Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w20 март 31 б.
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
w20 март 31 б.
Ғибәҙәтхана һаҡсылары, дини етәкселәр ҡушыуы буйынса, ике кешене ҡулға ала.

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Йәһүдтәрҙең ғибәҙәтхана һаҡсылары кем булған? Улар ниндәй вазифалар үтәгән?

Леви ҡәбиләһенең рухани булмаған ағзалары төрлө вазифалар үтәгән, мәҫәлән, ғибәҙәтханала һаҡсылар булған. Был хеҙмәт полиция хеҙмәткәрҙәре башҡарған эшкә оҡшаш булған. Һаҡсылар ғибәҙәтхана башлығына буйһонған. Йәһүд фәлсәфәсеһе Филон Александрийский һаҡсыларҙың вазифаларын былай тип тасуирлаған: «Уларҙың [левиттарҙың] ҡайһы берҙәре инеү урынында торған һәм ҡапҡа ҡарауылсылары булып хеҙмәт иткән. Ҡайһы берәүҙәр эстә [ғибәҙәтхананың территорияһында], изге урын ҡаршыһында торған һәм унда белә тороп йә яңылыш барып керә алған кешеләрҙе туҡтатҡан. Ҡайһы берәүҙәр, бер-береһен алмаштырып, көнө-төнө ғибәҙәтхана буйлап барыһын күҙәтеп йөрөгән».

Һаҡсылар Юғары кәңәшмә ҡарамағында булған. Римдар йәһүдтәргә, һаҡсыларҙан тыш, бүтән бер ниндәй ҙә ҡоралланған төркөм булдырырға рөхсәт итмәгән.

Һаҡсылар Ғайсаны ҡулға алырға килгәс, ул уларҙан, ни өсөн ғибәҙәтханала өйрәткән сағымда мине ҡулға алманығыҙ, тип һораған (Матф. 26:55). Изге Яҙма белгесе Иоахим Иеремиас аңлатҡанса, әгәр улар ғибәҙәтхана һаҡсылары булмаһа, Ғайса уларға ундай һорау бирмәҫ ине. Шул уҡ белгес уйлауынса, бынан алдараҡ та Ғайсаны ҡулға алырға тип ғибәҙәтхана һаҡсылары ебәрелгән булған (Яхъя 7:32, 45, 46). Һуңыраҡ Юғары кәңәшмә ғибәҙәтхана башлығына һәм һаҡсыларға илселәрҙе килтерергә бойорған. Күрәһең, Павелды ғибәҙәтхананан һөйрәп алып сыҡҡан кешеләр ҙә һаҡсылар булған (Ғәм. 4:1—3; 5:17—27; 21:27—30).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу