Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lff 20 дәрес
  • Йыйылыш нисек ойошторолған?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йыйылыш нисек ойошторолған?
  • Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮБЕРӘК БЕЛ
  • ТӨП ФЕКЕР
  • ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
  • Өлкәндәр нисек йыйылышҡа хеҙмәт итә?
    Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?
  • Өлкәндәр, артабан да Павелдан өлгө алығыҙ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек яратыу һәм шәфҡәт күрһәтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
lff 20 дәрес
20-се дәрес. Йәһүә шаһиттарының осрашыуында ағай-ҡәрҙәш һорау бирә, һәм бер нисә кеше яуап бирер өсөн ҡул күтәрә.

20-СЕ ДӘРЕС

Йыйылыш нисек ойошторолған?

Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат

Йәһүә тәртип ярата (1 Коринфтарға 14:33). Шуға күрә үҙ халҡынан да шуны уҡ көтә. Мәсихселәр йыйылышы нисек ойошторолған? Беҙҙең һәр беребеҙ йыйылыштағы тәртипкә үҙ өлөшөн нисек индерә ала?

1. Йыйылыштың башы кем?

Йыйылыштың башы — Мәсих (Ефестарға 5:23). Ғайса Мәсих күктән Йәһүә халҡының эшмәкәрлеге менән етәкселек итә. Ул «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» — тәжрибәле өлкәндәрҙән торған бәләкәй төркөмдө билдәләгән. Был төркөм шулай уҡ Етәксе кәңәшмә тип атала. (Матфей 24:45—47-не уҡы.) Беренсе быуатта Иерусалимдағы илселәр һәм өлкәндәр йыйылыштарға күрһәтмәләр биреп торған, бөгөн иһә быны Етәксе кәңәшмә эшләй (Ғәмәлдәр 15:2). Әммә улар ойошмабыҙҙа башлыҡтар түгел. Улар, төрлө һорауҙар буйынса Йәһүәнең ихтыярын аңлар өсөн, Изге Яҙманы тәрән тикшерә һәм Ғайсаға буйһона.

2. Кем ул өлкәндәр һәм улар ниндәй эш башҡара?

Өлкәндәр — Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт иткән тоғро ир-аттар. Улар Алла халҡын Изге Яҙмаға нигеҙләнеп өйрәтә һәм йыйылыш хаҡында ҡайғырта. Өлкәндәр үҙ эштәре өсөн аҡса алмай. Улар был хеҙмәтте үҙ теләге менән, «табыш артынан ҡыумайынса» тырышып башҡара (1 Петр 5:1, 2). Өлкәндәргә хеҙмәт ярҙамсылары ярҙам итә. Ваҡыт үтеү менән хеҙмәт ярҙамсыһы өлкән булып китә ала.

Етәксе кәңәшмә ҡайһы бер өлкәндәрҙе район күҙәтеүселәре итеп билдәләй. Улар төрлө йыйылыштарға барып күрһәтмәләр бирә һәм ҡәрҙәштәрҙе рухландыра. Район күҙәтеүселәре шулай уҡ Изге Яҙмалағы талаптарға тура килгән ир-аттарҙы өлкәндәр һәм хеҙмәт ярҙамсылары итеп билдәләй (1 Тимофейға 3:1—10, 12; Титҡа 1:5—9).

3. Һәр Йәһүә шаһитына ниндәй йөкләмә бирелгән?

Йыйылышта барыһы ла Йәһүә исемен маҡтай. Нисек итеп? Улар йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнаша һәм хәленән килгәнсә вәғәзләй. (Зәбур 148:12, 13-тө уҡы.)

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ғайса ниндәй етәксе? Өлкәндәр унан нисек өлгө ала? Беҙ Ғайса һәм өлкәндәр менән нисек хеҙмәттәшлек итә алабыҙ? Шул хаҡта күберәк бел.

4. Ғайса — игелекле етәксе

Ғайса беҙгә иҫ киткес тәҡдим яһай. Матфей 11:28—30-ҙы уҡы һәм яуап бир:

  • Ғайса беҙҙең үҙ етәкселеге аҫтында нисек хис итеүебеҙҙе теләй?

Өлкәндәр Ғайсанан нисек үрнәк ала? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

ВИДЕОЯҘМА: «Өлкәндәр Непалда ер тетрәүҙән зыян күргәндәргә ярҙам итә» (4:56)

Изге Яҙмала өлкәндәрҙең үҙ вазифаларын нисек башҡарырға тейешлеге ап-асыҡ аңлатыла.

Ишағыя 32:2 һәм 1 Петр 5:1—3-тө уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Өлкәндәрҙең кешеләр хаҡында Ғайса ҡайғыртҡан кеүек ҡайғыртырға тырышҡаны һиндә ниндәй хистәр уята?

  • Өлкәндәр Ғайсанан тағы ҡайһы яҡтан үрнәк ала?

5. Өлкәндәр яҡшы үрнәк күрһәтеп өйрәтә

Ғайса өлкәндәрҙең үҙ вазифаларына нисек ҡарауын теләй? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

ВИДЕОЯҘМА: «Өлкәндәр башҡаларға үрнәк күрһәтә» (7:39)

Ғайса йыйылышта үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алғандар өсөн өлгө булып тора. Матфей 23:8—12-не уҡы һәм яуап бир:

  • Изге Яҙма буйынса өлкәндәрҙән нимә көтөлә? Һинеңсә, дин етәкселәре шул һүҙҙәр буйынса эш итәме?

А. Рәсемдәрҙә: өлкән үҙенең һәм ғаиләһенең рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә. 1. Ул Изге Яҙманы өйрәнер алдынан доға ҡыла. 2. Ул ҡатыны менән бәләкәй ҡыҙына Изге Яҙма тураһында һөйләй. Б. Шул уҡ өлкән ҡатыны менән ауырыған бер апай-ҡәрҙәшкә хәстәханаға килгән. Б. Шул уҡ өлкән ҡатыны менән ауырыған бер апай-ҡәрҙәшкә хәстәханаға килгән. В. Шул уҡ өлкән бер ирҙең өйөнә килеп вәғәзләй. Г. Рәсемдәрҙә: 1. Шул уҡ өлкән йыйылышта телмәр һөйләй. 2. Ул Батшалыҡ залында иҙән йыуа.
  1. А. Өлкәндәр үҙҙәре лә рухи яҡтан көслө булырға тырыша, ғаиләләренә лә был яҡтан ярҙам итә

  2. Б. Өлкәндәр йыйылыштың һәр ағзаһы хаҡында ҡайғырта

  3. В. Өлкәндәр даими вәғәзләй

  4. Г. Өлкәндәр йыйылышта өйрәтә, улар шулай уҡ йыйыштырыуҙа һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итә

6. Беҙ өлкәндәр менән хеҙмәттәшлек итә алабыҙ

Изге Яҙма өлкәндәр менән ни өсөн хеҙмәттәшлек итергә кәрәклеген аңлата. Еврейҙарға 13:17-не уҡы һәм яуап бир:

  • Изге Яҙма беҙҙе өлкәндәргә буйһонорға дәртләндерә. Һинеңсә, был дөрөҫмө?

Лука 16:10-ды уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

  • Ни өсөн өлкәндәр менән хатта ябай һорауҙарҙа ла хеҙмәттәшлек итеү мөһим?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Һәр кеше Аллаға үҙенсә табына ала».

  • Һинеңсә, Аллаға йыйылыш менән бергә табыныу ниндәй файҙа килтерә?

ТӨП ФЕКЕР

Ғайса — йыйылыштың башы. Беҙ уның етәкселеге аҫтында хеҙмәт иткән өлкәндәр менән шатланып хеҙмәттәшлек итәбеҙ, сөнки улар беҙҙең хаҡта ҡайғырта һәм беҙгә яҡшы үрнәк күрһәтә.

Ҡабатлау

  • Йыйылыштың башы кем?

  • Өлкәндәр йыйылышҡа нисек ярҙам итә?

  • Йәһүәнең һәр хеҙмәтсеһенә ниндәй йөкләмә бирелгән?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Етәксе кәңәшмә һәм башҡа өлкәндәр йыйылыштың һәр ағзаһын ҡәҙерләй.

«Тыйыу ваҡытында ҡәрҙәштәрҙе нығытабыҙ» (4:22)

Район күҙәтеүселәренең хеҙмәте тураһында күберәк бел.

«Район күҙәтеүсеһенең бер аҙнаһы» (4:51)

Ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышта ниндәй роль үтәй?

«Йәһүә шаһиттарында ҡатын-ҡыҙ дини хеҙмәткәр була аламы?» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 сентябрь)

Өлкәндәрҙең үҙ имандаштарын рухландырыр өсөн күпме көс һалғаны тураһында уҡы.

«Йыйылыш өлкәндәре — шатланыуыбыҙҙы теләгән хеҙмәттәштәр» («Күҙәтеү манараһы», 2013 йыл, 15 ғинуар)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу