42-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Һеҙгә тыңлаусан булыу еңелме?
«Юғарынан килгән аҡыл... тыңлаусан» (ЯҠ. 3:17).
101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Ни өсөн тыңлаусан булыу еңел түгел?
ТЫҢЛАУСАН булыу һеҙгә еңел булмағанын һиҙәһегеҙме? Шулай булһа, һеҙ бер үҙегеҙ түгел. Мәҫәлән, Дауыт батша Йәһүәне бик ныҡ яратҡан. Хатта уға ла тыңлаусан булыу еңел булмаған. Шуға күрә ул Йәһүәгә: «Һиңә күндәм булыу теләге уят миндә», — тип әйткән (Зәб. 51:12). Ни өсөн кешеләргә тыңлаусан булыу бик ауыр? Беренсенән, беҙ тыңлауһыҙ булып тыуабыҙ. Икенсенән, Йәһүәгә баш күтәргән Шайтан беҙҙең дә Йәһүәгә ҡаршы булыуыбыҙҙы теләй (2 Кор. 11:3). Өсөнсөнән, беҙ фетнәсел рух сағылдырған донъяла йәшәйбеҙ (Ефес. 2:2). Беҙгә тән теләктәренә, шулай уҡ Шайтандың һәм уның донъяһының баҫымына бирелергә ярамай. Беҙгә бөтә көсөбөҙҙө һалып Йәһүәне һәм ул хакимлыҡ биргән кешеләрҙе тыңларға тырышырға кәрәк.
2. Тыңлаусан булыу нимәне аңлата? (Яҡуб 3:17).
2 Яҡуб 3:17-не уҡығыҙ. Алла тарафынан рухландырылып Яҡуб, «юғарынан килгән аҡыл тыңлаусан», тип яҙған. Был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡаны тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ. Йәһүә хакимлыҡ биргән кешеләргә беҙ теләп буйһонорға тейеш. Әлбиттә, Йәһүә уның ҡанундарын боҙорға талап иткән кешеләргә буйһоноуыбыҙҙы көтмәй (Ғәм. 4:18—20).
3. Йәһүә хакимлыҡҡа эйә булған кешеләргә буйһоноуыбыҙҙы ни өсөн теләй?
3 Әлбиттә, кешеләргә ҡарағанда Йәһүәгә тыңлаусан булыу еңелерәк, сөнки ул камил (Зәб. 19:7). Шулай ҙа күктәге Атайыбыҙ ата-әсәләргә, хөкүмәттәргә һәм йыйылыш өлкәндәренә вәкәләттәр биргән (Ғиб. һүҙ. 6:20; 1 Фес. 5:12; 1 Пет. 2:13, 14). Уларға тыңлаусан булғанда, беҙ Йәһүәгә тыңлаусан булып ҡалабыҙ. Беҙ теләмәгәндә йә уларҙың күрһәтмәләре менән ризалашмағанда, уларға буйһонорға нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ быны ҡарап сығайыҡ.
АТАЙ-ӘСӘЙЕГЕҘГӘ ТЫҢЛАУСАН БУЛЫҒЫҘ
4. Балалар бөгөн ата-әсәләрен ни өсөн тыңламай?
4 Күп балалар һәм үҫмерҙәр ата-әсәләренә буйһонмай (2 Тим. 3:1, 2). Сәбәбе нимәлә? Ҡайһы бер балалар, ата-әсәләр ике йөҙлө һәм уларҙан үҙҙәре эшләмәгәнде талап итә, тип уйлай. Икенселәре, ата-әсәләр тормоштан артта ҡалған һәм уларҙың талаптары сиктән тыш ҡәтғи, тип һанай. Йәш мәсихселәр, һеҙ ҙә шулай тип уйлайһығыҙмы? Күптәргә бөгөн Йәһүәнең «балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә» тигән әмеренә буйһоноу ауыр (Ефес. 6:1). Әммә тыңлаусан булырға нимә ярҙам итер?
5. Ни өсөн Ғайса йәш мәсихселәргә тыңлаусан булыуҙың иң яҡшы өлгөһө булып тора? (Лука 2:46—52).
5 Тыңлаусан булыуҙың иң яҡшы өлгөһө — Ғайса. Һеҙ унан күпкә өйрәнә алаһығыҙ (1 Пет. 2:21—24). Ул, ата-әсәһенән айырмалы булараҡ, камил кеше булған. Шулай ҙа улар хаталанғанда һәм ҡайһы ваҡыт уны дөрөҫ аңламағанда уларҙы хөрмәт иткән (Сығ. 20:12). Ғайсаға 12 йәш булғанда, уның менән нимә булғанына иғтибар итәйек. (Лука 2:46—52-не уҡығыҙ.) Йософ менән Мәрйәм үҙ балалары өсөн яуаплы булған һәм Иерусалимдан ҡайтып барғанда Ғайсаның улар менән булмағанын абайлап ҡалғас, бик борсолған. Әммә Ғайсаны тапҡас, Мәрйәм улын уларҙы борсоуға һалғаны өсөн шелтәләгән. Ғайса иһә ихтирам менән ябай яуап биргән. Йософ менән Мәрйәм уның һүҙҙәрен аңламаһа ла, Ғайса «бар нәмәлә уларҙы тыңлаған».
6, 7. Балаларға һәм үҫмерҙәргә ата-әсәһенә тыңлаусан булырға нимә ярҙам итер?
6 Ҡәҙерле балалар һәм үҫмерҙәр! Атай-әсәйегеҙ хаталанғанда йә һеҙҙе аңламағанда уларға буйһоноуы ауырмы? Һеҙгә нимә ярҙам итер? Беренсенән, Йәһүәнең хистәре тураһында уйланығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, һеҙ атай-әсәйегеҙҙе тыңлаһағыҙ, «был Раббыға ҡыуаныс килтерә» (Кол. 3:20). Йәһүә ололарҙың ҡай саҡ һеҙҙе аңламағанын йә ҡәтғи сиктәр ҡуйғанын күрә. Шулай ҙа уларға тыңлаусан булып ҡалһағыҙ, Йәһүә бик ҡыуана.
7 Икенсенән, ата-әсәләрегеҙҙең хистәре тураһында уйлағыҙ. Әгәр уларға тыңлаусан булһағыҙ, уларҙы ҡыуандырырһығыҙ һәм уларҙың ышанысын яуларһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 23:22—25). Шулай уҡ һеҙ бер-берегеҙгә яҡыныраҡ булып китерһегеҙ. Бельгиянан Александр былай ти: «Атай-әсәйемдең үтенестәрен йышыраҡ үтәй башлағас, мөнәсәбәттәребеҙ күпкә яҡшыраҡ, ә ғаиләләге мөхит күпкә йылыраҡ һәм шатлыҡлыраҡ булып китте»b. Өсөнсөнән, тыңлаусан булыуығыҙ һеҙҙе киләсәккә нисек әҙерләгәне тураһында уйлағыҙ. Бразилиянан Па́улу былай тип әйтә: «Атай-әсәйемә буйһоноу минең өсөн яҡшы күнекмә булды. Был мине Йәһүәгә һәм хакимлыҡҡа эйә булған кешеләргә буйһонорға өйрәтте». Алла Һүҙендә ата-әсәләргә ни өсөн буйһонорға кәрәк икәненә мөһим сәбәп килтерелә. Унда былай тип яҙылған: «„Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт“ — был Алла тарафынан бирелгән беренсе әмер. Ә әмергә өҫтәлгән вәғәҙәһе шул: „шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә оҙон ғүмерле булырһың“» (Ефес. 6:2, 3).
8. Күп кенә йәштәр ни өсөн ата-әсәһен тыңларға булған?
8 Күп кенә йәштәр тыңлаусан булыу был бик яҡшы һайлау икәненә үҙҙәре инанған. Бразилияла йәшәгән Луиза уға ни өсөн кеҫә телефоны һатып алмағандарын тәүҙә аңламаған. Тиңдәштәре араһында уның ғына тиерлек телефоны булмаған. Әммә һуңынан ата-әсәһенең уны шулай итеп яҡларға теләгәнен аңлаған. Ул былай ти: «Атай-әсәйем ҡуйған сиктәр минең өсөн күндергес күлдәк түгел, ә тормошомдо һаҡлаған хәүефһеҙлек ҡайышы». Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Эли́забет ҡайһы саҡта атай-әсәйенең ҡарарҙары менән риза түгел. Уға нимә ярҙам иткәнен былай тип аңлата: «Атай-әсәйемдең берәй нәмәне ни өсөн рөхсәт итмәгәнен аңламаһам, уларҙың ҡағиҙәләре миңә файҙа килтергәнен иҫемә төшөрөргә тырышам». Ә Армениянан булған Мо́ника үҙенсә эшләгәнгә ҡарағанда атай-әсәйенең кәңәше буйынса эш итеү яҡшы һөҙөмтәләргә килтергәненә инанған.
«ХАКИМЛЫҠ ИТКӘН ЕТӘКСЕЛӘРГӘ» БУЙҺОНОҒОҘ
9. Күптәр дәүләт закондарына нисек ҡарай?
9 Изге Яҙмала «хакимлыҡ иткән етәкселәр» тураһында һүҙ барғанда донъяуи хөкүмәттәр күҙ уңында тотола (Рим. 13:1). Күптәр уларҙың булыуы яҡшы икәнен һәм ҡайһы бер закондарға буйһонорға кәрәклеген таный. Әммә шул уҡ кешеләр ғәҙелһеҙ булып күренгән йә артыҡ күпте талап иткән закондарға буйһонорға ашыҡмай. Мәҫәлән, һалым түләүгә иғтибар итәйек. Европаның бер илендә үткәрелгән һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең дүрттән бер өлөшө, һалымды ғәҙелһеҙ тип һанаһағыҙ, уларҙы түләмәҫкә лә була, тип яуап биргән. Шуға күрә һалымдың өстән бер өлөшөнөң хөкүмәткә барып етмәүе ғәжәп түгел.
Тыңлаусан булыу тураһында әйткәндә, Йософ менән Мәрйәм ниндәй өлгө ҡалдырған? (10—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)c
10. Ни өсөн беҙгә оҡшамаған закондарҙы ла үтәргә кәрәк?
10 Изге Яҙмала кеше хөкүмәттәре тураһында улар Шайтандың идараһы аҫтында, күп ғазаптар килтерә һәм оҙаҡламай юҡ ителәсәк тип әйтелә (Зәб. 110:5, 6; Вәғ. 8:9; Лука 4:5, 6). Унда шулай уҡ «хакимлыҡҡа ҡаршы килеүсе Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы килә» тип яҙылған. Йәһүә был хакимлыҡтың ваҡытлыса булыуын рөхсәт итә һәм беҙҙән уларға буйһоноуыбыҙҙы көтә. Шуға күрә беҙгә «һәр кемгә тейешлеһен» бирергә, шул иҫәптән һалымдар түләргә, хөкүмәтте хөрмәт итергә һәм уға буйһонорға кәрәк (Рим. 13:1—7). Ҡайһы саҡта был закондар беҙгә уңайһыҙ, ғәҙелһеҙ булып күренә йә уларҙы үтәү беҙгә бик ҡиммәткә төшә. Ләкин беҙ Йәһүәне тыңлайбыҙ, ә ул, хөкүмәттәрҙең закондары уның ҡанундарына ҡаршы килмәһә, уларға буйһонорға кәрәк, тип әйткән (Ғәм. 5:29).
11, 12. Законға буйһонор өсөн Йософ менән Мәрйәм нимә эшләгән һәм был ниндәй һөҙөмтәгә килтергән? (Лука 2:1—6). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
11 Ауыр шарттарҙа хөкүмәттәргә буйһоноу тураһында әйткәндә, Йософ менән Мәрйәм яҡшы өлгө ҡалдырған. (Лука 2:1—6-ны уҡығыҙ.) Мәрйәмдең ауырлы булыуына инде туғыҙ ай булғанда, уларға еңел булмаған ҡарар ҡабул итергә тура килгән. Август ҡайсар Рим империяһында йәшәгән бөтә кешеләр халыҡ иҫәбен үтергә тейеш тигән бойороҡ сығарған. Йософ менән Мәрйәмгә таулы юлдан 150 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан Вифлеемға барырға кәрәк булған! Был юл улар өсөн еңел булмағандыр. Йософ ҡатыны менән буласаҡ балаһы өсөн бик борсолғандыр. Юлда барғанда бала табыу ваҡыты етһә, нимә эшләргә? Мәсихтең тормошо тураһында һүҙ барған бит. Улар, ауыр шарттар арҡаһында хөкүмәттәргә буйһонмаҫҡа ла була, тип һанағанмы?
12 Йософ менән Мәрйәмдең борсолоуҙары булһа ла, улар барыбер законға буйһонған. Йәһүә уларҙы тыңлаусан булыуҙары өсөн фатихалаған. Йософ менән Мәрйәм Вифлеемға иҫән-һау барып еткән. Мәрйәм һау бала тапҡан, шулай итеп Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектең үтәлешенә үҙ өлөшөн индергән (Миҡ. 5:2).
13. Тыңлаусан булыуыбыҙ нисек ҡәрҙәштәргә ярҙам итә ала?
13 «Хакимлыҡ иткән етәкселәргә» тыңлаусан булыуыбыҙ үҙебеҙгә лә, башҡаларға ла файҙа килтерә. Уйлап ҡарағыҙ, әгәр беҙ закондарҙы боҙмаһаҡ, язаға тарттырылмаҫбыҙ (Рим. 13:4). Бынан тыш, тыңлаусан булыуыбыҙ хөкүмәттәрҙең Йәһүә шаһиттары менән мөғәмәлә итеүенә тәьҫир итә. Бына бер нисә тиҫтә йыл элек Нигерияла булған хәл. Осрашыу ваҡытында Батшалыҡ залына һалдаттар килеп кергән. Улар һалым түләүгә ҡаршы сыҡҡан бола ҡуптарыусыларҙы эҙләгән. Ләкин офицер йыйылғандарҙың Йәһүә шаһиттары икәнен белгәс, һалдаттарға китергә ҡушҡан. Ул, Йәһүә шаһиттары кешеләрҙе һалым түләүгә ҡаршы ҡотортмай, тигән. Һәр саҡ законды үтәгән һайын, һеҙ Йәһүә халҡының абруйын күтәрәһегеҙ. Был киләсәктә ҡәрҙәштәрегеҙҙе яҡлай ала (Матф. 5:16).
14. Бер апай-ҡәрҙәшкә хөкүмәттәргә тыңлаусан булырға нимә ярҙам иткән?
14 Ҡайһы саҡта беҙ хөкүмәттәргә буйһонорға теләмәйбеҙ. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Джоанна шуны таный: «Миңә хөкүмәттәргә тыңлаусан булыр өсөн күп көс һалырға тура килде. Үҙ ваҡытында минең ҡайһы бер туғандарым уларҙан күп ғазаптар кисерҙе». Ләкин Джоанна хөкүмәттәргә үҙ ҡарашын үҙгәртергә булған. Беренсенән, ул социаль селтәрҙәрҙә хөкүмәттәргә ҡарата тиҫкәре ҡараштар тыуҙырған роликтарҙы ҡарамаҫҡа булған (Ғиб. һүҙ. 20:3). Икенсенән, киләсәкте кешеләр түгел, тик Йәһүә генә үҙгәртә алғанына ышанысын үҫтерер өсөн унан ярҙам һорап доға ҡылған (Зәб. 9:9, 10). Өсөнсөнән, беҙҙең әҙәбиәттәребеҙҙә нейтралитет тураһында мәҡәләләр уҡыған (Яхъя 17:16). Хөкүмәттәрҙе хөрмәт итә башлағас, миңә бик тыныс һәм рәхәт булып китте, тип бүлешә Джоанна.
ЙӘҺҮӘ ОЙОШМАҺЫНЫҢ КҮРҺӘТМӘЛӘРЕНӘ БУЙҺОНОҒОҘ
15. Ни өсөн ҡайһы ваҡыт Йәһүә ойошмаһы биргән күрһәтмәләргә буйһоноуы ауыр?
15 Йәһүә: «Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ», — тип бойора (Евр. 13:17). Йыйылышыбыҙҙың Башы Ғайса Мәсих камил. Ә ул етәкселек итергә билдәләгән ҡәрҙәштәр — камил булмаған ябай кешеләр. Улар беҙгә оҡшамағанды эшләргә ҡушһалар, тыңлаусан булыу айырыуса ауыр. Ҡасандыр илсе Петр тап шундай хәлгә эләккән. Фәрештә уға Муса ҡануны буйынса харам тип һаналған хайуандарҙы ашарға ҡушҡан. Петр бынан бер тапҡыр түгел, ә өс тапҡыр баш тартҡан! (Ғәм. 10:9—16). Ни өсөн? Был яңы күрһәтмә уға аҡылһыҙ булып күренгән һәм элек өйрәнеп киткән нәмәләрҙән ныҡ айырылып торған. Әгәр Петрға камил фәрештәгә буйһонорға ауыр булған икән, камил булмаған кешеләргә буйһоноуы бигерәк тә ауыр!
16. Башҡалар Павелды эшләргә тейеш булмағанды эшләргә һорағас, ул үҙен нисек тотҡан? (Ғәмәлдәр 21:23, 24, 26).
16 Башҡалар илсе Павелға эшләргә тейеш булмағанды эшләргә ҡушҡас, ул буйһонорға әҙер булған. Еврей халҡынан булған мәсихселәргә Павел «Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтә» тигән хәбәрҙәр еткән (Ғәм. 21:21). Иерусалим йыйылышындағы өлкәндәр уға дүрт ир кеше менән ғибәҙәтханаға барырға һәм таҙарыныу йолаһын үтәргә ҡушҡан. Шул саҡта бөтәһе лә Павелдың Ҡанунды үтәгәнен күрер ине. Ләкин Павел мәсихселәрҙең бүтән Муса ҡануны аҫтында булмағанын һәм үҙенең бер ниндәй ҙә насар эш ҡылмағанын белгән. Шулай ҙа ул бәхәсләшеп тормаған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «икенсе көндө теге кешеләрҙе үҙе менән алып, Павел улар менән бергә таҙарыныу йолаһын» үткән. (Ғәмәлдәр 21:23, 24, 26-ны уҡығыҙ.) Уның өлкәндәргә тыңлаусан булыуы йыйылыштың берҙәмлеген нығытҡан (Рим. 14:19, 21).
17. Стефаниҙың өлгөһөнән нимәгә өйрәнеп була?
17 Сте́фани исемле апай-ҡәрҙәшкә филиалдың ҡарары менән ризалашырға еңел булмаған. Уға ире менән сит телдәге төркөмдә хеҙмәт итергә бик оҡшаған, әммә һуңыраҡ уларҙың төркөмө ябылғас, Стефаниҙы ире менән туған телендәге йыйылышҡа билдәләгәндәр. «Мин бик күңелһеҙләндем, — тип әйтә Стефани. — Миңә туған телемдәге йыйылышта ихтыяж юҡ кеүек тойолдо». Әммә ул был күрһәтмәгә буйһонорға ҡарар иткән. «Ваҡыт үтеү менән мин филиалдың ҡарары ни тиклем аҡыллы булғанын аңланым, — тип дауам итә Стефани. — Беҙ ирем менән туғандары хәҡиҡәттә булмаған бер нисә ҡәрҙәшкә рухи ата-әсә булып киттек. Хәҙер мин күптән түгел йыйылышҡа ҡайтҡан апай-ҡәрҙәш менән өйрәнеү үткәрәм. Шулай уҡ мин хәҙер шәхси өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлә алам». Ул былай тип өҫтәй: «Тыңлаусан булыр өсөн көсөмдән килгәндең барыһын эшләгәнгә выжданым саф».
18. Ни өсөн тыңлаусанлыҡ сағылдырыу мөһим?
18 Тыңлаусанлыҡҡа өйрәнеп була. Ғайса яҡшы шарттарҙа йәшәгәнгә түгел, ә «ғазаптары аша тыңлаусанлыҡҡа» өйрәнгән (Евр. 5:8). Йыш ҡына беҙ ҙә ауыр хәлгә эләкһәк кенә, тыңлаусан булырға өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән, COVID-19 пандемияһы башланғас, Батшалыҡ залдарында йыйылмаҫҡа һәм өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләмәҫкә тигән күрһәтмәләр бирелгән ине. Һеҙгә был күрһәтмәләргә буйһонорға еңел булдымы? Еңел булмаһа ла, һеҙ тыңлаусанлыҡ күрһәттегеҙ һәм шулай эш итеүегеҙ һеҙҙе яҡланы, ҡәрҙәштәр менән берләштерҙе һәм Йәһүәне шатландырҙы. Бынан тыш, һеҙ буласаҡ ауырлыҡтарға әҙерләндегеҙ. Был һеҙгә бөйөк афәт ваҡытында алған күрһәтмәләргә лә тыңлаусан булырға ярҙам итер. Тыңлаусан булыуыбыҙ ҡотолоуыбыҙға туранан-тура бәйле! (Әйүп 36:11).
19. Тыңлаусан булыуҙың төп сәбәбе нимәлә?
19 Күреүебеҙсә, тыңлаусан булыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Беҙ тыңлаусанлыҡ сағылдырабыҙ, сөнки Йәһүәне яратабыҙ һәм уны һөйөндөрөргә теләйбеҙ (1 Яхъя 5:3). Беҙ Йәһүәгә уның бөтә игелекле эштәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы тулыһынса белдерә алмайбыҙ (Зәб. 116:12). Ләкин беҙ уға һәм ул хакимлыҡ биргән кешеләргә тыңлаусан була алабыҙ. Шулай эшләп, беҙ зирәклек сағылдырабыҙ һәм Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11).
89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал
a Беҙ камил түгел, шуға күрә хатта күрһәтмәләр бирергә хоҡуғы булған кешеләргә лә буйһоноу еңел түгел. Был мәҡәләлә беҙ ата-әсәләргә, хөкүмәттәргә һәм йыйылышта үҙ өҫтөнә етәкселек алған ҡәрҙәштәргә буйһоноу ни өсөн мөһим икәнен ҡарап сығырбыҙ.
b Һеҙгә ғаиләлә урынлаштырылған тәртипкә буйһонорға ауыр булһа һәм был хаҡта атай-әсәйегеҙ менән нисек һөйләшергә белмәһәгеҙ, jw.org сайтында «Атай-әсәйем урынлаштырған ҡағиҙәләр тураһында нисек һөйләшергә?» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.
c РӘСЕМДӘРҘӘ. Йософ менән Мәрйәм ҡайсарҙың бойороғона буйһонған һәм иҫәп үтер өсөн Вифлеемға киткән. Мәсихселәр бөгөн «хакимлыҡ иткән етәкселәргә» буйһона: юл ҡағиҙәләрен ҡуллана, һалым түләй һәм һаулыҡ тураһындағы сараларҙы күрә.