Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 июль 8—13 бб.
  • Ғайса Мәсих етәкселеге аҫтында хеҙмәт итәбеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса Мәсих етәкселеге аҫтында хеҙмәт итәбеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ҒАЙСА ВӘҒӘЗ ЭШЕ МЕНӘН ЕТӘКСЕЛЕК ИТӘ
  • ҒАЙСА ЫШАНЫСЛЫ ХЕҘМӘТСЕНЕ БИЛДӘЛӘГӘН
  • ҒАЙСА ҮҘЕНЕҢ ШӘКЕРТТӘРЕН АЛЫП БАРА
  • «Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» кем ул?
    Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?
  • «Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе»
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Һеҙ шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнаша алаһығыҙмы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 июль 8—13 бб.

29-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ғайса Мәсих етәкселеге аҫтында хеҙмәт итәбеҙ

«Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде» (МАТФ. 28:18).

13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Бөгөн Йәһүәнең ихтыяры нимәлә?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ихтыяры буйынса, Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәр бөтә ер шарында вәғәзләнергә тейеш (Марк 13:10; 1 Тим. 2:3, 4). Был эш Йәһүәнеке һәм бик мөһим, шуға күрә ул уны үҙенең яратҡан Улына тапшырған. Ғайса алып барған вәғәз эше ахыр килгәнсе тамамланасаҡ. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Матф. 24:14).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Был мәҡәләлә беҙ шундай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: Рухи аҙыҡ өләшер өсөн Ғайса нисек «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» ҡуллана? (Матф. 24:45). Ғайса «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» ярҙамында тарихтағы иң бөйөк вәғәз кампанияһында шәкерттәренең ҡатнашыуын нисек ойоштора? Беҙҙең һәр беребеҙ Ғайсаға һәм уның ышаныслы хеҙмәтсеһенә нисек булышлыҡ күрһәтә ала?

ҒАЙСА ВӘҒӘЗ ЭШЕ МЕНӘН ЕТӘКСЕЛЕК ИТӘ

3. Ғайсаға ниндәй хакимлыҡ бирелгән?

3 Беҙ Ғайсаның вәғәз эше менән етәкселек иткәнен ҡайҙан беләбеҙ? Күккә күтәрелер алдынан Ғайса, үҙенең тоғро шәкерттәре менән Галилеяла осрашып, уларға былай тигән: «Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде». Ғайсаның артабан нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ: «Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ» (Матф. 28:18, 19). Тимәк, Ғайсаға вәғәз эше менән дә етәкселек итергә хакимлыҡ бирелгән.

4. Ғайсаның бөгөн дә вәғәз эше менән етәкселек иткәненә ни өсөн ышана алабыҙ?

4 Ғайса вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше «барса халыҡтар араһында» үтәсәк тип әйткән. Шулай уҡ ул үҙенең шәкерттәренә «донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам» тигән (Матф. 28:20). Был һүҙҙәр Ғайсаның хәҙерге ваҡытта ла вәғәз эше менән етәкселек иткәнен асыҡ күрһәтә.

5. Беҙ нисек итеп Зәбур 110:3-тә яҙылған һүҙҙәрҙең үтәлешендә ҡатнашабыҙ?

5 Ғайса ураҡ ваҡытында эшселәр етмәҫ тип борсолмаған. Ул мәҙхиә йырлаусының: «Һин үҙ ғәскәреңде һуғышҡа алып барған көндө халҡың әҙер торор», — тигән пәйғәмбәри һүҙҙәренең үтәләсәген белгән (Зәб. 110:3). Әгәр һеҙ Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләйһегеҙ икән, тимәк, Ғайсаға һәм уның ышаныслы хеҙмәтсеһенә ярҙам күрһәтәһегеҙ, шулай уҡ был пәйғәмбәрлектең үтәлешендә ҡатнашаһығыҙ. Әлбиттә, был эште туҡтатып булмай, әммә ауырлыҡтар бар.

6. Батшалыҡ вәғәзселәре ниндәй ауырлыҡ менән осраша?

6 Батшалыҡ вәғәзселәренең юлында торған кәртәләрҙең береһе — ҡаршылыҡтар. Мөртәттәр, дини етәкселәр, сәйәсмәндәр беҙҙең турала күп ялған һөйләй. Пропагандаға ышанған туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ һәм эштәге хеҙмәттәштәребеҙ беҙҙе Йәһүәне ҡалдырырға һәм бүтән вәғәзләмәҫкә этәрергә мөмкин. Ҡайһы бер илдәрҙә мәсихселәргә янайҙар, уларҙы ҡулға алалар һәм хатта төрмәгә ултырталар. Шундай мөнәсәбәт беҙҙең өсөн ғәжәп түгел. Ғайса: «Бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ», — тип пәйғәмбәрлек иткән (Матф. 24:9). Кешеләрҙең беҙҙе нәфрәт итеүе Мәсих артынан барғаныбыҙҙы һәм Йәһүәнең беҙҙе хуплағанын күрһәтә (Матф. 5:11, 12). Бындай ҡаршылыҡтарҙың артында Шайтан Иблис тора, әммә ул Ғайсаны еңә алмай. Етәксебеҙ Ғайса ярҙамы менән һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә халыҡтар ишетә.

7. Асылыш 14:6, 7-ләге һүҙҙәрҙең үтәлгәненә ниндәй дәлилдәр бар?

7 Беҙҙең юлыбыҙҙа булған тағы бер кәртә — телдәрҙең күплеге. Шулай ҙа телдәрҙең төрлө булыуы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ҡамасауламай. Ғайса Мәсих илсе Яхъяға биргән күренештә быны күрһәткән. (Асылыш 14:6, 7-не уҡығыҙ.) Был күренеш нисек үтәлә? Беҙ бөтә кешеләргә Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр менән танышырға тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн сайтыбыҙҙан Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте бөтә донъяла йәшәгән кешеләр уҡый ала, сөнки ул 1 000-дән ашыу телгә тәржемә ителгән. Етәксе кәңәшмә Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән төп баҫманың — «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың — 700-ҙән ашыу телгә тәржемә итеүен хуплаған. Бынан тыш, беҙ һуҡырҙар өсөн — Брайль шрифындағы әҙәбиәт, ә һаңғырауҙар өсөн видеояҙмалар сығарабыҙ. Беҙ пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлгәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Бөтә халыҡтарҙан сыҡҡан һәм «төрлө телдәрҙә һөйләшкән» кешеләр хәҡиҡәттең «саф телендә» һөйләшергә өйрәнә (Зәк. 8:23; Саф. 3:9). Быларҙың барыһы Ғайса Мәсихтең иҫ киткес етәкселеге ярҙамында мөмкин.

8. Вәғәз эше ниндәй уңыштар килтергән?

8 Бөгөн Йәһүәнең ойошмаһында 240 илдә һәм территорияла 8 000 000 ашыу кеше хеҙмәт итә, һәм йыл һайын уларға тиҫтәләгән мең яңы шәкерт ҡушыла. Әммә ул шәкерттәрҙең күп булыуы түгел, ә уларҙың мәсихселәргә хас булған күркәм сифаттары мөһимерәк (Кол. 3:8—10). Уларҙа Ишағыя 2:4-тәге: «Улар башҡа һуғышырға өйрәнмәҫ», — тигән пәйғәмбәрлек үтәлә. Күптәр әхлаҡһыҙ тормоштарын һәм аяуһыҙ холоҡтарын ҡалдырған, шулай уҡ кире ҡараштарҙан һәм милләтселектән арынған. Үҙ тәртибебеҙ менән беҙ кешеләрҙе Йәһүәнең ойошмаһына йәлеп итәбеҙ һәм Етәксебеҙ Ғайса Мәсих артынан барғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Яхъя 13:35; 1 Пет. 2:12). Был тик Ғайсаның ярҙамы менән генә мөмкин.

ҒАЙСА ЫШАНЫСЛЫ ХЕҘМӘТСЕНЕ БИЛДӘЛӘГӘН

9. Матфей 24:45—47-лә һуңғы көндәр тураһында ниндәй пәйғәмбәрлек яҙылған?

9 Матфей 24:45—47-не уҡығыҙ. Ғайса үҙенең шәкерттәренә рухи аҙыҡ бирер өсөн һуңғы көндәрҙә «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» билдәләргә вәғәҙә иткән. Һәм бөгөн беҙ был хеҙмәтсенең тырышып эшләгәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Алла хеҙмәтселәре һәм хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләр рухи «ризыҡты үҙ ваҡытында» алһын өсөн, Етәксебеҙ майланған ағай-ҡәрҙәштәрҙән торған бәләкәй төркөм менән ҡуллана. Был майланған мәсихселәр башҡаларҙың иманы өҫтөнән хакимлыҡ итмәй (2 Кор. 1:24). Улар Алла халҡының «етәксеһе һәм башлығы» итеп Ғайса Мәсихте таный (Ишағ. 55:4).

«Кешеләр менән Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән төрлө китаптар»: 1) 1946 «Алла хаҡ», апай-ҡәрҙәш хеҙмәттә бер парға был китапты тәҡдим итә; 2) 1968 «Мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәт», ир кеше был китапты өйҙә уҡый; 3) 1982 «Һин ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй алаһың», ағай-ҡәрҙәш бер ир кеше менән Изге Яҙманы өйрәнә; 4) 1995 «Мәңгелек тормошҡа алып барған белем», ағай-ҡәрҙәш төшкө аш ваҡытында хеҙмәттәше менән Изге Яҙманы өйрәнә; 5) 2005/2015 «Изге Яҙманың хаҡ тәғлимәттәре» һәм «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?», апай-ҡәрҙәш бер ҡыҙ менән Изге Яҙманы өйрәнә; 6) 2021 «Һин мәңге йәшәй алаһың!», апай-ҡәрҙәш видео-элемтә аша бер ҡатын менән Изге Яҙманы өйрәнә.

10. Ниндәй китап һеҙгә мәңгелек тормошҡа алып барған юлға баҫырға ярҙам итте? (Рәсемдәрҙе лә ҡарағыҙ.)

10 1919 йылдан башлап ышаныслы хеҙмәтсе эскерһеҙ кешеләргә рухи аҙыҡтың тәмен татырға ярҙам итер өсөн күп китаптар сығарған. 1921 йылда кешеләрҙе Изге Яҙмалағы төп тәғлимәттәре менән таныштырыр өсөн ышаныслы хеҙмәтсе «Алланың арфаһы» тигән китап баҫтырған. Ваҡыттар үткән һәм яңы баҫмалар кәрәк булған. Ниндәй китап һеҙгә күктәге Атабыҙҙы белергә һәм уны ярата башларға ярҙам итте? «Алла хаҡ», «Мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәт» йә «Һин ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй алаһың» тигән китапмы? Ә, бәлки, «Мәңгелек тормошҡа алып барған белем», «Изге Яҙманың хаҡ тәғлимәттәре», «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» йә беҙҙең һуңғы баҫмабыҙ — «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптыр. Был китаптар беҙгә яңы шәкерттәр әҙерләргә ярҙам итер өсөн баҫтырылған булған, һәм уларҙың һәр береһе кәрәкле ваҡытта сыҡҡан.

11. Ни өсөн рухи аҙыҡ бөтәбеҙгә лә үтә мөһим?

11 Ҡаты рухи аҙыҡ хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынғандарға ғына түгел, беҙгә лә кәрәк. Илсе Павел: «Ҡаты аҙыҡ иһә етлеккәндәр өсөн»,— тип яҙған. Уның ярҙамында беҙ «яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға» өйрәнәбеҙ (Евр. 5:14, ЯДТ). Күреүебеҙсә, әхлаҡи нормалар бик түбән төшкән. Шул арҡала Йәһүәнең нормаларын үтәү еңел түгел. Бәхеткә ҡаршы, Ғайса, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән рухи аҙыҡ биреп, иманыбыҙҙың көслө булып ҡалыуы тураһында ҡайғырта. Ышаныслы хеҙмәтсе Ғайсаның етәкселеге аҫтында был аҙыҡты әҙерләй һәм беҙгә тарата.

12. Ни өсөн, беҙ Ғайса һымаҡ Алла исемен тәрән хөрмәт итәбеҙ, тип әйтеп була?

12 Ғайса Мәсих һымаҡ, беҙ Алланың исемен тәрән хөрмәт итәбеҙ (Яхъя 17:6, 26). Мәҫәлән, 1931 йылда беҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән Йәһүә шаһиттары тигән исем алдыҡ. Был исем беҙҙең күктәге Атабыҙ менән яҡын мөнәсәбәттәр булғанын күрһәтә (Ишағ. 43:10—12). Шул уҡ йылдың октябрь айынан башлап, Алланың исеме һәр «Күҙәтеү манараһы» журналының тышлығында баҫтырыла башланы. Өҫтәүенә, был исем Изге Яҙманың «Яңы донъя тәржемәһендә» үҙ урындарында тора. Ә христиан дине үҙҙәренең Изге Яҙма тәржемәләренән Йәһүәнең исемен алып ташлай. Алла халҡы уларҙан ни тиклем ныҡ айырылып тора!

ҒАЙСА ҮҘЕНЕҢ ШӘКЕРТТӘРЕН АЛЫП БАРА

13. Ғайсаның бөгөн «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша етәкселек иткәненә һеҙҙе нимә ышандыра? (Яхъя 6:68).

13 Ғайса, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» ҡулланып, ерҙә үҙенең шәкерттәрен ойошторған. Улар кешеләргә Аллаға килергә ярҙам итә. Алланың ойошмаһы тураһында уйлағанда һеҙ нимә хис итәһегеҙ? Бәлки, һеҙ илсе Петрҙың Ғайсаға әйткән бындай һүҙҙәрен ҡабатларға теләйһегеҙҙер: «Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит» (Яхъя 6:68). Йәһүә шаһиттары менән танышмаған булһаҡ, беҙ хәҙер ҡайҙа булыр инек? Алла ойошмаһы ярҙамында Ғайса беҙгә мул итеп рухи аҙыҡ бирә. Шулай уҡ ул беҙҙе хеҙмәттә уңышлы булырға өйрәтә. Бынан тыш, беҙ Йәһүәне шатландыра алһын өсөн, ул беҙгә күркәм сифаттар үҫтерергә ярҙам итә (Ефес. 4:24).

14. Йәһүәнең ойошмаһы менән бергә хеҙмәт итеү COVID-19 пандемияһы ваҡытында һеҙгә нисек ярҙам итте?

14 Ғайса беҙгә ауыр ваҡыттарҙа ышаныслы күрһәтмәләр бирә. Был COVID-19 пандемияһы таралған ваҡытта айырыуса күренде. Ул ваҡытта күптәр аптырашта ҡалып нимә эшләргә лә белмәгәндә, Ғайса беҙҙе яҡлар өсөн асыҡ күрһәтмәләр бирҙе. Беҙҙе маска кейергә һәм дистанция һаҡларға өндәнеләр. Ҡәрҙәштәрҙең физик һәм рухи именлеге тураһында ҡайғыртыр өсөн өлкәндәрҙе улар менән йыш аралашып торорға дәртләндерҙеләр (Ишағ. 32:1, 2). Ә Етәксе кәңәшмәнең мөрәжәғәттәре беҙгә өҫтәмә күрһәтмәләр бирҙе һәм рухландырҙы.

15. Пандемия ваҡытында ойошмабыҙ осрашыуҙарға йә вәғәзгә ҡағылышлы ниндәй күрһәтмәләр бирҙе һәм был ниндәй емештәр килтерҙе?

15 Пандемия ваҡытында беҙ шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәзгә ҡағылышлы аныҡ күрһәтмәләр алдыҡ. Беҙ шунда уҡ тиерлек осрашыуҙарҙы һәм конгрестарҙы видео-элемтә аша үткәрә башланыҡ, ә вәғәз эшен телефон аша йә хаттар ярҙамында башҡарҙыҡ. Йәһүә беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихаланы. Күп илдәрҙә вәғәзселәрҙең һаны бик артты. Күп ҡәрҙәштәрҙең ҡыҙыҡлы осраҡтары булды. («Йәһүә вәғәз эшен фатихалай» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

Йәһүә вәғәз эшен фатихалай

  • Үҙәк Американан бер пар инде 15 йыл Европала йәшәй. Пандемия башланғас, улар тыуған илдәрендә йәшәгән бөтә туғандарына һәм таныштарына Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә булған. Мессенджерҙар аша улар 200-ҙән ашыу хат ебәргән. Ҡыҙыҡһынған кешеләргә улар баҫмаларға һәм видеояҙмаларға һылтанма ебәргән. Йәһүә уларҙы мул итеп фатихалаған. Һигеҙ ай дауамында был ғаилә ун дүрт Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргән!

  • Ә бына 2020 йылдың ноябрь айында булған бер осраҡ. Ул айҙа беҙ «Алла Батшалығы нимә ул?» тигән «Күҙәтеү манараһын» таратҡайныҡ. Ағай-ҡәрҙәшебеҙ күп йылдар элек мәктәптә бергә уҡыған бер синыфташына шылтыратырға булған. Теге ир кеше журналды алған һәм бер аҙнанан ағай-ҡәрҙәшебеҙ менән журнал буйынса фекер алышырға ризалашҡан. Киләһе аралашыу ваҡытында синыфташы уға былай тигән: «Үткән тапҡыр һин шылтыратыр алдынан мин Аллаға, минән нимә көткәнеңде аңларға ярҙам ит, тип доға ҡылғайным». Ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Хәҙер осрашыуҙарға йөрөй һәм белгәндәрен тормошонда ҡуллана. Һуңыраҡ ул ағай-ҡәрҙәш менән былай тип бүлешкән: «Элек мин күңелемдә ниндәйҙер бушлыҡ тоя инем. Хәҙер мин аңланым: тормошомда Йәһүә булмаған икән. Һин миңә уны белергә ярҙам иткәнең өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен!»

16. Беҙ нимәлә шикләнмәйбеҙ?

16 Кемдер, ойошмабыҙ үҙен бигерәк һаҡ тота, тип уйларға мөмкин. Әммә беҙ алған күрһәтмәләрҙең бик аҡыллы икәненә инанып торҙоҡ (Матф. 11:19). Һис шикһеҙ, Ғайса яратыу менән етәкселек итә. Беҙ шуға ышанабыҙ: киләсәктә ниндәй генә ваҡиғалар булһа ла, Йәһүә һәм уның яратҡан Улы һәр ваҡыт яныбыҙҙа булыр. (Еврейҙарға 13:5, 6-ны уҡығыҙ.)

17. Ғайсаның беҙҙең менән етәкселек итеүе ниндәй хистәр уята?

17 Ғайсаның беҙҙең менән етәкселек итеүенә беҙ бик шат. Ойошмабыҙҙы мәҙәни, милли һәм тел айырмалыҡтары тарҡатмай. Беҙ рухи яҡтан бик яҡшы туҡланабыҙ. Һәр беребеҙ Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн яҡшы итеп өйрәтелгән. Беҙ бөтәбеҙ ҙә мәсихселәргә хас сифаттар үҫтерергә һәм бер-беребеҙҙе яратырға өйрәнәбеҙ. Етәксебеҙ Ғайса менән ғорурланыр өсөн сәбәптәр бик күп!

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ғайсаның бөтә донъя буйынса вәғәз эше менән етәкселек итеүенә һеҙҙе нимә ышандыра?

  • Ғайсаның «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша рухи аҙыҡ таратыуына һеҙҙе нимә ышандыра?

  • Ғайсаның ауыр саҡтарҙа үҙенең шәкерттәренә ышаныслы етәкселек биреүенә һеҙҙе нимә ышандыра?

16-СЫ ЙЫР Йәһте Улын майлағаны өсөн ололағыҙ!

a Бөгөн миллионлаған ирҙәр, ҡатындар һәм балалар Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләй. Улар араһында булһағыҙ, тимәк, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтең етәкселеге аҫтында хеҙмәт итәһегеҙ. Был мәҡәләлә беҙ Ғайсаның вәғәз эше менән етәкселек иткәненә дәлилдәр ҡарап сығырбыҙ. Улар тураһында уйланыу беҙгә Ғайса Мәсихкә тыңлаусан булырға һәм артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итергә көс өҫтәр.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу