Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lvs 5 бүлек 60—74 бб.
  • Нисек «был донъяныҡы» булмаҫҡа?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Нисек «был донъяныҡы» булмаҫҡа?
  • Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Алла мөхәббәтендә уҡырға
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АЛЛА БАТШАЛЫҒЫНА ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ
  • «ДОНЪЯ РУХЫНА» НИСЕК ҠАРШЫ ТОРОРҒА?
  • КЕЙЕМЕҢ АЛЛАҒА ДАН КИЛТЕРҺЕН
  • АҠСАҒА АҠЫЛЛЫ ҠАРАШ
  • «АЛЛА ҠОРАЛДАРЫНЫҢ БӨТӨН ТӨРҘӘРЕ»
  • ИМАНЫҢДЫ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР ТОР
  • Йәһүә һеҙҙе нисек яҡлай?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Тышҡы ҡиәфәтегеҙ Алланы данлаймы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
lvs 5 бүлек 60—74 бб.
Йәһүә шаһиттарының йәштәр төркөмө

БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Нисек «был донъяныҡы» булмаҫҡа?

«Һеҙ был донъяныҡы түгел» (ЯХЪЯ 15:19).

1. Үлтерелер алдынан Ғайса нимә хаҡында борсолған?

БЫЛ кис Ғайсаның үлтерелер алдынан ерҙә үткәргән һуңғы кисе булған. Ул тиҙҙән илселәрен ҡалдырып китәсәген белгән һәм уларҙың киләсәге хаҡында борсолған. Ғайса уларға: «Һеҙ был донъяныҡы түгел», — тигән (Яхъя 15:19). Һуңыраҡ ул илселәре хаҡында Атаһына былай тип доға ҡылған: «Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел» (Яхъя 17:15, 16). Ғайса нимә әйтергә теләгән?

2. Ғайса ниндәй «донъя» тураһында әйткән?

2 Бында «был донъя» тигән һүҙбәйләнеш Алланы белмәгән һәм Иблис идараһы аҫтында булған кешеләрҙе аңлата (Яхъя 14:30; Ефестарға 2:2; Яҡуб 4:4; 1 Яхъя 5:19). Беҙгә нисек «донъяныҡы» булмаҫҡа? Был бүлектә беҙ бер нисә өлкәгә иғтибар итербеҙ: Алла Батшалығына тоғро ҡалып, беҙ нейтралитет һаҡлайбыҙ, йәғни сәйәси һорауҙарҙа бер яҡҡа ла баҫмайбыҙ; донъя рухына ҡаршы торабыҙ; кейемебеҙҙә һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә тыйнаҡлыҡ күрһәтәбеҙ һәм аҡсаға аҡыллы ҡараш һаҡлайбыҙ. Шулай уҡ Алла биргән хәрби кейемдәрҙе нисек кейеп булыуын ҡарап сығырбыҙ. (16-сы ҡушымтаны ҡара.)

АЛЛА БАТШАЛЫҒЫНА ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ

3. Ғайса сәйәсәткә нисек ҡараған?

3 Ғайса ерҙә йәшәгән сағында кешеләрҙең тормошо ауыр һәм проблемалар менән тулы икәнен күргән. Ғайса улар хаҡында ҡайғыртҡан һәм ярҙам итергә теләгән. Ул сәйәси эшмәкәр булып киткәнме? Юҡ. Ул кешеләрҙең ысынында Алла Батшалығына, йәғни Алла хөкүмәтенә мохтаж икәнен аңлаған. Ғайса — Алла Батшалығының буласаҡ батшаһы — тәү сиратта шул Батшалыҡ тураһында вәғәзләгән (Данил 7:13, 14; Лука 4:43; 17:20, 21). Ул сәйәси эштәрҙә ҡатнашмаған, һәр ваҡыт нейтралитет һаҡлаған. Рим идарасыһы Пилат алдында торғанда: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — тигән ул (Яхъя 18:36). Уның шәкерттәре лә нейтралитет һаҡлаған. Бер китапта әйтелгәнсә, тәүге мәсихселәр «сәйәси вазифалар биләмәгән» («On the Road to Civilization»). Бөгөн дә мәсихселәр тап шулай эш итә. Беҙ Алла Батшалығына тоғро һәм сәйәси эштәрҙә ҡатнашмайбыҙ (Матфей 24:14).

Мәсихсе бер иргә үҙ ҡараштарын аңлата

Алла Батшалығына ни өсөн тоғро булыуыңды аңлата алаһыңмы?

4. Мәсихселәр Алла Батшалығына тоғролоғон нисек күрһәтә?

4 Үҙ хөкүмәте исеменән сит илдә эш алып барыусы вәкилдәр шул илдең сәйәсәтенә ҡыҫылмай. Мәсих менән бергә күктә идара итергә өмөтө булған майланғандар ҙа шундай уҡ ҡараш һаҡлай. Павел уларға: «Беҙ — Мәсих илселәре», — тип яҙған (2 Коринфтарға 5:20). Майланғандар — Алла хөкүмәтенең вәкилдәре. Улар сәйәсәттә һәм дәүләт эштәрендә ҡатнашмай (Филиптарға 3:20). Уның урынына улар миллионлаған кешегә Алла Батшалығы тураһында белем алырға ярҙам итә. Ерҙәге ожмахта мәңге йәшәргә өмөтләнгән «бүтән һарыҡтар» майланғандарға булышлыҡ күрһәтә. Улар ҙа нейтралитет һаҡлай (Яхъя 10:16; Матфей 25:31—40). Эйе, шуныһы ап-асыҡ: ысын мәсихселәр был донъяның сәйәси эштәрендә ҡатнашмай. (Ишағыя 2:2—4-те уҡы.)

5. Һуғыштарҙа ҡатнашмауыбыҙҙың сәбәптәренең береһе ниндәй?

5 Мәсихселәр сығышына һәм мәҙәниәтенә ҡарамай бөтә имандаштарын да үҙ туғаны итеп ҡабул итә (1 Коринфтарға 1:10). Әгәр һуғышҡа барған булһаҡ, беҙ үҙ туғандарыбыҙға — имандаштарыбыҙға ҡаршы һуғышыр инек. Ә Ғайса уларҙы яратырға ҡушҡан (Яхъя 13:34, 35; 1 Яхъя 3:10—12). Улай ғына ла түгел, Ғайса үҙ шәкерттәренә дошмандарын да яратырға ҡушҡан (Матфей 5:44; 26:52).

6. Алла хеҙмәтселәре хөкүмәткә нисек ҡарай?

6 Мәсихсе булараҡ нейтралитет һаҡлаһаҡ та, беҙ яҡшы граждандар булырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, ҡанундарға буйһоноп һәм һалым түләп, беҙ хөкүмәткә ихтирам күрһәтәбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙ «Алланыҡын... Аллаға» бирәбеҙ (Марк 12:17; Римдарға 13:1—7; 1 Коринфтарға 6:19, 20). «Алланыҡы» үҙ эсенә Йәһүәне яратыуҙы, уға тыңлаусан булыуҙы һәм хеҙмәт итеүҙе ала. Кәрәк булһа, Аллаға буйһонор өсөн, беҙ ғүмеребеҙҙе ҡорбан итергә лә әҙер (Лука 4:8; 10:27; Ғәмәлдәр 5:29; Римдарға 14:8-ҙе уҡы).

«ДОНЪЯ РУХЫНА» НИСЕК ҠАРШЫ ТОРОРҒА?

7, 8. «Донъя рухы» нимә ул, һәм ул кешеләргә нисек тәьҫир итә?

7 Иблис донъяһынан булмау шулай уҡ «донъя рухына» буйһонмауҙы ла аңлата. Донъя рухы — ул Иблистән килгән фекер йөрөтөү һәм эш итеү рәүеше, ул Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән идара итә. Әммә мәсихселәр был рухҡа ҡаршы тора. Илсе Павел әйтмешләй, «беҙ... был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ» (1 Коринфтарға 2:12; Ефестарға 2:2, 3; 17-се ҡушымтаны ҡара).

8 Донъя рухы кешеләрҙе мин-минле, ғорур һәм фетнәсел булырға этәрә. Ул кешеләрҙе, Аллаға буйһоноу кәрәкмәй, тип уйларға дәртләндерә. Иблис кешеләрҙе, эҙемтәләр хаҡында уйламайынса, үҙҙәре ни теләй, шуны эшләргә ҡоторта. Ул бөтә кешене лә, гонаһлы тән һәм күҙ теләктәрен үтәү — тормошта иң мөһиме, тип ышандырырға теләй (1 Яхъя 2:16; 1 Тимофейға 6:9, 10). Иблис айырыуса Йәһүә хеҙмәтселәрен, уның кеүек фекер йөрөтһөндәр тип, алдатырға тырыша (Яхъя 8:44; Ғәмәлдәр 13:10; 1 Яхъя 3:8).

9. Донъя рухының беҙгә нисек тәьҫир итеүе ихтимал?

9 Донъя рухы, беҙ һулаған һауа кеүек — бөтә тирә яғыбыҙҙа. Бар көсөбөҙҙө һалып, уға ҡаршы тормаһаҡ, ул беҙгә лә тәьҫир итәсәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23-тө уҡы.) Был бер зыянһыҙ булып күренгән нәмәнән дә башланырға мөмкин. Мәҫәлән, Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләрҙең фекер йөрөтөүенә һәм ҡараштарына үҙебеҙгә тәьҫир итергә юл ҡуйыуыбыҙ ихтимал (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20; 1 Коринфтарға 15:33). Йә порнография, мөртәтлек, аяуһыҙ спорт төрҙәре һымаҡ нәмәләрҙең йоғонтоһона бирелеүебеҙ бар. (18-се ҡушымтаны ҡара.)

10. Беҙ донъя рухына нисек ҡаршы тора алабыҙ?

10 Донъя рухына үҙебеҙ менән етәкселек итергә нисек юл ҡуймаҫҡа? Беҙгә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡларға һәм уның зирәклегенә үҙебеҙгә йүнәлеш бирергә рөхсәт итергә кәрәк. Беҙ даими рәүештә изге рух һорап доға ҡылырға һәм уға хеҙмәт итеү менән мәшғүл булырға тейеш. Йәһүә — Ғәләмдәге иң ҡеүәтле Шәхес. Уның беҙгә донъя рухына ҡаршы торорға ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ (1 Яхъя 4:4).

КЕЙЕМЕҢ АЛЛАҒА ДАН КИЛТЕРҺЕН

11. Донъя рухы кешеләрҙең кейеменә һәм тышҡы ҡиәфәтенә нисек йоғонто яһай?

11 Донъяныҡы булмауыбыҙ шулай уҡ кейемебеҙҙә һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә сағыла. Күптәр кейем һайлағанда башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итергә, әхлаҡһыҙ уйҙар тыуҙырырға, йәмғиәткә ҡаршы булыуын күрһәтергә йә байлығы менән маҡтанырға тырыша. Икенселәре иһә тышҡы ҡиәфәте хаҡында бөтөнләй ҡайғыртмай. Ундай кешеләр әрпеш һәм бысраҡ йөрөй. Ундай ҡараштар кейемебеҙгә һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙгә тәьҫир итергә тейеш түгел.

Бөхтә кейенгән апай-ҡәрҙәш күсмә стенд янында видеояҙма күрһәтә

Мин Йәһүәне кейемем менән данлайыммы?

12, 13. Кейем һайлағанда беҙгә ниндәй принциптар ярҙам итер?

12 Йәһүә хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ һәр ваҡыт бөхтә, таҙа, зауыҡ менән һәм осрағына ҡарап кейенәбеҙ. Беҙ «тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап», «Аллаға тоғро» булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (1 Тимофейға 2:9, 10; Йәһүҙә 21).

13 Тышҡы ҡиәфәтебеҙгә ҡарап, кешеләр Йәһүә һәм уның халҡы хаҡында фекер йөрөтә. Беҙ «бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡар[ырға]» теләйбеҙ (1 Коринфтарға 10:31). Тыйнаҡлыҡ башҡаларҙың хистәрен һәм ҡараштарын хөрмәт итеүҙе үҙ эсенә ала. Шуға күрә, кейем һәм тышҡы ҡиәфәткә килгәндә, бының башҡаларға ла йоғонто яһауын онотмайыҡ (1 Коринфтарға 4:9; 2 Коринфтарға 6:3, 4; 7:1).

14. Рухи эштәрҙә ҡатнашыр өсөн кейем һайлағанда беҙгә нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

14 Йыйылыш осрашыуҙарына, вәғәзгә барғанда, беҙ нисек кейенәбеҙ? Үҙебеҙгә сиктән тыш иғтибар йәлеп итмәйбеҙме? Башҡаларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуймайбыҙмы? Әллә, кешенең беҙҙә ни эше бар, тип уйлайбыҙмы? (Филиптарға 4:5; 1 Петр 5:6). Матур кейенергә теләү тәбиғи, әммә ысынында беҙҙе мәсихсегә хас булған сифаттар күркәм итә. Йәһүә, беҙгә ҡарап, тап шул сифаттарға иғтибар итә. Улар беҙҙең эстән ниндәй булыуыбыҙҙы күрһәтә. Инжилдә «ысын йөрәктән сыҡҡан» ундай эске матурлыҡ хаҡында: «Алла алдында бына шул ҡиммәтле», — тиелә (1 Петр 3:3, 4).

15. Ни өсөн Йәһүә кейемгә һәм тышҡы ҡиәфәткә ҡағылышлы теүәл генә талаптар ҡуймай?

15 Йәһүә кейемгә ҡағылышлы ҡағиҙәләр исемлеге бирмәй. Уның урынына ул беҙгә Изге Яҙма принциптары бирә. Шул принциптарға таянып беҙ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ (Еврейҙарға 5:14). Йәһүә беҙҙең, мөһим булған ҡарарҙарҙы ла, әллә ни мөһим булмағандарын да ҡабул иткәндә, Уны һәм кешеләрҙе яратыуҙан сығып эш итеүебеҙҙе теләй. (Марк 12:30, 31-ҙе уҡы.) Бөтә донъяла Йәһүә халҡы төрлөсә кейенә. Был кешенең үҙ зауығына һәм мәҙәниәтенә бәйле. Ундай төрлөлөк матурлыҡ өҫтәй һәм шатлыҡ килтерә!

Йәһүә шаһиттарының йәштәр төркөмө

АҠСАҒА АҠЫЛЛЫ ҠАРАШ

16. Был донъяның аҡсаға ҡарашы Ғайса өйрәткәндәрҙән нимә менән айырылып тора? Беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә тейеш?

16 Иблис кешеләрҙе, аҡса һәм материаль әйберҙәр бәхет килтерә, тип ышандырырға теләй. Әммә Йәһүә хеҙмәтселәре улай тип уйламай. Беҙ Ғайсаның бындай һүҙҙәренә ышанабыҙ: «Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел» (Лука 12:15). Аҡса беҙҙе ысын мәғәнәлә бәхетле итә алмай. Сөнки аҡса беҙгә ысын дуҫтар, йән тыныслығы йә мәңгелек тормош бирә алмай. Әлбиттә, материаль әйберҙәрҙән башҡа йәшәп булмай, һәм беҙ шатланып йәшәргә теләйбеҙ. Әммә Ғайса өйрәтеүенсә, Алла менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булһаҡ ҡына, һәм уға хеҙмәт итеү тормошобоҙҙа беренсе урында торһа ғына, беҙ бәхетле булырбыҙ (Матфей 5:3; 6:22). Үҙеңдән былай тип һора: «Был донъяның аҡсаға ҡарашы миңә тәьҫир итмәгәнме? Уйҙарым һәм һөйләгән һүҙҙәрем тик аҡса тураһында ғына түгелме?» (Лука 6:45; 21:34—36; 2 Яхъя 6).

17. Аҡсаға был донъя ҡарашын кире ҡаҡһаң, тормошоң нисек яҡшырырға мөмкин?

17 Иғтибарҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә туплаһаҡ һәм был донъяның аҡсаға ҡарашын кире ҡаҡһаҡ, тормошобоҙ ысын мәғәнә менән тулыр (Матфей 11:29, 30). Беҙ ҡәнәғәтлек кисерербеҙ һәм йән тыныслығына эйә булырбыҙ (Матфей 6:31, 32; Римдарға 15:13). Беҙ материаль әйберҙәр тураһында сиктән тыш борсолмаҫбыҙ. (1 Тимофейға 6:9, 10-ды уҡы.) Беҙ биреүҙән шатлыҡ табырбыҙ (Ғәмәлдәр 20:35). Шулай йәшәһәк, яратҡан кешеләребеҙ менән аралашырға күберәк ваҡыт ҡалыр. Хатта яҡшыраҡ йоҡларбыҙ ҙа (Вәғәзсе 5:12).

«АЛЛА ҠОРАЛДАРЫНЫҢ БӨТӨН ТӨРҘӘРЕ»

18. Иблис нимә эшләргә тырыша?

18 Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәребеҙҙе Иблис емерергә теләй, шуға күрә беҙгә уларҙы һаҡлар өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Беҙ «күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ» (Ефестарға 6:12). Иблис һәм уның ендәре бәхетле булыуыбыҙҙы һәм мәңге йәшәүебеҙҙе теләмәй (1 Петр 5:8). Был ҡеүәтле дошмандар беҙгә ҡаршы көрәшә, әммә Йәһүә ярҙамы менән беҙ был һуғышта еңә алабыҙ!

19. Ефестарға 6:14—18-ҙә мәсихсенең хәрби кейеме нисек тасуирлана?

19 Боронғо ваҡытта һуғышсылар яу яланында үҙен һаҡлар өсөн, хәрби кейем кейгән. Шуның кеүек үк беҙ ҙә Йәһүә биргән «хәрби кейемде» кейергә тейеш (Ефестарға 6:13). Ул беҙҙе һаҡлар. Инжилдә беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «Билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп, сафҡа тороғоҙ. Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүгә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ. Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ. Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын — Алла һүҙен алығыҙ. Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ» (Ефестарға 6:14—18).

20. «Хәрби кейем» беҙҙе һаҡлаһын өсөн, беҙ нимә эшләргә тейеш?

20 Әгәр һуғышсы хәрби кейемдәрҙең берәйһен кейергә онотһа, һәм тәненең асыҡ ере ҡалһа, дошман тап шунда төбәйәсәк. «Хәрби кейем» беҙҙе һаҡлаһын өсөн, беҙгә баштан-аяҡ кейенергә кәрәк. Беҙ уларҙы тейешле хәлдә һаҡларға һәм һәр ваҡыт кейеп йөрөргә тейеш. Көрәшебеҙ Иблис донъяһы юҡ ителеп, бар яуыз рухтар упҡынға ташланғас ҡына тамамланасаҡ (Асылыш 12:17; 20:1—3). Шуға күрә насар теләктәребеҙ йә йомшаҡ яҡтарыбыҙ менән көрәшкәндә бирешмәйек! (1 Коринфтарға 9:27).

21. Беҙ Иблис менән көрәштә нисек еңә алабыҙ?

21 Беҙ Иблистән көсһөҙөрәк. Әммә Йәһүә ярҙамы менән беҙ уны еңә алабыҙ! Тоғро ҡалыр өсөн, беҙгә Йәһүәгә доға ҡылырға, уның Һүҙен өйрәнергә һәм ҡәрҙәштәр менән аралашырға кәрәк (Еврейҙарға 10:24, 25). Быларҙың барыһы беҙгә Аллаға тоғро ҡалырға һәм иманыбыҙҙы яҡларға әҙер торорға ярҙам итәсәк.

ИМАНЫҢДЫ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР ТОР

22, 23. а) Иманыбыҙҙы яҡларға нисек һәр ваҡыт әҙер булырға? б) Киләһе бүлектән беҙ нимә белербеҙ?

22 Беҙгә һәр ваҡыт иманыбыҙҙы яҡларға әҙер торорға кәрәк (Яхъя 15:19). Ҡайһы берҙә Йәһүә шаһиттарының ҡарашы был донъя кешеләренең ҡарашынан бик ныҡ айырылып тора. Үҙеңдән былай тип һора: «Үҙебеҙҙең ни өсөн шундай ҡарашта булыуыбыҙҙы мин аңлайыммы? Изге Яҙмала яҙылғандарҙың, ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе әйткәндәрҙең дөрөҫлөгөнә инанаммы? Йәһүә шаһиты булыуым менән ғорурланаммы?» (Зәбур 34:2; Матфей 10:32, 33). «Ҡараштарымды башҡаларға аңлата аламмы?» (Матфей 24:45; Яхъя 17:17; 1 Петр 3:15-те уҡы.)

23 Был донъяныҡы булмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеген билдәләү күп кенә осраҡтарҙа ауыр түгел. Әммә ҡайһы ваҡыт был бик асыҡ күренмәҫкә мөмкин. Иблис беҙҙе төрлөсә тоҙаҡҡа эләктерергә тырыша. Ул ҡулланған тоҙаҡтарҙың береһе — күңел асыу. Күңел асыуҙарҙы һайлағанда, нисек аҡыл менән эш итергә? Быны беҙ киләһе бүлектән белербеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПРИНЦИПТАР

1 МӘСИХСЕЛӘР АЛЛА БАТШАЛЫҒЫНА ТОҒРО

«Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел» (Яхъя 18:36).

Нейтралитет һаҡлауыбыҙҙы һәм Алла Батшалығына булышлыҡ итеүебеҙҙе беҙ нисек күрһәтә алабыҙ?

  • Ишағыя 2:2—4; Яхъя 6:15; 1 Петр 3:15

    Беҙ һуғыштарҙа һәм сәйәсәттә ҡатнашмайбыҙ.

  • Сығыш 20:4, 5; 1 Яхъя 5:21

    Беҙ дәүләт символдарына табынмайбыҙ. Мәҫәлән, байраҡҡа честь бирмәйбеҙ.

  • Матфей 26:52

    Һуғыш — ул көс ҡулланыу. Һуғышта ҡатнашһаҡ, был күберәк йәбер-золом ғына тыуҙырыр. Беҙ Йәһүәнең был донъя проблемаларын мәңгегә юҡ итәсәген көтәбеҙ.

  • Яхъя 13:34, 35; 1 Яхъя 3:10—12

    Имандаштарыбыҙ, ниндәй генә илдән, ҡәбиләнән, милләттән, мәҙәниәттән булмаһын, барыһы ла — беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ. Беҙ бер ҡасан да бер-беребеҙгә ҡаршы һуғышырға тейеш түгел.

2 МӘСИХСЕЛӘР «ДОНЪЯНЫҠЫ ТҮГЕЛ»

«Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел» (Яхъя 17:16).

Ни өсөн беҙ Иблис донъяһынан ситтә торорға тейеш?

  • 1 Яхъя 5:19

    «Донъя» тигән һүҙ Алланы белмәгән һәм был донъя идарасыһының, йәғни Иблистең, тәьҫирендә булған кешеләрҙе аңлата.

  • Яҡуб 4:4

    Беҙ Йәһүәнең беҙҙе үҙ дуҫтары итеп күреүен теләйбеҙ. Ҡарашыбыҙҙа, эштәребеҙҙә, һөйләшеүебеҙҙә беҙ Йәһүәнән һәм Ғайсанан өлгө алабыҙ.

3 МӘСИХСЕЛӘР БЫЛ ДОНЪЯНЫҢ ҠАРАШЫНАН СИТТӘ ТОРА

«Барыһынан да бигерәк йөрәгеңде һаҡла» (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23).

Иблис ҡараштарын кире ҡағыу нимәне аңлата?

  • Ефестарға 2:2; 1 Яхъя 2:16

    Иблис мин-минлек һәм тәкәбберлек рухы, фетнәсел рух сағылдыра. Ул кешеләрҙе, Аллаға буйһонорға кәрәкмәй, тип ышандырырға теләй.

  • 1 Коринфтарға 10:31

    Эштәребеҙ һәм һүҙҙәребеҙ менән үҙебеҙҙең был донъянан түгеллегебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Хатта шәхси ҡарарҙар ҡабул иткәндә лә беҙ шулай эш итәбеҙ.

  • 1 Коринфтарға 2:12; 1 Яхъя 4:4

    Иблис ҡараштарын кире ҡағып, беҙ Йәһүәгә яҡын торорға һәм аҡылыбыҙҙы уның уйҙары менән тултырырға тейеш.

4 АҠСА БЕҘГӘ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҺӘМ ЫСЫН ЙӘН ТЫНЫСЛЫҒЫ БИРӘ АЛМАЙ

«Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел» (Лука 12:15).

Материаль әйберҙәргә Йәһүә ҡараған кеүек ҡарарға беҙгә нимә ярҙам итә ала?

  • Ғәмәлдәр 20:35; 1 Тимофейға 6:9, 10

    Иблис беҙҙе, бәхет — рәхәтлек табыуҙа һәм байлыҡ йыйыуҙа, тип ышандырырға теләй. Әммә Ғайса беҙҙе, бәхет — биреүҙә һәм Алла менән яҡын мөнәсәбәттәргә бәйле, тип өйрәтә.

  • Матфей 6:31, 32; Марк 12:30, 31; Лука 21:34—36

    Иғтибарыбыҙҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә туплаһаҡ, тормошобоҙ мәғәнәле булыр. Беҙ ҡәнәғәтлек кисерербеҙ һәм йән тыныслығы табырбыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу