16-сы йыр
Алла Батшалығына ҡасығыҙ!
(Сафуния 2:3)
1. Йыуаштар, Йәһәвәне эҙләһәгеҙ,
Дөрөҫлөк юлын һеҙ табырһығыҙ.
Алланың буласаҡ асыу көнөндә
Иҫән, бәлки, ҡалырһығыҙ.
(ҠУШЫМТА)
Алла Батшалығы — ысын өмөт,
Идараһын ныҡ яҡла.
Йәһәвә фатихаһын табырһың һин,
Тоғролоғоңдо һаҡла.
2. Хәҡиҡәткә һыуһағандар, килегеҙ,
Ҡасырһығыҙ донъя баҫымынан.
Мәсих Батшалығына буйһоноғоҙ,
Ҡайғынан арынырһығыҙ.
(ҠУШЫМТА)
Алла Батшалығы — ысын өмөт,
Идараһын ныҡ яҡла.
Йәһәвә фатихаһын табырһың һин,
Тоғролоғоңдо һаҡла.
3. Шатлыҡ менән баштарҙы күтәрегеҙ;
Батшалыҡ идараһын күрегеҙ!
Йәһәвәнән генә ҡурҡып йәшәгеҙ,
Ҡабул итеп яҡтылығын!
(ҠУШЫМТА)
Алла Батшалығы — ысын өмөт,
Идараһын ныҡ яҡла.
Йәһәвә фатихаһын табырһың һин,
Тоғролоғоңдо һаҡла.
(Мәҙ. 58:17; Ғиб. һүҙ. 18:10; 1 Көр. 16:13-тө лә ҡара.)