Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lff 1 дәрес
  • Тормошоңдо яҡшырта алған китап

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тормошоңдо яҡшырта алған китап
  • Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮБЕРӘК БЕЛ
  • ТӨП ФЕКЕР
  • ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
  • Тормошоңдо яҡшырта алған китап
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса тәүге дәрестәр
  • Изге Яҙманы уҡыу күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләргә?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Изге Яҙманы артабан да өйрәнергә нимә ярҙам итер?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Изге Яҙма өмөт бирә
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Башҡаларын асырға
Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
lff 1 дәрес
1-се дәрес. Асыҡ Изге Яҙма китабы.

01-СЕ ДӘРЕС

Тормошоңдо яҡшырта алған китап

Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат

Ваҡыт-ваҡыт һәр беребеҙҙең йәшәү, үлем, ғазаптар, киләсәк тураһында һорауҙар тыуа. Бынан тыш, беҙҙе эш һәм ғаилә менән бәйле көндәлек проблемалар ҙа борсой. Күптәр иң мөһим һорауҙарға яуаптарҙы Изге Яҙмаa тип аталған китапта тапҡан. Улай ғына ла түгел, улар унда көндәлек тормошҡа ҡағылған кәңәштәр ҙә барлығын күргән. Изге Яҙма һәр кешегә файҙа килтерә ала.

1. Изге Яҙма ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

Изге Яҙмала бындай мөһим һорауҙарға яуап бар: тормош нисек яралған? йәшәүҙең мәғәнәһе нимәлә? ни өсөн ғәйепһеҙ кешеләр ғазап сигә? кеше үлгәс, уның менән нимә була? бөтә кешеләр ҙә тыныслыҡ теләй икән, ни өсөн һуң һуғыштар шул тиклем күп? киләсәктә Ер менән нимә буласаҡ? Бындай һорауҙар биреү тәбиғи, һәм миллионлаған кеше уларға ҡәнәғәтләнерлек яуап инде тапҡан.

2. Изге Яҙма көндәлек тормошта нисек ярҙам итә?

Изге Яҙмала күп яҡшы кәңәштәр бар. Мәҫәлән, унда ғаилә бәхетенең серҙәре яҙылған. Унда шулай уҡ стресты еңеүгә, эштән шатлыҡ табыуға ҡағылышлы кәңәштәр бар. Был һәм башҡа темалар тап ошо курста ҡарала. Был курс ярҙамында һин «Изге Яҙма тотош [унда яҙылғандарҙың барыһы ла]... файҙалы» икәнен үҙең күрерһең (2 Тимофейға 3:16).

Был баҫма Изге Яҙманы алмаштырмай. Киреһенсә, уның маҡсаты — Изге Яҙмаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Шуға күрә беҙ һине дәрестәрҙә килтерелгән аяттарҙы уҡырға һәм уларҙы белгәндәрең менән сағыштырырға дәртләндерәбеҙ.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Изге Яҙма кешеләргә нисек ярҙам итә, уны уҡыуҙан нисек шатлыҡ табырға һәм уны өйрәнгәндә ни өсөн башҡа кешенең ярҙамы кәрәк икәнен бел.

3. Изге Яҙма беҙгә юл күрһәтә

Изге Яҙманы көслө фонарь менән сағыштырырға була: ул беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә һәм киләсәктә нимә булырын әйтә.

Зәбур 119:105-те уҡы һәм яуап бир:

  • Был һүҙҙәрҙе яҙған пәйғәмбәр Изге Яҙмаға нисек ҡараған?

  • Һинең Изге Яҙмаға ҡарашың ниндәй?

Күлдең ташлы яры буйлап барған ир эңер төшкәндә фонарь менән юлын яҡтыртып бара.

4. Изге Яҙмала һорауҙарыбыҙға яуап бар

Бер ҡатын йылдар буйы борсоған һорауҙарына яуапты Изге Яҙмала тапҡан. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

ВИДЕОЯҘМА: «Бер ҡасан да өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ!» (1:48)

  • Ҡатынға ниндәй һорауҙар тынғы бирмәгән?

  • Изге Яҙма өйрәнеүе уға нисек ярҙам иткән?

Изге Яҙма үҙе беҙҙе һорауҙар бирергә саҡыра. Матфей 7:7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Һин Изге Яҙманан ниндәй һорауҙарыңа яуап табырға теләр инең?

5. Изге Яҙманы уҡыу һиңә шатлыҡ килтерә ала

Күп кешегә Изге Яҙманы уҡыу бик оҡшай һәм улар бынан файҙа күрә. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауҙарға яуап бир:

ВИДЕОЯҘМА: «Изге Яҙманы уҡыу» (2:05)

  • Был йәштәр уҡырға яратамы?

  • Ни өсөн Изге Яҙманы уҡыуға улар башҡаса ҡарай?

Изге Яҙма беҙгә йыуаныс һәм өмөт бирә ала. Римдарға 15:4-те уҡы һәм яуап бир:

  • Изге Яҙманың беҙгә йыуаныс һәм өмөт бирергә вәғәҙәһе күңелеңде йылытамы?

6. Башҡалар беҙгә Изге Яҙманы аңларға ярҙам итә ала

Күптәр Изге Яҙманы уҡыу менән генә сикләнмәй, ә уны яҡшы белгән кеше менән фекер алыша. Ғәмәлдәр 8:26—31-ҙе уҡы, шунан һорауға яуап бир:

  • Изге Яҙманы нисек аңларға? (30, 31-се аяттарҙы ҡара.)

Рәсемдәрҙә: 1. Һөйөнөслө хәбәрҙе таратыусы Филип хәбәш кешеһенә Яҙмаларҙы аңлата. 2. Йәһүә шаһиты бер ҡатын һәм уның ике балаһы менән Изге Яҙма буйынса фекер алыша.

Изге Яҙманы аңлар өсөн хәбәш кешеһенә ярҙам кәрәк булған. Бөгөн дә күптәр Изге Яҙма буйынса фекер алышыуҙы файҙалы тип таба

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Изге Яҙманы өйрәнеү — ул ваҡыт әрәм итеү генә».

  • Һин нимә әйтер инең? Аңлат.

ТӨП ФЕКЕР

Изге Яҙмала көндәлек тормошҡа ҡағылышлы кәңәштәр һәм мөһим һорауҙарға яуаптар бар. Ул шулай уҡ кешеләргә йыуаныс һәм өмөт бирә.

Ҡабатлау

  • Изге Яҙмала ниндәй кәңәштәр бар?

  • Изге Яҙмала ниндәй һорауҙарға яуап бирелә?

  • Һин Изге Яҙманан нимә белергә теләр инең?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Изге Яҙмалағы кәңәштәр бөгөнгө тормошта ҡулланырлыҡ.

«Изге Яҙма — бөтмәҫ-төкәнмәҫ зирәклек сығанағы» («Күҙәтеү манараһы», 2018 йыл, № 1)

Бала саҡтан йомоҡ һәм оялсан булған бер ир кешегә Изге Яҙманың нисек ярҙам иткәнен ҡара.

«Мин бәхетле яңы тормош башланым» (2:53)

Ғаилә тормошона ҡағылышлы кәңәштәрҙе ҡарап сыҡ.

«Бәхетле ғаиләләрҙең 12 сере» («Уянығыҙ!», 2018 йыл, № 2)

Күптәр, был донъяның хакимы — Алла, тип уйлай. Изге Яҙмала шул хаҡта нимә әйтелгәнен бел.

«Ни өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк?» (тулы версия) 3:14

a Изге Яҙма китабы Тәүрат, Зәбур, Инжил һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарынан тора.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу