә һаҡлайбыҙ, ә насарҙарын оноторға тырышабыҙ. (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16, 17. Башҡаларҙың бәләкәй генә хаталарына иғтибар итмәҫкә тағы нимә ярҙам итер? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

16 Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәрен түгел, ә яҡшы яҡтарын күрергә тырышығыҙ. Әйҙәгеҙ, ошондай сағыштырыуҙы ҡарап сығайыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ дуҫтарығыҙ менән бергә йыйылғанһығыҙ, күңелле ваҡыт үткәрәһегеҙ, ә һуңынан фотоға төшөргә булдығыҙ, ти. Беренсе фотоһүрәт матур сыҡмай ҡуйыр тип, һеҙ тағы ике мәртәбә фотоға төшәһегеҙ. Шулай итеп хәҙер һеҙҙә өс фотоһүрәт бар. Ләкин һеҙ шуға иғтибар итәһегеҙ: уларҙың береһендә бер ағай-ҡәрҙәш насар килеп сыҡҡан. Һеҙ ул фотоны нимә эшләтәһегеҙ? Һеҙ уны юҡ итерһегеҙ, сөнки башҡа ике фотоһүрәттә бөтәһе лә, был ағай-ҡәрҙәш тә матур сыҡҡан.

17 Беҙҙең хәтирәләребеҙҙе лә шундай фотоһүрәттәр менән сағыштырып була. Ғәҙәттә, беҙгә ҡәрҙәштәребеҙ менән ваҡыт үткәреү бик оҡшай. Ләкин уларҙың береһе беҙҙе рәнйеткән берәй нәмә әйтһә йә эшләһә, беҙ нисек эш итербеҙ? Ни өсөн теге фотоһүрәтте юҡ иткән кеүек, уйыбыҙҙан ошо хәтирәне алып ташламаҫҡа? (Ғиб. һүҙ. 19:11). Нигә ҡәрҙәшебеҙҙең бәләкәй генә хатаһын иҫтә тоторға? Беҙҙең бит был кеше менән бәйле күп яҡшы хәтирәләр бар. Тап уларҙы беҙ һаҡларға теләйбеҙ ҙә!

НИ ӨСӨН БӨГӨН МӨХӘББӘТ БИК МӨҺИМ?

18. Был мәҡәләнән мөхәббәт тураһында нимә белдек?

18 Ни өсөн бер-беребеҙҙе яратыу бик мөһим? Был мәҡәләнән күреүебеҙсә, әгәр беҙ ҡәрҙәштәрҙе яратһаҡ, тимәк, беҙ Йәһүәне лә яратабыҙ. Ә яратыуыбыҙҙы эштәр менән нисек күрһәтергә? Ысулдарҙың береһе — ҡәрҙәштәрҙе йыуатыу. Ҡыҙғаныуға бай булһаҡ, беҙ бер-беребеҙҙе йыуата алырбыҙ. Ә яратыуыбыҙҙы нисек ҡайнар килеш һаҡларға? Еңел булмаһа ла, башҡаларҙың хаталарын ғәфү итергә кәрәк.

19. Ни өсөн айырыуса бөгөн бер-беребеҙҙе яратыу бик мөһим?

19 Ни өсөн айырыуса бөгөн бер-беребеҙҙе яратыу бик мөһим? Илсе Петрҙың ниндәй сәбәп килтергәненә иғтибар итегеҙ. Ул: «Донъяның ахыры яҡын», — тигән. Шуға күрә ул мәсихселәрҙе: «Бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ», — тип дәртләндергән (1 Пет. 4:7, 8). Беҙ был донъяның иң ахырында йәшәйбеҙ. Улай булғас, беҙгә нимә көтөргә? Ғайса: «Бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе минең исемем арҡаһында нәфрәт итер», — тигән (Матф. 24:9). Шундай дошманлыҡҡа ҡаршы тора алыр өсөн, беҙгә берҙәм булырға кәрәк. Шул саҡта Шайтан арабыҙҙы боҙа алмаҫ, сөнки беҙҙе «мөхәббәт» берләштерә (Кол. 3:14; Флп. 2:1, 2).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ҡәрҙәштәрҙе яратырға беҙҙең ниндәй сәбәптәр бар?

  • Ҡәрҙәштәрҙе яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

  • Мөхәббәт менән кисереү үҙ-ара нисек бәйле?

130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

a Ҡәрҙәштәребеҙ бөгөн яратыуға айырыуса мохтаж. Ни өсөн уларға ҡарата яратыу сағылдырыу мөһим һәм уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтер өсөн нимә эшләй алабыҙ?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу