-
Барығыҙ һәм шәкерттәр әҙерләгеҙКүҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2020 | ғинуар
-
-
1, 2. Фәрештә Ғайсаның ҡәбер мәмерйәһе янына килгән ҡатындарға нимә әйткән, һәм Ғайса уларға нимә эшләргә ҡушҡан?
БЕҘҘЕҢ эраның 33 йылында 16 нисан көнөнөң таңында Алланы тәрән ихтирам иткән бер нисә ҡатын ауыр хистәр менән ҡәбер мәмерйәһе янына килә. Унда ике көн элек Ғайса Мәсихтең тәне һалынған булған. Улар Ғайсаның кәүҙәһенә хуш еҫле үләндәр һәм майҙар һөртөргә тип килгән. Әммә ҡәбер мәмерйәһенең буш булғанын күреп, улар бик ғәжәпләнә! Бер фәрештә уларға Ғайсаның терелтелгәне тураһында әйтә һәм былай тип өҫтәй: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ» (Матф. 28:1—7; Лука 23:56; 24:10).
-
-
Барығыҙ һәм шәкерттәр әҙерләгеҙКүҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2020 | ғинуар
-
-
4 Ғайса бөтә шәкерттәренең дә вәғәз эшендә ҡатнашыуын теләй. Ул үҙенең әмерен 11 тоғро илсеһенә генә бирмәгән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Ғайса Галилея тауында был күрһәтмәне биргәндә, унда илселәр генә булғанмы? Иҫегеҙҙәлер, фәрештә ҡатындарға: «Һеҙ Уны шунда [Галилеяла] күрерһегеҙ», — тип әйткән. Тимәк, шул осрашыуҙа, күрәһең, был тоғро ҡатындар ҙа булған. Өҫтәүенә, илсе Павел яҙғанса, Ғайса «бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына» күренгән (1 Кор. 15:6, 7). Был ваҡиға ҡайҙа булған?
-