-
Нисек һөйөнөслө хәбәр ер шары буйлап вәғәзләнә?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
21-СЕ ДӘРЕС
Нисек һөйөнөслө хәбәр ер шары буйлап вәғәзләнә?
Оҙаҡламай Йәһүә үҙенең Батшалығы ярҙамында кешелектең бөтә проблемаларын хәл итәсәк. Был хәбәр шул тиклем ҡыуаныслы, уны хатта эстә тотоп булмай. Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәренең был хәбәрҙе бөтә кешеләргә еткереүен теләгән (Матфей 28:19, 20). Йәһүә шаһиттары Ғайсаның был әмерен нисек үтәй?
1. Матфей 24:14-тәге һүҙҙәр бөгөн нисек үтәлә?
Ғайса бындай пәйғәмбәрлек әйткән: «Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәр... бөтә донъяла иғлан ителер» (Матфей 24:14). Йәһүә шаһиттары был мөһим эштә теләп ҡатнаша. Беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъя буйлап 1 000-дән ашыу телдә вәғәзләйбеҙ! Был ғәжәп ҙур эш күп тырышлыҡтар һалыуҙы һәм яҡшы ойоштороуҙы талап итә. Йәһүәнең ярҙамы булмаһа, беҙ был эште башҡара алмаҫ инек.
2. Кешеләргә вәғәзләр өсөн, беҙ ниндәй тырышлыҡтар һалабыҙ?
Беҙ кеше булған бөтә ерҙә вәғәзләйбеҙ. Беренсе мәсихселәр кеүек, беҙ ҙә хәбәрҙе кешеләргә өйҙәренә килеп һөйләйбеҙ (Ғәмәлдәр 5:42). Был вәғәз ысулы беҙгә йыл һайын миллионлаған кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә ярҙам итә. Ҡайһы саҡта кешеләр өйҙә булмай, шунлыҡтан беҙ йәмәғәт урындарында ла вәғәзләйбеҙ. Уларға Йәһүә һәм уның ниәте тураһында һөйләр өсөн, беҙ һәр ҡайһы мөмкинлектән файҙаланабыҙ.
3. Вәғәзләү яуаплылығы кемгә тапшырылған?
Үҙен ысын мәсихсе тип һанаған һәр кеше һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү өсөн яуаплы. Беҙ был яуаплылыҡҡа бик етди ҡарайбыҙ һәм көсөбөҙҙө йәлләмәй вәғәзләйбеҙ, сөнки быға кеше ғүмере бәйле икәнен аңлайбыҙ. (1 Тимофейға 4:16-ны уҡы.) Изге Яҙмала: «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», — тип яҙылғанға, беҙ был эш өсөн түләү алмайбыҙ (Матфей 10:7, 8). Кешеләрҙең күбеһе хәбәребеҙгә ҡолаҡ һалмай. Әммә беҙ артабан да вәғәзләйбеҙ, сөнки шулай итеп Йәһүәгә тыңлаусан булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ һәм уның йөрәген һөйөндөрәбеҙ.
КҮБЕРӘК БЕЛ
Йәһүә шаһиттарының бөтә ер шары буйлап вәғәзләр өсөн күпме тырышлыҡ һалғанын һәм Йәһүәнең уларға был эште башҡарырға нисек ярҙам иткәнен бел.
Бөтә донъя буйлап вәғәзләйбеҙ: А) Коста-Рика, Б) Ҡушма Штаттар, В) Бенин, Г) Таиланд, Ғ) Яп, Д) Швеция
4. Һәр кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн, күп тырышлыҡ һалабыҙ
Бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләр өсөн, Йәһүә шаһиттары күп көс һала. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:
Йәһүә шаһиттарының вәғәзләр өсөн күпме көс һалғаны тураһында әйткәндә, һине нимә таң ҡалдыра?
Матфей 22:39 һәм Римдарға 10:13—15-те уҡы, шунан һорауҙарға яуап бир:
Вәғәз эшебеҙ кешеләрҙе яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә?
Һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеүселәргә Йәһүә нисек ҡарай? (15-се аятты ҡара.)
5. Беҙ — Алланың хеҙмәттәштәре
Күп осраҡтар Йәһүәнең вәғәз эшебеҙ менән етәкселек иткәнен күрһәтә. Мәҫәлән, Яңы Зеландиялағы Пол исемле ҡәрҙәшебеҙ, өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, бер ҡатынды осратҡан. Шул көндө иртәнсәк был ҡатын Аллаға, Йәһүә исемен әйтеп, доға ҡылған һәм берәйһенең үҙенә килеүен һораған. «Өс сәғәттән һуң мин инде уның ишек төбөндә тора инем», — тип әйтә Пол.
1 Коринфтарға 3:9-ҙы уҡы һәм яуап бир:
Ошондай осраҡтар Йәһүәнең вәғәз эше менән етәкселек иткәнен нисек күрһәтә?
Ғәмәлдәр 1:8-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Ни өсөн вәғәз эшен башҡарыуҙа беҙгә Йәһүәнең ярҙамы кәрәк?
Һин белә инеңме?
Аҙна уртаһында үткән осрашыуҙарҙа беҙ вәғәзләргә өйрәнәбеҙ. Һин ундай осрашыуҙарҙа булғаның бармы? Ундай өйрәтеү тураһында нимә уйлайһың?
6. Беҙ Алла ҡушҡан эште башҡарабыҙ
Беренсе быуатта ҡаршы килеүселәр вәғәз эшен туҡтатырға маташҡан. Әммә ул ваҡытта йәшәгән мәсихселәр һөйөнөслө хәбәрҙе законлаштырыуҙа һәм вәғәзләү хоҡуғын яҡлауҙа көрәшкән (Филиптарға 1:7). Бөгөн Йәһүә шаһиттары шуны уҡ эшләйa.
Ғәмәлдәр 5:27—42-не уҡы һәм һорауға яуап бир:
Ни өсөн беҙ вәғәзләүҙән туҡтамаясаҡбыҙ? (29, 38-се һәм 39-сы аяттарҙы ҡара).
КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары өйҙән-өйгә йөрөй?»
Һин нисек яуап бирер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Ғайса үҙ шәкерттәренә һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә халыҡтарға вәғәзләргә ҡушҡан. Йәһүә үҙ халҡына был эште башҡарырға ярҙам итә.
Ҡабатлау
Һөйөнөслө хәбәр бөтә ер шары буйлап нисек вәғәзләнә?
Хеҙмәтебеҙ кешеләрҙе яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә?
Нисек уйлайһың, вәғәз эше шатлыҡ килтерәме? Аңлат.
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Йәһүә шаһиттарының ҙур ҡалаларҙа нисек вәғәзләгәнен бел.
Йәһүә шаһиттары ҡасаҡтарға нисек ярҙам итә?
Бер ҡатын, бөтә ғүмерен хеҙмәткә бағышлап, бынан ҙур ҡәнәғәтлек кисергәне тураһында һөйләй.
Вәғәз эшен еңеләйткән ҡайһы бер юридик еңеүҙәр тураһында бел.
«Батшалыҡ вәғәзселәре судтарға мөрәжәғәт итә» («Алла Батшалығы идара итә!», 13-сө бүлек)
a Алла үҙе беҙгә вәғәзләргә ҡушҡан. Шуға күрә Йәһүә шаһиттарына вәғәзләр өсөн хөкүмәттән рөхсәт алырға кәрәкмәй.
-
-
Һыуға сумдырылыу яҡты киләсәккә юл аса!Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
23-СӨ ДӘРЕС
Һыуға сумдырылыу яҡты киләсәккә юл аса!
Ғайса, һыуға сумдырылыу — мәсихселәр өсөн талап, тип өйрәткән (Матфей 28:19, 20). Әммә нимә ул һыуға сумдырылыу? Был маҡсатҡа өлгәшер өсөн, кеше нимә эшләргә тейеш?
1. Нимә ул һыуға сумдырылыу?
Ғайса һыуға сумдырылғанда, уны Иордан йылғаһында тулыһынса һыуға сумдырып алғандар, һәм ул һыуҙан сыҡҡан (Марк 1:9, 10). Бөгөн дә ысын мәсихселәр һыуға сумдырылыуҙы шул рәүешсә үткәрә: кеше тулыһынса һыуға сумдырып алына.
2. Һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?
Һыуға сумдырылып, кеше үҙ ғүмерен Йәһүә Аллаға бағышлағанын күрһәтә. Кеше нисек Йәһүәгә бағышлана? Һыуға сумдырылыр алдынан, ул шәхси доғала Йәһүәгә: «Мин һиңә мәңге хеҙмәт итергә теләйем», — тип әйтә. Кеше Йәһүәгә генә табынырға һәм уның ихтыярын тормошонда беренсе урынға ҡуйырға вәғәҙә бирә. Ул шулай уҡ үҙ-үҙенән баш тартырға һәм, Ғайса артынан барып, уның өйрәтеүҙәре буйынса йәшәргә ҡарар итә (Матфей 16:24). Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу кешегә Йәһүә һәм имандаштары менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә мөмкинлек бирә.
3. Һыуға сумдырылыуға нисек әҙерләнеп була?
Һыуға сумдырылыр алдынан Йәһүә тураһында белем алырға һәм иман үҫтерергә кәрәк (Еврейҙарға 11:6). Белемең һәм иманың үҫкән һайын, Йәһүәгә ҡарата яратыуың да тәрәнәйә барыр. Шунда һин Йәһүә тураһында башҡаларға һөйләргә һәм уның нормалары буйынса йәшәргә теләрһең (2 Тимофейға 4:2; 1 Яхъя 5:3). Йәһүәне ҡыуандырып йәшәргә тырышҡан кешенең үҙ ғүмерен Аллаға бағышлау һәм һыуға сумдырылыу теләге тыуырға мөмкинa (Колосстарға 1:9, 10).
КҮБЕРӘК БЕЛ
Ғайсаның һыуға сумдырылыуы беҙҙе нимәгә өйрәткәнен һәм һыуға сумдырылыуға нисек әҙерләнеп булғанын бел.
4. Ғайсаның һыуға сумдырылыуы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Матфей 3:13—17-не уҡы һәм Ғайсаның нисек һыуға сумдырылғаны тураһында күберәк бел. Шунан ошо һорауҙарға яуап бир:
Ғайса сабый сағында уҡ һыуға сумдырылғанмы?
Ғайса нисек һыуға сумдырылған? Уның башына һыу һирпкәндәрме йә уның һыуға сумдырылыуы башҡаса үткәнме?
Һыуға сумдырылғандан һуң, Ғайса Йәһүәнән бирелгән махсус йөкләмәгә тотонған. Лука 3:21—23 һәм Яхъя 6:38-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Һыуға сумдырылғандан һуң, Ғайса өсөн ниндәй эш иң мөһиме булып киткән?
5. Һыуға сумдырылыу — өлгәшерлек маҡсат
Ғүмереңде Йәһүәгә бағышлап һыуға сумдырылыу тураһындағы фекер тәүҙә ҡурҡытырға мөмкин. Әммә ваҡыт уҙыу менән һин үҙеңде ышаныслыраҡ тойорһоң һәм был етди ҡарарҙы ҡабул итә алырһың. Шундай аҙымды яһаған кешеләр тураһында белер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
Яхъя 17:3 һәм Яҡуп 1:5-те уҡы һәм яуап бир:
Һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә нимә ярҙам итә ала?
А. Кеше үҙ ғүмерен Йәһүәгә бағышлаған саҡта уға мәңге хеҙмәт итергә теләгәне хаҡында әйтә
Б. Һыуға сумдырылып, кеше башҡаларға үҙ ғүмерен Аллаға бағышлағанын күрһәтә
6. Һыуға сумдырылыу кешегә Йәһүә ғаиләһенең ағзаһы булып китергә мөмкинлек аса
Һыуға сумдырылғандан һуң, беҙ берҙәм халыҡ-ара ғаиләнең ағзаһы булып китәбеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә һәм ниндәй генә милләттән булһаҡ та, беҙ бер үк тәғлимәттәргә ышанабыҙ һәм бер үк әхлаҡи нормалар буйынса йәшәйбеҙ. Зәбур 25:14 һәм 1 Петр 2:17-не уҡы һәм яуап бир:
Һыуға сумдырылыу кешенең Йәһүә һәм уның хеҙмәтселәре менән мөнәсәбәттәренә нисек тәьҫир итә?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Мин һыуға сумдырылырға әҙер түгел әле».
Бәлки, һин дә шулай уйлайһыңдыр, шулай ҙа ни өсөн һыуға сумдырылыр өсөн тырышлыҡтар һалыу мөһим?
ТӨП ФЕКЕР
Ғайса, мәсихселәр һыуға сумдырылырға тейеш, тип өйрәткән. Был маҡсатҡа өлгәшер өсөн, иман үҫтерергә, Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә һәм уға үҙ ғүмереңде бағышларға кәрәк.
Ҡабатлау
Һыуға сумдырылыу нимә ул, һәм ни өсөн был аҙым мөһим?
Һыуға сумдырылып, кеше нимәне күрһәтә?
Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу алдынан нимә эшләргә кәрәк?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Һыуға сумдырылыуҙың нимә икәнен ентекләберәк ҡарап сыҡ.
Һыуға сумдырылыуға нисек әҙерләнеп була?
«Йәһүәне яратыу һеҙҙе һыуға сумдырылырға дәртләндерһен» («Күҙәтеү манараһы», 2020 йыл, март)
Бер ирҙе һыуға сумдырылырға нимә дәртләндергәне тураһында уҡы.
«Улар хәҡиҡәткә минең үҙемдең ышаныуымды теләне» («Күҙәтеү манараһы», 2013 йыл, 1 февраль)
Ни өсөн һыуға сумдырылыу — яҡшы маҡсат, һәм был аҙымға нисек әҙерләнеп була?
«Миңә һыуға сумдырылырға кәрәкме?» («Һинең һорауҙарыңа яуаптар», 2-се том, 37-се бүлек)
a Әгәр кеше башҡа диндә һыуға сумдырылған булһа, уға яңынан һыуға сумдырылырға кәрәк. Ни өсөн? Сөнки кешенең элекке динендә уны Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтмәгәндәр. (Ғәмәлдәр 19:1—5-те һәм 13-сө дәресте ҡара.)
-