Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 1 8—9 бб.
  • Ни өсөн Алла ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ни өсөн Алла ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Аллаға нисек доға ҡылырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • 11-се бүлек
    Алланы тыңла
  • Йәһүә нисек доғаларыбыҙға яуап бирә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 1 8—9 бб.

Ни өсөн Алла ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй?

Күктәге Атабыҙ Йәһүә Аллаға беҙҙең ихлас доғаларыбыҙҙы ишетеү оҡшай. Шулай ҙа ул ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй. Ни өсөн? Доға ҡылғанда беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк? Изге Яҙманан бер нисә кәңәште ҡарап сығайыҡ.

Сиркәүҙә бер төркөм кеше доғаны доғалыҡтан уҡый.

«Доға ҡылғанда... бер үк нәмәне ҡат-ҡат әйтмәгеҙ» (Матфей 6:7, ЯДТ).

Йәһүә ятланған доғаларҙы ҡат-ҡат ҡабатлауыбыҙҙы йәки уларҙы доғалыҡтан уҡыуыбыҙҙы теләмәй. Киреһенсә, ул беҙҙең ысын күңелдән һөйләүебеҙҙе теләй. Уйлап ҡарағыҙ, әгәр дуҫығыҙ һеҙгә көн һайын бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлап торһа, үҙегеҙҙе нисек хис итер инегеҙ? Яҡшы дуҫтар асыҡтан-асыҡ һәм ихлас аралаша. Үҙ һүҙҙәребеҙ менән доға ҡылып, беҙ күктәге Атабыҙҙы дуҫ тип һанағаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

Бер ир, лотерея билеты тартып сығарғанда, юғарыға ҡарай.

«Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки... насар ниәт менән һорайһығыҙ» (Яҡуб 4:3).

Әлбиттә, доғала Алла тыйған нәмәләр тураһында һораһаҡ, ул беҙгә яуап бирмәҫ. Мәҫәлән, берәйһе ҡомарлы уйындар уйнап, Алланан аҡса оторға ярҙам итеүен һораһа, Йәһүә уның доғаһына яуап бирерме? Ул бит ҡомһоҙ булмаҫҡа һәм еңел уңышҡа ышанмаҫҡа ҡуша (Ишағыя 65:11; Лука 12:15). Йәһүәнең шундай доғаларға яуап биреренә өмөтләнеү аҡыллы түгел! Алла доғаларыбыҙға яуап бирһен өсөн, беҙ үтенестәребеҙ уның Изге Яҙмала әйткән һүҙҙәренә ҡаршы килмәйме икәнен тикшереп белергә тейеш.

Бер рухани бер төркөм һалдат өсөн доға ҡыла.

«Ҡанунға ҡолаҡ һалғыһы килмәгән кешенең доғаһы ла ерәнгес» (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:9).

Элекке замандарҙа Хоҙай үҙенең тәҡүә ҡанундарына буйһонмаған кешеләрҙең доғаларына яуап бирмәгән (Ишағыя 1:15, 16). Ул әле лә үҙгәрмәгән (Малахи 3:6). Алланың доғаларыбыҙға яуап биреүен теләһәк, беҙ уның ҡанундары буйынса йәшәр өсөн көсөбөҙҙән килгәнде эшләргә тейеш. Ә элек дөрөҫ булмаған эштәр эшләгән булһаҡ? Был, Йәһүә беҙҙе бер ҡасан да тыңламаҫ, тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ! Тормошобоҙҙо үҙгәртһәк һәм ысын күңелдән Алланы һөйөндөрөргә тырышһаҡ, ул беҙҙе бик теләп кисерер (Ғәмәлдәр 3:19).

«Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш» (Еврейҙарға 11:6).

Бер ҡатын Изге Яҙма уҡып ултыра.

Доға беҙҙең өсөн стресс кисергәндә хис-тойғоларыбыҙҙы тышҡа сығарыу ысулы ғына түгел. Доға ҡылып, беҙ иманыбыҙҙы сағылдырабыҙ һәм Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ. Инжилдә, «иман менән» һорамаһаҡ, беҙ «Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп» тотмаҫҡа тейеш, тип әйтелә (Яҡуб 1:6, 7). Аллаға иман үҫтерергә теләһәк, беҙгә Изге Яҙманы өйрәнеп, уны яҡшыраҡ белер өсөн ваҡыт сарыф итергә һәм көс һалырға кәрәк. Был беҙгә уның ихтыярын белергә һәм иман менән доға ҡылырға ярҙам итер.

БИРЕШМӘГЕҘ!

Ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәһә лә, Алла миллионлаған кешенең ихлас доғаһын ишетә һәм яуап бирә. Изге Яҙмала доғаларыбыҙ Алланың күңеленә хуш килһен өсөн нимә эшләргә кәрәклеге әйтелә. Киләһе мәҡәләлә ошо хаҡта һүҙ барыр.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу