Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lff 47 дәрес
  • Һин һыуға сумдырылырға әҙерме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һин һыуға сумдырылырға әҙерме?
  • Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮБЕРӘК БЕЛ
  • ТӨП ФЕКЕР
  • ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
  • Һыуға сумдырылыу яҡты киләсәккә юл аса!
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Һеҙ һыуға сумдырылырға әҙерме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Аллаға бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Һыуға сумдырылыу — мәсихселәр өсөн талап
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
Башҡаларын асырға
Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
lff 47 дәрес
47-се дәрес. Изге Яҙманы өйрәнгән бер кеше, башҡа бер ирҙең һыуға сумдырылғанына ҡарап, үҙе лә һыуға сумдырылыу тураһында уйланып тора.

47-СЕ ДӘРЕС

Һин һыуға сумдырылырға әҙерме?

Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат

Изге Яҙманы өйрәнгәндә, һин Йәһүә тураһында күпте белдең. Моғайын, һин белгәндәреңдән нимәнелер инде ҡулланғанһыңдыр. Әммә әлегә, ғүмереңде Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылырға ҡыймайһыңдыр. Был дәрестә беҙ кешегә йыш ҡына һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулағанын һәм шул кәртәләрҙе нисек еңеп булғанын ҡарап сығырбыҙ.

1. Һыуға сумдырылыр өсөн күпме белергә кәрәк?

Һыуға сумдырылыр алдынан һиңә «теүәл белем» алырға кәрәк (1 Тимофейға 2:4, ЯДТ). Был һин Изге Яҙма буйынса бирелгән һәр һорауға яуап белергә тейеш тигәнде аңлатмай. Хатта күп йылдар элек һыуға сумдырылған мәсихселәр ҙә белем алыуҙарын дауам итә (Колосстарға 1:9, 10). Әммә һиңә Изге Яҙманың төп тәғлимәттәрен яҡшы аңларға кәрәк. Йыйылыштағы өлкәндәр белемең етерлекме икәнен билдәләргә ярҙам итер.

2. Һыуға сумдырылыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Һыуға сумдырылғанға тиклем ике мөһим аҙым яһарға кәрәк. Изге Яҙма: «Тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ», — тип дәртләндерә. (Ғәмәлдәр 3:19-ҙы уҡы.) Тимәк, һиңә элек ҡылған гонаһтарыңа тәрән үкенергә һәм Йәһүәнән, мине кисер, тип һорарға кәрәк. Шулай уҡ Йәһүә гонаһ тип һанаған нәмәләрҙе кире ҡағырға һәм уның нормалары буйынса йәшәргә ныҡлы ҡарар итергә кәрәк. Бынан тыш, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм ҡәрҙәштәр менән бергә вәғәзләү мөһим.

3. Ни өсөн һыуға сумдырылырға ҡурҡырға кәрәкмәй?

Ҡайһы берәүҙәр, Йәһүәгә биргән вәғәҙәләремде үтәй алмаҫмын, тип ҡурҡа. Ысынында, һин ваҡыт-ваҡыт хаталар яһарһың. Хатта Изге Яҙмала иҫкә алынған тоғро ирҙәр һәм ҡатындар ҙа хаталанған. Әммә Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән камиллыҡ көтмәй. (Зәбур 103:13, 14-те уҡы.) Һин ҡулыңдан килгәндең барыһын эшләгәндә, ул шатлана. Ул һиңә мотлаҡ ярҙам итәсәк. Йәһүә, һеҙҙе бер нәмә лә минең мөхәббәтемдән айыра алмаясаҡ, тип ышандыра. (Римдарға 8:38, 39-ҙы уҡы.)

КҮБЕРӘК БЕЛ

Йәһүәне яҡшыраҡ белеп һәм уның ярҙамын ҡабул итеп, һыуға сумдырылырға ҡамасаулаған кәртәләрҙе нисек еңеп булғанын бел.

«Бер ҡыҙ һыуға сумдырылырға ҡамасаулаған кәртәләрҙе еңеп сыға» тигән рәсемдәр.

4. Йәһүәне яҡшыраҡ бел

Бер ҡыҙ Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә.

Һыуға сумдырылғанға хәтле Йәһүәне ни тиклем яҡшы белергә кәрәк? Алған белемдәрең һине уны яратырға һәм ул хуп күргәнде эшләргә дәртләндерергә тейеш. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарап, төрлө илдәрҙәге кешеләрҙең нисек итеп һыуға сумдырылыуға әҙерләнгәнен бел. Шунан һорауға яуап бир.

ВИДЕОЯҘМА: «Һыуға сумдырылыуға алып барған аҙымдар» (3:56)

  • Был кешеләргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә нимә ярҙам иткән?

Римдарға 12:2-не уҡы һәм яуап бир:

  • Изге Яҙма тәғлимәттәре йәки Йәһүә шаһиттарының өйрәткәндәре дөрөҫ икәненә шиктәрең бармы?

  • Әгәр шиктәрең булһа, нимә эшләй алаһың?

5. Һыуға сумдырылырға ҡамасаулаған кәртәләрҙе ең

Шул уҡ ҡыҙ Изге Яҙмаһын сумкаһына һала, ә әсәһе уны Йәһүә шаһиттары менән бәйләнгәне өсөн әрләй.

Тормошобоҙҙо Йәһүәгә бағышлап һыуға сумдырылырға хәл иткәндә, беҙ бөтәбеҙ ҙә ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Бына бер ҡатындың миҫалы. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.

ВИДЕОЯҘМА: «Йәһүәне яратһаҡ, бөтә ауырлыҡтарҙы еңербеҙ» (5:22)

  • Был ҡатынға һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулаған?

  • Йәһүәне яратыу нисек уға ошо кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам иткән?

Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25 һәм 2 Тимофейға 1:7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Кәртәләрҙе еңеп сығырға нимә ҡыйыулыҡ бирер?

6. Йәһүәнең ярҙамына таян

Шул уҡ ҡыҙ бер ҡатынға вәғәзләй. Янында уның менән Изге Яҙманы өйрәнгән апай-ҡәрҙәш.

Йәһүә һиңә үҙенең нормалары буйынса йәшәргә ярҙам итер. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.

ВИДЕОЯҘМА: «Йәһүә Алла һиңә ярҙам итер» (2:50)

  • Был иргә һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулаған?

  • Уға Йәһүәгә нығыраҡ таянырға нимә ярҙам иткән?

Ишағыя 41:10, 13-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Үҙеңде Йәһүәгә бағышлағанда биргән вәғәҙәңде үтәй алырыңа һин ни өсөн ышана алаһың?

7. Йәһүәнең яратыуы өсөн рәхмәтле бул

Шул уҡ ҡыҙ доға ҡыла.

Йәһүәнең һине ни тиклем ныҡ яратҡаны тураһында күберәк уйланған һайын, һинең уға булған рәхмәт хисең һәм уға мәңге хеҙмәт итергә теләгең көсәйер. Зәбур 40:5-те уҡы һәм яуап бир:

  • Һин Йәһүәгә айырыуса нимә өсөн рәхмәтле?

Иремия пәйғәмбәр Йәһүәне һәм уның Һүҙен яратҡан. Ул Йәһүәнең исемен йөрөтөү хөрмәтен ҡәҙерләгән. Ул былай тигән: «Һинең һүҙең минең өсөн һөйөнөү һәм күңел шатлығы булып китте, сөнки мин һинең исемеңде йөрөтәм, эй Ғәскәрҙәр Аллаһы Йәһүә» (Иремия 15:16). Һорауҙарға яуап бир:

  • Ни өсөн Йәһүә шаһиты булыу — ҙур хөрмәт?

  • Һин, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып китергә теләйһеңме?

  • Һиңә был аҙымды яһарға берәй нимә ҡамасаулаймы?

  • Нисек уйлайһың, был маҡсатҡа өлгәшер өсөн һиңә тағы нимә эшләргә кәрәк?

Шул уҡ ҡыҙ конгреста һыуға сумдырыла.

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Һыуға сумдырылыу — үтә ҙур яуаплылыҡ. Мин булдыра алмаҫмын».

  • Һиңә был хистәр танышмы?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә һиңә һыуға сумдырылырға ҡамасаулаған бөтә кәртәләрҙе еңергә ярҙам итәсәк.

Ҡабатлау

  • Һыуға сумдырылыр өсөн Изге Яҙманы ни тиклем яҡшы белергә кәрәк?

  • Һыуға сумдырылыр алдынан һиңә тормошоңда ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәк?

  • Ни өсөн был аҙымды яһарға ҡурҡырға кәрәкмәй?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Һыуға сумдырылырға һине нимә дәртләндерергә тейеш икәнен бел.

«Һеҙ һыуға сумдырылырға әҙерме?» («Күҙәтеү манараһы», 2020 йыл, март)

Һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай алғанын һәм шул кәртәләрҙе нисек еңеп булғанын бел.

«Һыуға сумдырылырға миңә нимә ҡамасаулай?» («Күҙәтеү манараһы», 2019 йыл, март)

Бер ир һыуға сумдырылыр өсөн ниндәй кәртәләрҙе еңеп сыҡҡанын ҡара.

«Ә һиңә һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай?» (1:10)

Тәүҙә Ата исемле ир кеше, һыуға сумдырылырғамы, юҡмы, тип икеләнгән. Уға был мөһим аҙымды яһарға нимә ярҙам иткәнен ҡара.

«Мин ысынлап та быға лайыҡмы?» (7:21)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу