Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb18 ғинуар 8 б.
  • «Тәүҙә... туғаның менән яраш». Быны нисек эшләргә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Тәүҙә... туғаның менән яраш». Быны нисек эшләргә?
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Тыуған ҡаршылыҡтарҙы яратыу менән яйға һалығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Ҡәрҙәштәрҙе рәнйетмәгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Артабан да «Уны тыңлағыҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
mwb18 ғинуар 8 б.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

«Тәүҙә... туғаның менән яраш». Быны нисек эшләргә?

Бер ир, ҡорбан килтереү урыны янында ҡорбанын ҡалдырып, ҡәрҙәше менән татыулашырға китә.

Күҙ алдына килтер, һин Галилеяла, Ғайса йәшәгән заманда йәшәйһең, ти. Һин Иерусалимға Ҡыуыш ҡороу байрамына килгәнһең. Төрлө ерҙән бик күп кеше байрамға йыйылғанға күрә, ҡала гөжләп тора. Һин Йәһүәгә ҡорбан килтерергә йыйынғанһың. Хайуаныңды эйәртеп, ҡыҫыла-ҡыҫыла халыҡ аша үтәһең. Шулай итеп кеше тулы урамдарҙан һин ғибәҙәтханаға килеп етәһең. Унда һин үҙең кеүек ҡорбан килтерергә йыйынған күмәк кенә кеше күрәһең. Һәм бына хайуаныңды руханиҙарға тапшырырға сиратың килеп етте. Әммә тап шул мәлдә ҡәрҙәшеңдең һиңә үпкәһе булғанын иҫеңә төшөрәһең. Ул ҡорбан килтерергә теләгәндәрҙең йә ҡалала булғандарҙың араһында. Ғайса нисек эш итергә кәрәк икәнен аңлатҡан. (Матфей 5:24-те уҡы.) Үпкәләгән ҡәрҙәшең менән, Ғайса өйрәткәнсә, нисек татыулыҡ булдырырға? Һәр бер колонкала дөрөҫ яуапты билдәләп ҡуй.

ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?

  • Үпкәләү өсөн етди сәбәп булһа ғына, ҡәрҙәшем менән һөйләшермен.

  • Мин, ҡәрҙәшем барыһын дөрөҫ аңламаған йә беҙ икебеҙ дә ғәйепле, тип уйлаһам, уға быны аңлатырға тырышырмын.

  • Ҡәрҙәшемде иғтибар менән тыңлармын. Үпкәһенең төп сәбәбен аңлап бөтөрмәһәм дә, уны рәнйеткәнем өсөн һәм уға уңайһыҙлыҡтар килтергәнем өсөн, хатта быны белә тороп эшләмәгән булһам да, эскерһеҙ ғәфү үтенермен.

ҠӘРҘӘШЕҢ НИСЕК ЭШ ИТЕР?

  • Башҡаларҙың да үҙе яғына тороуын көтөп, йыйылышта һиңә үпкәләгәне хаҡында һөйләп йөрөр.

  • Һәр бер әһәмиәтһеҙ нескәлекте иҫкә төшөрөп, ғәйебеңде таныуыңды талап итер.

  • Һинең, уның янына барып, баҫалҡылыҡ һәм ҡыйыулыҡ сағылдырғаныңды баһалар. Һәм ысын күңелдән һине кисерер.

Беҙҙең заманда беҙ, хайуандарҙы ҡорбанға килтермәйбеҙ. Әммә Ғайса әйткән принцип, Йәһүә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы, беҙ ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡлаһаҡ ҡына, ҡабул итә икәнен нисек күрһәтә?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу