-
Йәһүә ниндәй ул?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
3. Йәһүә беҙгә үҙ яратыуын нисек күрһәтә?
Йәһүәнең иң күркәм сифаты — мөхәббәт. Эйе, «Алла — мөхәббәт ул» (1 Яхъя 4:8). Йәһүә үҙ яратыуын Изге Яҙма аша ғына түгел, ә шулай уҡ ижади эштәре аша ла сағылдыра. (Ғәмәлдәр 14:17-не уҡы.) Мәҫәлән, уның беҙҙе нисек итеп барлыҡҡа килтергәненә иғтибар ит. Ул беҙгә төрлө төҫтәр күреү, йыр-моң ишетеү һәм тәм тойоу һәләттәрен бүләк иткән. Ул беҙҙең тормошҡа кинәнеп йәшәүебеҙҙе теләй.
-
-
Ялған диндәр Алланы хурлайҺин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
2. Ялған диндәр үҙ эштәре менән Алланы нисек хурлай?
Ялған диндәр кешеләр менән үҙҙәрен насар тота. Изге Яҙмала, ялған диндәрҙең «гонаһтары... күккә тиклем ашты», тиелә (Асылыш 18:5). Быуаттар дауамында диндәр сәйәсәткә ҡыҫыла һәм һуғыштарҙы хуплай. Диндәрҙең иҫәпһеҙ кешеләрҙең һәләк булыуына ҡатнашы бар. Ҡайһы бер дин етәкселәре байҙарса йәшәй һәм, шулай йәшәр өсөн, ябай кешеләрҙән аҡса һура. Шулай итеп диндәрҙең Алланы белмәүе асыҡ күренеп тора. Эйе, уларҙың Алла исеменән һөйләргә хаҡы юҡ. (1 Яхъя 4:8-ҙе уҡы.)
-