Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w18 август 31—32 бб.
  • Португалияла беренсе Батшалыҡ орлоҡтары

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Португалияла беренсе Батшалыҡ орлоҡтары
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
w18 август 31—32 бб.

БЕҘҘЕҢ АРХИВТАРҘАН

Португалияла беренсе Батшалыҡ орлоҡтары

АТЛАНТИКА тулҡындары карапҡа шап та шоп һуғыла. Джордж Янг исемле пассажир, Батшалыҡ эшенең Бразилияла яҡшы емештәр килтергәненән ҡәнәғәтлек кисереп, Европаға китеп бараa. Әммә был сәйәхәт дауамында Янг ҡәрҙәш үҙенең яңы билдәләнеүе — Испания һәм Португалияның вәғәзләнмәгән ифрат ҙур территориялары тураһында уйлай. Унда ул Джозеф Рутерфорд ҡәрҙәштең лекциялар менән сығыш яһауын ойошторорға һәм 300 000 буклет таратырға өмөтләнә!

Джордж Янг карапта китеп бара

Джордж Янг вәғәз сәйәхәттәре ваҡытында бер нисә тапҡыр океан гиҙгән

1925 йылдың яҙында Лиссабонға (Португалия) килеп еткәс, Янг ҡәрҙәш аяныс хәл күрә. 1910 йылда булған революция һөҙөмтәһендә монархия юҡҡа сыҡҡан һәм католик сиркәү үҙенең юғары дәрәжәһен юғалтҡан. Халыҡ күберәк иреклеккә эйә булған, әммә илдә сыуалыштар дауам иткән.

Янг ҡәрҙәш Рутерфордтың сығыш яһауын ойоштороп йөрөгәндә, дәүләт перевороты булдырырға маташыусылар арҡаһында хөкүмәт илдә хәрби хәл иғлан иткән. Британия һәм сит илдәрҙең Изге Яҙма йәмғиәтенең сәркәтибе Янг ҡәрҙәште, ҡаты ҡаршылыҡ менән осрашыуығыҙ ихтимал, тип киҫәткән. Шуға ҡарамаҫтан, Янг ҡәрҙәш Рутерфорд ҡәрҙәштең лекцияларын Камоэнс исемендәге мәктәптең спортзалында үткәрергә рөхсәт һораған һәм маҡсатына өлгәшкән!

Ниһайәт, Рутерфорд ҡәрҙәштең «Ерҙә мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә?» тигән лекция менән сығыш яһар көнө — 13 май көнө килеп етә. Был ваҡиға тураһында биналарҙың стеналарына йәбештерелгән афишалар һәм гәзиттәрҙә баҫтырылған белдереүҙәр хәбәр итә. Ҡаршылыҡтар ойошторған дини кешеләр, тиҙ рәүештә үҙҙәренең гәзитендә мәҡәлә яҙып, уҡыусыларын яңы килгән «ялған пәйғәмбәрҙәр» хаҡында киҫәтә. Өҫтәүенә, спортзалдың ишектәре янында улар Рутерфорд ҡәрҙәш вәғәзләгән тәғлимәттәрҙе тәнҡитләгән меңәрләгән брошюра тарата.

Быға ҡарамаҫтан, спортзалда яҡынса 2 000 кеше йыйыла һәм, урын етмәгәнгә, тышҡы яҡтан тағы шунса уҡ кеше тороп ҡала. Ҡайһы берәүҙәр спортзалдың стеналары буйлап эленгән баулы баҫҡыстарға урынлаша, ә кемдер гимнастика снарядтарына менеп ултыра.

Әммә барыһы ла шыма бармай. Ҡаршы килеүселәр, ҡысҡырып, ултырғыстарҙы вата башлай, ләкин Рутерфорд ҡәрҙәш тыныс булып ҡала. Тыңлаусылар лекцияны яҡшыраҡ ишетһен өсөн, ул өҫтәлгә менә лә һөйләүен дауам итә. Лекция төн еткәс кенә тамамлана. 1 200-ҙән ашыу кеше, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт алыр өсөн, исемдәрен һәм адрестарын ҡалдыра. Киләһе көндө «Секулу» гәзитендә Рутерфорд ҡәрҙәштең лекцияһы тураһында мәҡәлә сыға.

1925 йылдың сентябренән башлап Португалияла португал телендә «Күҙәтеү манараһы» сыға башлаған. (Быға тиклем португал телендәге «Күҙәтеү манараһы» Бразилияла сығарылған булған.) Шул ваҡыттарҙа Бразилияла йәшәгән Изге Яҙма тикшереүсеһе Виржилиу Фергусон Португалияға күсеү тураһында уйлай башлаған, сөнки унда вәғәзселәргә ихтыяж булған. Элегерәк ул Бразилиялағы Изге Яҙма тикшереүселәренең бәләкәй филиалында Янг ҡәрҙәш менән хеҙмәттәшлек иткән булған. Күп тә үтмәҫтән, Виржилиу ҡатыны Лиззи менән, Португалияға килеп, Янг ҡәрҙәшкә ҡушылған. Был бик ваҡытлы булған, сөнки Янг ҡәрҙәш тиҙҙән вәғәз эшенә бәйле йөкләмәләрҙе башҡа илдәрҙә, шул иҫәптән Советтар Союзында үтәргә тейеш булған.

Лиззи һәм Виржилиу Фергусондарҙың илдә йәшәргә рөхсәт биргән документы (1928 йыл)

Лиззи һәм Виржилиу Фергусондарҙың илдә йәшәргә рөхсәт биргән документы. 1928 йыл

Дәүләт перевороты арҡаһында Португалияла диктатура урынлашҡас, эшмәкәрлегебеҙгә ҡарата ҡаршылыҡ көсәйгән. Әммә был Фергусон ҡәрҙәште ҡурҡытмаған. Ул Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең бәләкәй генә төркөмөн яҡлар өсөн һәм уларға артабан да ашҡынып хеҙмәт итергә ярҙам итер өсөн тырышлыҡ һалған. Ул, хөкүмәт етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, үҙ йортонда йыйылыш осрашыуҙарын даими үткәрергә рөхсәт һораған. 1927 йылдың октябрендә рөхсәт бирелгән.

Диктатураның беренсе йылында Португалияла яҡынса 450 кеше «Күҙәтеү манараһы» журналына яҙылған. Бынан тыш, буклеттар һәм брошюралар ярҙамында хәҡиҡәт Португалияның алыҫтағы колонияларына — Азор утрауҙары, Ангола, Көнсығыш Тимор, Гоа, Кабо-Верде, Мадейра һәм Мозамбикка тиклем барып еткән.

1920-се йылдарҙың аҙағында Мануэл да-Силва Жордан исемле баҫалҡы баҡсасы Бразилиянан Лиссабонға килгән. Сығышы менән Португалиянан булған был кеше Бразилияла йәшәгән сағында Янг ҡәрҙәштең асыҡ телмәрен ишеткән булған. Мануэл хәҡиҡәтте теләп ҡабул иткән һәм Фергусон ҡәрҙәшкә вәғәз эшендә ярҙам итергә ихлас теләгән. Мануэл китап таратыусы (ул ваҡытта пионерҙарҙы шулай атағандар) булып хеҙмәт итә башлаған. Ул ваҡытҡа Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте баҫтырыу һәм таратыу эше яҡшы ойошторолған, шул арҡала Лиссабондағы яңы йыйылыш гөрләп сәскә ата башлаған!

1934 йылда Фергусондар ғаиләһенә Бразилияға ҡайтырға тура килгән. Әммә Португалияла хәҡиҡәт орлоҡтары инде сәселгән булған. Испаниялағы граждандар һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышына ҡарамаҫтан, Португалиялағы мәсихселәр төркөмө Йәһүәгә тоғро булып ҡала алған. Бер ни тиклем ваҡыт улар быҫҡып ятҡан күмергә оҡшаш булған, әммә 1947 йылда Португалияға Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡҡан беренсе миссионер Джон Кук килгән, һәм уларҙың «уты» дөрләп янып киткән. Бынан һуң Батшалыҡ вәғәзселәре артҡандан-артҡан, һәм бер нәмә лә был үҫеште туҡтата алмаған. Хатта 1962 йылда хөкүмәт Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеген тыйһа ла, Батшалыҡ эше артабан да алға барған. 1974 йылдың декабрендә, Йәһүә шаһиттары рәсми танылыу алғанда, илдә 13 000-дән ашыу вәғәзсе булған.

Бөгөн Португалияла һәм португал телен ҡулланған бер нисә утрауҙа, шул иҫәптән Азор утрауҙарында һәм Мадейрала 50 000-дән ашыу вәғәзсе һөйөнөслө хәбәрҙе тарата. Улар араһында 1925 йылда Рутерфорд ҡәрҙәштең тарихи лекцияһын тыңлаған ҡайһы бер кешеләрҙең ейәндәре бар.

Беҙ Йәһүәгә һәм Португалияла беренсе Батшалыҡ орлоҡтарын сәскән шул ҡыйыу ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлебеҙ! Улар, башҡа халыҡтар хаҡына Мәсихтең хеҙмәтселәре булараҡ, күп эштәр башҡарған (Рим. 15:15, 16). (Португалиялағы архивыбыҙҙан.)

a «Беҙ „һәр кемгә нисек яуап бирергә“ тейеш?» тигән брошюрала (тат.) 31—32-се биттәрҙәге «Ашлыҡ урыу эше күп» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу