23-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Бер кем дә һеҙҙе «ҡол итмәһен»!
«Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе... кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен» (КОЛ. 2:8).
96-СЫ ЙЫР Алла Һүҙе — хазина
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Колосстарға 2:4, 8 буйынса, Иблис нисек аҡылыбыҙҙы яулап алырға тырыша?
ИБЛИС беҙҙе Йәһүәнән ситләштерергә теләй. Маҡсатына ирешер өсөн, ул, фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе үҙгәртеп, аҡылыбыҙҙы яулап алырға һәм уны үҙенә буйһондорорға тырыша. Беҙҙе юлдан яҙҙырып үҙенә йәлеп итер өсөн, ул теләктәребеҙҙе ҡуллана. (Колосстарға 2:4, 8-ҙе уҡығыҙ.)
2, 3. а) Ни өсөн беҙгә Колосстарға 2:8-ҙәге киҫәтеүгә ҡолаҡ һалырға кәрәк? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
2 Шайтан, ысынлап та, беҙҙе алдай аламы? Эйе. Илсе Павелдың Колосстарға 2:8-ҙә яҙылған киҫәтеү һүҙҙәре донъя кешеләренә түгел, ә майланған мәсихселәргә тәғәйенләнгән булған (Кол. 1:2, 5). Ул ваҡыттағы мәсихселәргә шундай ҡурҡыныс янаған икән, бөгөн беҙгә тағы ла ҙурыраҡ хәүеф янай (1 Кор. 10:12). Ни өсөн? Шайтан ергә бәреп төшөрөлгән, һәм хәҙер ул Алланың тоғро хеҙмәтселәрен алдар өсөн бар көсөн һала (Асыл. 12:9, 12, 17). Өҫтәүенә, беҙ йәшәгән һуңғы көндәрҙә яуыздар һәм алдаҡсылар «уҫалланғандан-уҫаллана» бара (2 Тим. 3:1, 13).
3 Был мәҡәләнән беҙ Иблистең, «буш һәм ялған фәлсәфә» ҡулланып, аҡылыбыҙға нисек тәьҫир итергә тырышҡанын белербеҙ. Беҙ шулай уҡ уның «мәкерле ниәттәренә» иғтибар итербеҙ (Ефес. 6:11). Ә киләһе мәҡәләлә бындай һорауҙы ҡарап сығырбыҙ: Шайтандың йоғонтоһона бирелә башлауыбыҙҙы абайлаһаҡ, нимә эшләргә? Әйҙәгеҙ, тәүҙә Иблистең Вәғәҙә ителгән ергә кергән израилдәрҙе нисек алдағанын һәм бынан ниндәй һабаҡ алып булғанын беләйек.
ИБЛИС ИЗРАИЛДӘРҘЕ БОТТАРҒА ТАБЫНЫРҒА ҠОТОРТҠАН
4—6. Ҡанун 11:10—15 буйынса, Вәғәҙә ителгән ергә кергән израилдәр ниндәй үҙгәрештәргә эйәләшергә тейеш булған?
4 Шайтан, израилдәрҙе оҫта алдап, уларҙы боттарға табынырға ҡотортҡан. Ул быны нисек эшләгән? Иблис израилдәргә ашарға кәрәклеген белгән һәм бынан файҙаланған. Вәғәҙә ителгән ергә кергәс, израилдәргә ер эшкәртеү ысулдарын үҙгәртергә кәрәк булған. Мысырҙа йәшәгәндә, улар, ерҙе һуғарыр өсөн, һыуҙы Нил йылғаһынан ташыған. Әммә Вәғәҙә ителгән ер йылға һыуҙары менән түгел, ә ямғыр һәм ысыҡ менән һуғарылған. (Ҡанун 11:10—15-те уҡығыҙb; Ишағ. 18:4, 5.) Шунлыҡтан израилдәргә ер эшкәртеүҙең яңы ысулдарын үҙләштерергә тура килгән. Был еңел булмаған, сөнки ер эшкәртеү тәжрибәһенә эйә булған израилдәрҙең күбеһе сүлдә үлгән.
Шайтан нисек израилдәрҙең аҡылын яулап ала алған? (4—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)d
5 Йәһүә үҙенең халҡына шундай үҙгәрештәргә эйәләшергә тура киләсәге хаҡында әйткән. Шунан ул тәү ҡарашҡа ер эшкәртеү менән бәйле булмаған бындай киҫәтеү биргән: «Һаҡ булығыҙ, йөрәгегеҙ алданып, юлдан яҙмағыҙ һәм башҡа илаһтарға табынып сәждә ҡылмағыҙ» (Ҡан. 11:16, 17). Ни өсөн Йәһүә, ер эшкәртеүҙең яңы ысулдарын үҙләштерергә тура киләсәге хаҡында әйткәндә, ялған илаһтарға табыныуҙан киҫәткән?
6 Йәһүә шуны белгән: израилдәр ер эшкәртеү ысулдарын тирә-яҡтағы мәжүси халыҡтарҙан үҙләштерергә теләйәсәк. Әлбиттә, уларҙың күршеләре ер эшкәртеүҙә күпкә тәжрибәлерәк булған, һәм израилдәр уларҙан күп нәмәгә өйрәнә алған, әммә бының ҡурҡыныс яҡтары ла булған. Ҡынаан халҡының фекер йөрөтөү рәүешенә Ваалға табыныу тәьҫир иткән. Улар Ваалды күктең хужаһы һәм ямғыр биреүсе тип һанаған. Йәһүә үҙ халҡын ундай ялғандан яҡларға теләгән. Ләкин израилдәр ҡат-ҡат Ваалға табыныуҙы һайлаған (Һан. 25:3, 5; Хөк. 2:13; 1 Бат. 18:18). Әйҙәгеҙ, Шайтандың, израилдәрҙең аҡылын яулар өсөн, нимә эшләгәнен ҡарап сығайыҡ.
ШАЙТАН НИНДӘЙ ӨС АЛЫМ ҠУЛЛАНҒАН?
7. Вәғәҙә ителгән ергә ингәс, израилдәрҙең иманы нисек һыналған?
7 Шайтандың беренсе алымы ниндәй булған? Израилдәр ерҙең ямғыр менән һуғарылыуын теләгән, һәм Иблис уларҙың был тәбиғи теләген ҡулланған. Вәғәҙә ителгән ерҙә апрелдең аҙағынан алып сентябрҙең аҙағына тиклем ямғыр бик һирәк яуған. Израилдәрҙең ғүмере һәм именлеге мул уңыш алыуға бәйле булған, ә уңыш ямғырҙың булыу-булмауынан торған. Ямғырҙар, ғәҙәттә, октябрҙә башланған. Шайтан израилдәрҙе алдап шуға ышандырған: имеш, мул уңыш алыр өсөн, күрше мәжүси халыҡтарҙың йолаларын үҙләштерергә кәрәк. Был халыҡтар, илаһтар ямғыр бирһен өсөн билдәле бер ритуалдар башҡарырға кәрәк, тип ышанған. Имандары көслө булмаған израилдәр, күрше халыҡтарҙың үрнәгенә эйәреү — оҙайлы ҡоролоҡтан ҡотолор өсөн берҙән-бер ысул, тип уйлаған һәм Ваал исемле ялған илаһ хөрмәтенә ритуалдар үтәй башлаған.
8. Шайтандың икенсе алымы ниндәй булған? Аңлатығыҙ.
8 Шайтандың икенсе алымы — әхлаҡһыҙ теләктәрҙе ҡулланыу. Үҙҙәренең илаһтарына табынғанда, мәжүси халыҡтар ерәнес, әхлаҡһыҙ эштәр башҡарған. Уларҙың ғибәҙәтханаларында ҡатындар ҙа, ирҙәр ҙә фәхишәлек ҡылған. Улар гомосексуализмға һәм енси әхлаҡһыҙлыҡтың башҡа төрҙәренә күҙ йомған һәм хатта ундай аҙғынлыҡты ғәҙәти тип һанаған! (Ҡан. 23:17, 18; 1 Бат. 14:24). Мәжүсиҙәр, әхлаҡһыҙ ритуалдар башҡарһаҡ, илаһтарыбыҙ ерҙе уңдырышлы итер, тип ышанған. Был ритуалдар күп израилдәрҙе йәлеп иткән, һәм һөҙөмтәлә улар ялған илаһтарға табына башлаған. Шулай итеп Шайтан уларҙың аҡылын яулап алған.
9. Осия 2:16, 17 буйынса, Шайтан нисек израилдәрҙең иғтибарын Йәһүәнән ситкә йүнәлткән?
9 Шайтандың израилдәргә ҡаршы ҡулланған өсөнсө алымы — уларҙың иғтибарын Йәһүәнән ситкә йүнәлтеү. Иремия пәйғәмбәр көндәрендә Йәһүә ялған пәйғәмбәрҙәр тураһында, исемемде онотторорға тырышалар, тигән. Был ялған пәйғәмбәрҙәр Ваалға табынған һәм израилдәрҙе лә шуға дәртләндергән (Ирем. 23:27). Израилдәр, күрәһең, Алла исемен ҡулланмай башлаған һәм уны Ваал исеме менән алмаштырған (был исем «Хужа» тигән мәғәнә йөрөтә). Шул арҡала улар Йәһүә менән Ваал араһындағы айырманы күрмәй башлаған һәм Йәһүәгә табыныу менән Ваалға табыныуҙы бергә ҡушҡан. (Осия 2:16, 17-не уҡығыҙc һәм төшөрмә.)
БӨГӨН ШАЙТАН НИНДӘЙ АЛЫМДАР ҠУЛЛАНА?
10. Бөгөн Шайтан ниндәй алымдар ҡуллана?
10 Иблистең алымдары үҙгәрмәгән. Кешеләрҙең аҡылдарын яулап алыр өсөн, ул һаман да уларҙың тәбиғи теләктәрен ҡуллана, енси әхлаҡһыҙлыҡты ғәҙәти тәртип итеп күрһәтә һәм кешеләрҙең иғтибарын Йәһүәнән ситкә йүнәлтә. Әйҙәгеҙ, тәүҙә өсөнсө алымды ҡарап сығайыҡ.
11. Шайтан нисек кешеләрҙең иғтибарын Йәһүәнән ситкә йүнәлткән?
11 Шайтан кешеләрҙең иғтибарын Йәһүәнән ситкә йүнәлтә. Ғайсаның илселәре үлгәндән һуң, үҙҙәрен мәсихсе тип атаған ҡайһы бер кешеләр ялған тәғлимәттәр тарата башлаған (Ғәм. 20:29, 30; 2 Фес. 2:3). Был мөртәттәр берҙән-бер хаҡ Алла тураһында хәҡиҡәтте боҙоп күрһәткән һәм шулай итеп кешеләрҙе Алланан ситләштергән. Мәҫәлән, улар үҙҙәренең Изге Яҙма күсермәләрендә Йәһүәнең исемен «Раббы» һәм «Алла» кеүек титулдарға алмаштырған. Шуның арҡаһында Изге Яҙманы уҡыған кешеләргә Йәһүә менән башҡа «илаһтар» араһындағы айырманы күреүе ауыр булған (1 Кор. 8:5). Улар Йәһүәне лә, Ғайсаны ла «Раббы» тип атаған. Һөҙөмтәлә кешеләр был ике шәхестең бер-береһенән нимә менән айырылып торғанын күрмәй башлаған (Яхъя 17:3). Был буталсыҡ Алла Һүҙенә нигеҙләнмәгән Троица тәғлимәтенең таралыуына килтергән. Ахыр сиктә күптәр Алланы ниндәйҙер серле көс тип һанай башлаған һәм, уны танып белеү мөмкин түгел, тип ышанған. Ниндәй ҡот осҡос ялған! (Ғәм. 17:27).
Шайтан, кешеләрҙе әхлаҡһыҙлыҡҡа этәрер өсөн, ялған динде нисек ҡуллана? (12-се абзацты ҡарағыҙ.)e
12. Ялған дин нимәнең таралыуына булышлыҡ итә, һәм Римдарға 1:28—31-ҙә аңлатылғанса, был нимәгә килтерә?
12 Шайтан кешеләрҙең әхлаҡһыҙ теләктәрен ҡуллана. Боронғо заманда Шайтан, Алла халҡын енси әхлаҡһыҙлыҡҡа этәрер өсөн, ялған динде ҡулланған. Бөгөн ул шулай уҡ эш итә. Ялған дин әхлаҡһыҙ тәртипкә күҙ йома һәм хатта уның таралыуына булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә күп кешеләр, Аллаға хеҙмәт итәбеҙ, тип әйтһәләр ҙә, уның әхлаҡи нормаларын һанға һуҡмай. Илсе Павел римдарға яҙған хатында әхлаҡи нормаларҙы иҫәпкә алмау нимәгә килтергәнен тасуирлап биргән. (Римдарға 1:28—31-ҙе уҡығыҙ.) «Тейеш булмаған» эштәргә енси әхлаҡһыҙлыҡтың бөтә төрҙәре, шул иҫәптән гомосексуализм да керә (Рим. 1:24—27, 32; Асыл. 2:20). Күреүебеҙсә, Изге Яҙмалағы саф нормалар буйынса йәшәү үтә мөһим!
13. Шайтан тағы ниндәй алым ҡуллана?
13 Шайтан кешеләрҙең тәбиғи теләктәрен ҡуллана. Шундай теләктәрҙең береһе — үҙебеҙҙе һәм ғаиләбеҙҙе тәьмин итер өсөн берәй һөнәргә өйрәнергә ынтылыу (1 Тим. 5:8). Мәҫәлән, мәктәптә яҡшы уҡып, күп нәмәгә өйрәнергә була. Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк. Күп илдәрҙә мәғариф системаһы йәштәргә белем биреүҙән тыш, шулай уҡ уларҙың аңына донъя фәлсәфәһен һеңдерергә тырыша. Шуның арҡаһында уҡыусылар Алланың барлығына һәм Изге Яҙманың дөрөҫлөгөнә шикләнә башлай. Уларҙы, тормош эволюция һөҙөмтәһендә яралған һәм бөтә уҡымышлы кешеләр быға ышана, тип өйрәтәләр (Рим. 1:21—23). Ундай ҡараштар Алла зирәклегенә бөтөнләй ҡаршы килә (1 Кор. 1:19—21; 3:18—20).
14. Донъя фәлсәфәһе нимәгә дәртләндерә?
14 Был донъяның ҡараштары Йәһүәнең ғәҙел нормаларына ҡаршы килә. Донъя фәлсәфәһе изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы үҫтерергә ярҙам итмәй, ә, киреһенсә, «гонаһлы тәбиғәткә» хас эштәр ҡылырға дәртләндерә (Гал. 5:19—23). Донъя зирәклегенә таяныусылар ғорур һәм тәкәббер булып китә һәм, ахыр сиктә, «үҙҙәрен генә яратҡан» кешеләргә әйләнә (2 Тим. 3:2—4). Алла иһә үҙ хеҙмәтселәрен йыуаш һәм баҫалҡы рух сағылдырырға дәртләндерә (2 Сам. 22:28). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары белем алған ҡайһы бер мәсихселәр был донъяның ҡараштарын үҙләштергән. Әйҙәгеҙ, бер миҫалға иғтибар итәйек.
Был донъяның ҡараштары беҙҙең фекер йөрөтөү рәүешебеҙгә нисек тәьҫир итә ала? (14—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)f
15, 16. Апай-ҡәрҙәшебеҙҙең осрағынан нимәгә өйрәнеп була?
15 15 йылдан ашыу тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиты булараҡ, мин юғары белем алыу менән бәйле ҡурҡыныстар тураһында ишетә лә, уҡый ҙа торғайным, әммә был киҫәтеүҙәргә әллә ни иғтибар бирмәй инем. Ундай кәңәштәр миңә ҡағылмай, тип уйлай инем». Был ниндәй ауырлыҡтарға килтергән? Ул былай тип таный: «Уҡыу шул тиклем күп ваҡыт һәм көс ала торғайны, хатта элеккесә оҙаҡ итеп доға ҡылырға ла ваҡыт ҡалмай ине. Ныҡ арығанға, вәғәзләргә һәм йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнергә көсөм юҡ ине. Бәхеткә ҡаршы, уҡыуым арҡаһында Йәһүә менән мөнәсәбәттәрем һүрелә башлағанын аңланым, шуға университетты ташларға булдым».
16 Юғары белем алыу был апай-ҡәрҙәштең фекер йөрөтөү рәүешенә ниндәй йоғонто яһаған? Ул былай тип бүлешә: «Әйтеүе оят булһа ла, мин башҡаларға, айырыуса ҡәрҙәштәргә ҡарата тәнҡитсел булып киттем, уларҙан сиктән тыш күпте көттөм һәм уларҙан ситләштем. Шундай ҡараштарҙан арыныр өсөн күп ваҡыт талап ителде. Был миңә күктәге Атабыҙҙың үҙ ойошмаһы аша биргән кәңәштәренә ҡолаҡ һалмау ни тиклем ҡурҡыныс икәнен күрергә ярҙам итте. Йәһүә мине күпкә яҡшыраҡ белә. Шул ваҡытта уны тыңлаған булһам ине!»
17. а) Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
17 Шайтан донъяһы «буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында» һеҙҙе ҡол итмәһен. Уның тоҙаҡтарынан һаҡ булығыҙ (1 Кор. 3:18; 2 Кор. 2:11). Бер ҡасан да Шайтанға иғтибарығыҙҙы Йәһүәнән ситкә йүнәлтергә бирмәгеҙ. Йәһүәнең юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәгеҙ. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Әммә үҙегеҙҙең донъя йоғонтоһона бирелә башлауығыҙҙы абайлаһағыҙ, нимә эшләргә? Киләһе мәҡәләлә Алла Һүҙе ярҙамында «дошман ҡәлғәләренән», йәғни дөрөҫ булмаған ҡараштарҙан һәм ғәҙәттәрҙән нисек арынып булғаны ҡараласаҡ (2 Кор. 10:4, 5).
49-СЫ ЙЫР Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрәйек
a Шайтан Иблис кешеләрҙе алдауҙа оҫтарып бөткән. Уның ялғанына ышанған күп кешеләр үҙҙәрен азат тип һанай, әммә ысынбарлыҡта Шайтан уларҙы ҡол иткән. Был мәҡәләлә беҙ Шайтандың кешеләрҙе алдар өсөн ниндәй алымдар ҡулланғанын ҡарап сығырбыҙ.
b Ҡанун 11:10—15: «Һеҙ биләп алырға барған ер һеҙ сыҡҡан Мысыр ере кеүек түгел. Мысырҙа һеҙ орлоҡ сәсеп, ерҙе, йәшелсә баҡсаһын һуғарған кеүек, аяҡтарығыҙ менән һуғара инегеҙ. Ә һеҙ яулап алырға торған ер — тауҙар һәм үҙәндәр ере. Ул күктәрҙән яуған ямғыр һыуҙарына туйына. Ул — Аллағыҙ Йәһүә ҡайғыртҡан ер. Йылдың башынан алып ахырына тиклем Аллағыҙ Йәһүәнең күҙҙәре һәр ваҡыт шунда төбәлгән. Мин һеҙгә тоторға ҡушҡан әмерҙәрҙе тырышып үтәһәгеҙ һәм, Аллағыҙ Йәһүәне яратып, уға бөтә йөрәгегеҙ һәм бөтә йәнегеҙ менән хеҙмәт итһәгеҙ, ул да ерегеҙгә үҙ ваҡытында ямғыр — көҙгө һәм яҙғы ямғыр бирер, һәм һеҙ ашлыҡ йыйырһығыҙ, һеҙҙә яңы шарап һәм май булыр. Яландарығыҙҙа ул мал-тыуарығыҙ өсөн үҫемлектәр үҫтерер, һәм һеҙ туйғансы ашарһығыҙ».
c Осия 2:16, 17: «Ул көндө, — тип әйтә Йәһүә, — һин мине „Хужам“ [„Ваалым“, төшөрмә] тип бүтән атамаҫһың, ә „Ирем“ тип атарһың. „Мин уға Ваал һындарының исемдәрен телгә алырға рөхсәт итмәм. Уларҙың исемдәре бүтән иҫкә алынмаҫ“».
d РӘСЕМДӘ: Израилдәр, ҡынаандар менән аралашып, Ваалға табыныу ҡотҡоһона бирелә.
e РӘСЕМДӘ: йәйғор төҫтәренә буялған плакат ҡуйып, сиркәү гомосексуализмды хуплауын күрһәтә.
f РӘСЕМДӘ: университетта уҡыған апай-ҡәрҙәш һәм башҡа студенттар кешелектең бөтә проблемаларын фән һәм технологиялар ярҙамында хәл итеп булғаны тураһындағы лекцияны ҡыҙыҡһынып тыңлай. Ә йыйылыш осрашыуында апай-ҡәрҙәшкә күңелһеҙ, ул тәнҡитсел рух сағылдыра.