Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lmd 10 дәрес
  • Хеҙмәткә бирелгәнлек

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Хеҙмәткә бирелгәнлек
  • Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса нисек эш иткән?
  • Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?
  • Ғайсанан өлгө алығыҙ
  • Өйрәнеүсегеҙгә хәҡиҡәт яғына баҫырға ярҙам итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (I өлөш)
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Барығыҙ һәм шәкерттәр әҙерләгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға ярҙам итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Башҡаларын асырға
Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
lmd 10 дәрес

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘГЕҘ

Ғайса Никодим менән ихатала һөйләшә.

Яхъя 3:1, 2

10-СЫ ДӘРЕС

Хеҙмәткә бирелгәнлек

Принцип: «Һеҙгә лә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ» (1 Тис. 2:8).

Ғайса нисек эш иткән?

Ғайса Никодим менән ихатала һөйләшә.

ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса Ниҡәдимде өйрәтә»

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Яхъя 3:1, 2-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1. а) Һеҙҙеңсә, ни өсөн Ниҡәдим Ғайсаға төнөн килгән? (Яхъя 12:42, 43-тө ҡарағыҙ.)

  2. б) Ғайса шәкерттәр әҙерләү эше уның өсөн ни тиклем мөһим икәнен нисек күрһәткән?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Кешеләргә Ғайсаның шәкерттәре булып китергә ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, беҙ уларға ҡарата яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Өйрәнеүҙе кеше өсөн яйлы ваҡытта һәм урында үткәрегеҙ. Бәлки, уның өсөн билдәле бер көн йә ваҡыт уңайлылыр? Уға ҡайҙа өйрәнеүе йәтешерәк: эштә, өйҙә йә йәмәғәт урынындамы? Быларҙың барыһын иҫәпкә алып, мөмкинлегегеҙгә ҡарап графигығыҙҙы үҙгәртергә әҙер булығыҙ.

4. Өйрәнеүҙе даими рәүештә үткәрегеҙ. Һеҙгә берәй ҡайҙа китергә кәрәк булһа, өйрәнеүҙе үткәрмәй ҡалмағыҙ. Уйлап алығыҙ:

  1. а) Өйрәнеүҙе шул уҡ аҙнаның башҡа көнөндә үткәрә алаһығыҙмы?

  2. б) Өйрәнеүҙе телефон йә видеоэлемтә аша үткәреп буламы?

  3. в) Башҡа ҡәрҙәш һеҙҙең урынға өйрәнеүҙе үткәрә аламы?

5. Дөрөҫ ҡараш тураһында доға ҡылығыҙ. Ҡайһы ваҡыт шулай була ала: өйрәнеү даими үтмәй йә өйрәнеүсе Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланырға ашыҡмай. Ундай саҡтарҙа кешене өмөтһөҙ тип һанамаҫ өсөн Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ (Флп. 2:13). Моғайын, өйрәнеүсегеҙҙең күп яҡшы сифаттары барҙыр. Йәһүәнән шул сифаттарҙы күрергә ярҙам итеүен һорағыҙ.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Ғиб. һүҙ. 3:27; Илс. 20:35; 2 Кәр. 12:15

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу