БИОГРАФИЯ
Бай рухи мираҫ ярҙамында сәскә атам
ДӨМ ҡараңғы төн. Беҙ Нигер йылғаһы ярында баҫып торабыҙ. Был — километр ярым киңлектәге тиҙ ағышлы көслө йылға. Нигерияла граждандар һуғышы көсәйгәнгә, был йылға аша сығыу үлемгә тиң. Шулай ҙа беҙгә икенсе ярға сығырға, хатта бер нисә тапҡыр сығырға тура килде. Ни өсөн һуң? Был һорауға яуап бирер алдынан, мин тыуғанға тиклем булған ваҡиғаларға күҙ һалайыҡ.
Атайым Джон Миллз 1913 йылда 25 йәшендә Нью-Йоркта һыуға сумдырылған. Һыуға сумдырылыу телмәре менән Рассел ҡәрҙәш сығыш яһаған. Тиҙҙән атайым Тринидадҡа күсенгән. Унда ул Констанс Фармер исемле Изге Яҙма тикшереүсеһе булған ашҡыныусан апай-ҡәрҙәшкә өйләнгән. Атайым Уильям Браун исемле дуҫына «Барлыҡҡа килтереү тураһында фотодрама»ны күрһәтергә ярҙам иткән. Улар был эш менән 1923 йылда Браун ҡәрҙәш һәм уның ҡатыны Көнбайыш Африкаға күсергә саҡырылғанға тиклем шөғөлләнгән. Ә күктә йәшәргә өмөттәре булған атайым менән әсәйем Тринидадта хеҙмәт итеүен дауам иткән.
ҠАЙҒЫРТЫУСАН АТАЙ-ӘСӘЙЕМ
Беҙҙең ғаиләлә туғыҙ бала ине. Беренсе улдарын ата-әсәйем Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм трактаттар йәмғиәтенең президенты хөрмәтенә Рутерфорд тип атаған. 1922 йылдың 30 декабрендә мин тыуғанмын, һәм миңә «Алтын быуат» (хәҙер «Уянығыҙ!») журналының редакторы Клейтон Вудворт хөрмәтенә Вудворт тип исем ҡушҡандар. Беҙ урта белем алдыҡ, ләкин атай-әсәйем беҙҙе беренсе урынға рухи маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерҙе. Әсәйем Изге Яҙмаға нигеҙләнеп ышандырырлыҡ итеп фекер алышырға бик оҫта ине, ә атайым беҙгә, персонаждарҙы йәнләндереп, мауыҡтырғыс итеп Изге Яҙманан хикәйәләр һөйләй торғайны.
Ата-әсәйемдең тырышлыҡтары бушҡа булманы. Биш малайҙың өсөһө Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡты, ә өс һеңлем оҙаҡ йылдар буйы Тринидад һәм Тобагола пионер булып хеҙмәт итте. Беҙҙе өйрәтеп һәм яҡшы үрнәк күрһәтеп, ата-әсәйем беҙгә «Йәһүәнең йортонда», «Аллабыҙҙың ишек алдарында» гөрләп сәскә атырға ярҙам итте (Зәб. 92:13).
Беҙҙең өйҙә йыш ҡына пионерҙар йыйыла торғайны. Улар Джордж Янг ҡәрҙәш тураһында һөйләшергә ярата ине. Сығышы менән Канаданан булған был миссионер Тринидадҡа килеп йөрөй ине. Ә минең ата-әсәйем элекке хеҙмәттәштәре — Көнбайыш Африкаға киткән ирле-ҡатынлы Браундар хаҡында һоҡланып һөйләй торғайны. Быларҙың барыһы ла мине 10 йәшемдә вәғәзләй башларға этәрҙе.
ЙӘШ САҠТАҒЫ ХЕҘМӘТЕМ
Ул ваҡытта журналдарыбыҙ ялған динде, ҡомһоҙ коммерция һәм боҙоҡ сәйәси системаны асыҡтан-асыҡ фаш итә ине. Һөҙөмтәлә 1936 йылда руханиҙар ҡотортоуы арҡаһында Тринидадтың губернаторы Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең бөтә әҙәбиәтен тыйҙы. Беҙ үҙебеҙҙә булған әҙәбиәтте йәшерҙек тә әкренләп уны таратып бөтөрҙөк. Листовкалар менән вәғәзләп, плакаттар марштарында һәм велосипед парадтарында ҡатнаштыҡ. Тунапуна ҡалаһы вәғәзселәре менән беҙ рупорлы машинала Тринидадтың хатта иң йыраҡ ерҙәрендә вәғәзләнек. Был шундай иҫ киткес ваҡыт ине! Рухи ҡарашлы ҡәрҙәштәр менән аралашыу мине 16 йәшемдә һыуға сумдырылырға дәртләндерҙе.
Тунапуна ҡалаһында вәғәзселәр рупорлы машина янында
Рухи мираҫым, шулай уҡ йәшләй хеҙмәттә ҡатнашыу миндә миссионер булыу теләге уятты. Шул теләк менән янып, мин 1944 йылда Аруба утрауына киттем. Беҙ унда Эдмунд Каммингс ҡәрҙәш менән бергә хеҙмәт иттек. 1945 йылда Иҫкә алыу кисәһенә 10 кеше килгәс, беҙ бик ҡыуандыҡ. Киләһе йылда унда беренсе йыйылыш барлыҡҡа килде.
Ҡатыным Орис тормошома сағыу төҫтәр индерҙе
Күп тә үтмәҫтән, мин эштәге хеҙмәттәшемә — Орис Уильямс исемле йәш ҡатынға вәғәзләй башланым. Башта ул, үҙ дини ҡараштарын яҡлап, көслө аргументтар килтерҙе. Ләкин, Изге Яҙманы өйрәнеп, Орис Алла Һүҙендә ысынында нимә әйтелгәнен белде һәм 1947 йылдың 5 ғинуарында һыуға сумдырылды. Ваҡыт уҙыу менән арабыҙҙа мөхәббәт хисе уянды, һәм беҙ өйләнештек. 1950 йылдың ноябрендә Орис пионер булып хеҙмәт итә башланы. Орис тормошома сағыу төҫтәр индерҙе.
НИГЕРИЯЛА ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ
1955 йылда беҙҙе Гилеад мәктәбенең 27-се синыфына уҡырға саҡырҙылар. Унда барыр өсөн беҙ, эштән китеп, йортобоҙҙо һәм башҡа мөлкәтебеҙҙе һаттыҡ та Аруба менән хушлаштыҡ. 1956 йылдың 29 июлендә синыфыбыҙҙың сығарылыш кисәһе булды, һәм беҙ Нигерияға хеҙмәт итергә киттек.
Лагоста (Нигерия) Вефиль ғаиләһе менән. 1957 йыл
Орис былай тип иҫенә төшөрә: «Йәһүәнең рухы миссионер хеҙмәте менән бәйле үҙгәрештәргә яраҡлашырға ярҙам итә ала. Иремдән айырмалы рәүештә, минең бер ҡасан да миссионер булып хеҙмәт итергә теләгем булманы. Үҙ өйөбөҙ булып, балалар тәрбиәләп үҫтерһәк, яҡшы булыр ине, тип уйлай инем. Ләкин һөйөнөслө хәбәрҙе ашығыс рәүештә таратырға кәрәклеген аңлағас, ҡараштарымды үҙгәрттем. Гилеад мәктәбен тамамлауға, мин миссионер булып хеҙмәт итергә ныҡлы ҡарар иттем. Нигерияға барыусы „Куин Мэри“ лайнерына ултырғанда, Норр ҡәрҙәш менән бергә эшләгән Уэрт Торнтон ҡәрҙәш беҙҙе оҙатырға килде. Ул беҙгә хәйерле юл теләне һәм Вефилдә хеҙмәт итәсәгебеҙ хаҡында әйтте. Быны ишеткәс, мин күңелһеҙләнеп киттем. Әммә ҡарашымды бик тиҙ үҙгәрттем һәм Вефилде яраттым. Унда мин төрлө эш башҡарҙым. Айырыуса миңә ҡабул итеү бүлмәһендә эшләү оҡшай ине. Мин кешеләрҙе яратам, ә был эш миңә Нигериялағы ҡәрҙәштәргә туранан-тура ярҙам итергә мөмкинлек бирҙе. Уларҙың күбеһе экскурсияға арып, асығып йә саңға батып килә торғайны. Үҙҙәрен тәртипкә килтерергә һәм көс йыйырға ярҙам итеп, улар хаҡында хәстәрлек күреү миңә оҡшай ине. Быларҙың барыһы Йәһүәгә изге хеҙмәт булды һәм миңә шатлыҡ менән ҡәнәғәтлек килтерҙе». Эйе, һәр йөкләмә беҙгә рухи яҡтан гөрләп сәскә атырға ярҙам итте.
1961 йылда беҙ туғандарыбыҙ менән күрешергә Тринидадҡа барҙыҡ. Был осрашыуға Браун ҡәрҙәш тә килгәйне. Ул Африкалағы хеҙмәтенән бер нисә ҡыҙыҡлы осраҡ менән бүлеште. Мин дә Нигериялағы үҫеш тураһында һөйләнем. Шунда Браун ҡәрҙәш мине йылы итеп ҡосаҡланы ла атайыма: «Джонни, һин Африкала була алманың, ә бына Вудворт унда вәғәзләй», — тине. Быға атайым: «Шундай уҡ рух менән дауам ит, улым!» — тип яуапланы. Бындай тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙең рухландырғыс һүҙҙәре хеҙмәтемде тағы ла яҡшыраҡ башҡарырға этәргес булды.
Уильям Браун һәм уның ҡатыны Антония беҙҙе бик рухландырҙы
1962 йылда мине өҫтәмә белем алыр өсөн Гилеад мәктәбенең 37-се синыфына 10 айлыҡ курсҡа саҡырҙылар. Нигериялағы филиалдың күҙәтеүсеһе Уилфред Гуч ҡәрҙәш мәктәптең 38-се синыфын тамамланы, һәм уны Англияға ебәрҙеләр. Уның урынына филиалдың күҙәтеүсеһе итеп мине билдәләнеләр. Браун ҡәрҙәш кеүек, мин дә ил буйлап йыш сәйәхәт иттем. Шул сәфәрҙәр ваҡытында Нигериялағы ҡәрҙәштәр менән яҡынданыраҡ таныштым һәм уларҙы яраттым. Үҫешкән илдәрҙәге кешеләр менән сағыштырғанда ярлы йәшәһәләр ҙә, улар үҙ тормошо менән ҡәнәғәт һәм бәхетле инеләр. Был мәғәнәле тормош аҡса һәм байлыҡҡа бәйле түгел икәнен асыҡ күрһәтә ине. Уларҙың йәшәү шарттарын иҫәпкә алһаң, йыйылыштарға таҙа һәм бөхтә итеп кейенеп килеүҙәре һоҡландыра ине. Конгрестарға был ҡәрҙәштәр йөк машиналарында һәм болекаджа тип аталған асыҡ автобустарҙа килә торғайны. Йыш ҡына был автобустарҙа ҡыҙыҡлы яҙыуҙар күрергә була ине, мәҫәлән, «Бәләкәй генә тамсыларҙан ҙур океан барлыҡҡа килә».
Ниндәй хаҡ һүҙҙәр! Һәр кешенең дөйөм эшкә индергән өлөшө ҡәҙерле. Был эшкә беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө кереттек. 1974 йылда Нигериялағы вәғәзселәрҙең һаны 100 000-гә етте. Шулай итеп, Нигерия, Ҡушма Штаттарҙан тыш, шундай уңыштарға ирешкән беренсе ил булды. Алла эше гөрләп сәскә атты!
1967 йылдан 1970 йылға тиклем, илдә вәғәзселәр һаны күбәйгән ваҡытта Нигерияла граждандар һуғышы бара ине. Күп айҙар буйы Нигер йылғаһының ҡаршы ярында урынлашҡан Биафра территорияһындағы ҡәрҙәштәрҙең филиал менән бәйләнеше булманы. Беҙ уларҙы рухи аҙыҡһыҙ ҡалдыра алмай инек. Башта иҫкә алынғанса, беҙ бер нисә тапҡыр йылға аша сыҡтыҡ. Һәр осраҡта, күп доға ҡылып, Йәһүәгә таяндыҡ.
Нигер йылғаһы аша сығыуҙар сағыу булып хәтеремә уйылып ҡалған. Беҙҙең осраҡлы пулянан йәки үлемесле сирҙән һәләк булыуыбыҙ ихтимал ине. Башҡа ҡурҡыныстар ҙа булды. Һалдаттарҙың шикле ҡараштары аҫтында федераль ғәскәрҙәр блокпосы аша үтеү — бер хәл, ә Биафра баш күтәреүселәре блокпосы аша үтеү бөтөнләй икенсе хәл ине. Һуңғыһы күпкә ҡурҡынысыраҡ ине. Бер ваҡыт төндә миңә ҡоторонған Нигер йылғаһы буйлап каноэла Асабанан Оничаға барырға тура килде. Унан мин өлкәндәрҙе нығытыр өсөн Энугу ҡалаһына киттем. Икенсе бер осраҡта мин Абалағы өлкәндәрҙе нығытырға барҙым, унда төндә ут тоҡандырыу тыйылғайны. Ә Порт-Харкорт ҡалаһында осрашыуҙы доға менән ҡабалан ғына тамамланыҡ, сөнки федераль ғәскәрҙәр, Биафра баш күтәреүселәренең оборонаһын өҙөп, ҡалаға бәреп инде.
Ҡәрҙәштәр менән был осрашыуҙар бик мөһим ине! Улар аша ҡәрҙәштәр Йәһүәнең наҙлы яратыуын тойҙо, берҙәмлеккә һәм нейтралитетҡа ҡағылышлы кәңәштәр алды. Был ҡот осҡос һуғыш ваҡытында Нигериялағы ҡәрҙәштәр Аллаға тоғро булып ҡала алды. Улар ҡәбилә-ара нәфрәтте яратыу менән еңде һәм үҙ-ара берҙәмлек һаҡланы. Шул һынауҙар ваҡытында был ҡәрҙәштәрҙе нығытыу минең өсөн ҙур хөрмәт булды!
1969 йылда Нью-Йоркта «Янки» стадионында «Ерҙә тыныслыҡ» тигән халыҡ-ара конгресс үтте. Унда Милтон Хеншель ҡәрҙәш рәйеслек итте, ә мин уның ярҙамсыһы булдым һәм унан күп нәмәгә өйрәндем. Был бик ваҡытлы булды, сөнки 1970 йылда Лагоста (Нигерия) «Алла хуплаған кешеләр» тигән халыҡ-ара конгресс үтте. Граждандар һуғышының күптән түгел генә бөтөүен иҫәпкә алһаҡ, ул тик Йәһүә ярҙамы менән генә уңышлы үтте, тиергә була. Унда 121 128 кеше булды, һәм беренсе тапҡыр программа 17 телгә тәржемә ителде. Норр һәм Хеншель ҡәрҙәштәр, шулай уҡ башҡа делегаттар Ҡушма Штаттарҙан һәм Англиянан чартер рейстар менән килде. Улар 3 775 кешенең һыуға сумдырылыуына шаһит булды. Был Илленсе көн байрамынан һуң иң күп кеше һыуға сумдырылған конгрестарҙың береһе ине. Мин был конгресты ойошторорға ярҙам иттем. Моғайын, бер ҡасан да эшем шул тиклем күп булмағандыр. Нигерияла вәғәзселәр һаны тиҙ генә түгел, ә ифрат тиҙ үҫте!
«Алла хуплаған кешеләр» тигән халыҡ-ара конгреста 121 128 кеше булды. Программа 17 телгә, шул иҫәптән игбо теленә тәржемә ителде
Беҙ Нигерияла 30 йылдан ашыу хеҙмәт иттек. Ваҡыт-ваҡыт мин район күҙәтеүсеһе һәм Көнбайыш Африкала зональ күҙәтеүсе булып хеҙмәт иттем. Мин, миссионерҙар менән аралашып, уларҙы рухландырҙым. Улар бының өсөн бик рәхмәтле булды. Уларҙы, һеҙ онотолмаған һәм бик ҡәҙерлеһегеҙ, тип ышандырыу миңә ҙур ҡәнәғәтлек килтерә ине. Был эш менән шөғөлләнеп мин шуны аңланым: ҡәрҙәштәребеҙ, рухи яҡтан сәскә атып, Йәһүәнең ойошмаһын нығытһын һәм берҙәмлек һаҡлаһын өсөн, улар менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынырға кәрәк.
Граждандар һуғышы һәм ауырыуҙар килтергән ауырлыҡтарҙы беҙ Йәһүә ярҙамы менән генә еңеп сыға алдыҡ. Беҙ һәр ваҡыт Йәһүәнең фатихаһын тойҙоҡ. Был хаҡта Орис былай тип һөйләй:
«Икебеҙ ҙә бер нисә тапҡыр малярия менән ауырыныҡ. Бер ваҡыт Вудвортты Лагостағы дауаханаға килтереп еткергәндә, ул иҫен юғалтҡайны. Миңә, уның үлеүе ихтимал, тинеләр, ләкин, бәхеткә ҡаршы, ирем иҫән ҡалды! Иҫенә килеү менән, ул үҙен ҡараған медицина хеҙмәткәренә вәғәзләй башланы. Һуңыраҡ беҙ Вудворт менән, Изге Яҙмаға ҡыҙыҡһыныуын үҫтерер өсөн, уға килеп киттек. Ул һыуға сумдырылды һәм бер аҙҙан Абала өлкән булып китте. Мин дә күп кешеләргә, шул иҫәптән диндар мосолмандарға Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып китергә ярҙам иттем. Ә тағы ла беҙ Нигерия халҡы, уларҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм теле хаҡында күберәк белдек һәм уларҙы бик яраттыҡ».
Беҙ үҙебеҙ өсөн тағы бер һабаҡ алдыҡ: сит илдә хеҙмәт иткәндә рухи яҡтан сәскә атыр өсөн, мәҙәниәт айырмалыҡтарына иғтибар итмәйенсә, ҡәрҙәштәрҙе яратырға өйрәнергә кәрәк.
ЯҢЫ ЙӨКЛӘМӘЛӘР
1987 йылда беҙ яңы йөкләмә алдыҡ. Хәҙер беҙгә Кариб диңгеҙендәге матур Сент-Люсия утрауында миссионер булып хеҙмәт итергә кәрәк ине. Был хеҙмәт беҙгә бик оҡшай ине, ләкин беҙ үҙенсәлекле ауырлыҡтар менән осраштыҡ. Африка илдәрендә ир кешенең бер нисә ҡатынға өйләнеүе киң таралған булһа, был утрауҙа иһә парҙар яҙылышмайынса бергә йәшәй ине. Алла Һүҙе Изге Яҙма өйрәнеүселәрҙең күбеһен үҙ тормошон үҙгәртергә этәрҙе.
Беҙ Орис менән бергә 68 йыл йәшәнек, һәм мин уны ғүмерем буйы бик яраттым
Йылдар үткән һайын, көсөбөҙ кәмей барҙы, шуға 2005 йылда Етәксе кәңәшмә беҙҙе Бруклиндағы (Нью-Йорк) баш идаралыҡҡа күсерҙе. Мин Йәһүәгә көн дә ҡатыным Орис өсөн рәхмәт уҡыйым. 2015 йылда ул үлде, һәм мин һүҙҙәр менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ юғалтыу хисе кисерҙем. Орис миңә бына тигән дуҫ һәм һоҡланғыс, наҙлы ҡатын булды. Беҙ Орис менән бергә 68 йыл ғүмер иттек, һәм мин уны ғүмерем буйы бик яраттым. Беҙ ғаиләлә лә, йыйылышта ла бәхетле булыуҙың серен аңланыҡ: баш булыу принцибын хөрмәт итеү, бер-береңде ихлас кисереү, баҫалҡы булып ҡалыу һәм рух емеше сифаттарын сағылдырыу зарур.
Өмөт өҙөлгән йә бойоҡҡан саҡтарҙа беҙ Йәһүәнән, бындай хистәр хеҙмәтебеҙгә тәьҫир итмәһен, тип һорай торғайныҡ. Беҙ һәр ваҡыт үҙ өҫтөбөҙҙә эшләп, шәхесебеҙҙе яҡшыртырға тырыштыҡ һәм ойошмабыҙҙағы үҙгәрештәрҙең файҙа килтергәнен күрҙек. Ә иң яҡшыһы алда әле! (Ишағ. 60:17; 2 Кор. 13:11).
Йәһүә ата-әсәйемдең һәм башҡа ҡәрҙәштәрҙең Тринидад һәм Тобаголағы хеҙмәтен фатихаланы, һәм хәҙер, һуңғы хисап буйынса, унда 9 892 вәғәзсе хеҙмәт итә. Мин Арубала хеҙмәт иткән беренсе йыйылыштың үҫеүенә күп ҡәрҙәштәр тос өлөш индерҙе, һәм хәҙер ул утрауҙа бик шәп 14 йыйылыш бар. Ә Нигерияла вәғәзселәрҙең һаны 381 398-гә тиклем барып етте. Был иҫ китерлек һан! Сент-Люсия утрауында иһә Алла Батшалығы хаҡындағы хәбәрҙе 783 кеше вәғәзләй.
Хәҙер мин 90-дан уҙҙым. Зәбур 92:14-тә, образлы итеп әйткәндә, Йәһүә йортона ултыртылған кешеләр тураһында былай тиелә: «Хатта ҡартлыҡ көндәрендә лә улар емеш биреп торор, элеккесә дарманлы һәм ныҡ булыр». Йәһүәгә хеҙмәт итеп үткәргән тормошом өсөн мин уға шул тиклем рәхмәтлемен. Бай рухи мираҫым мине бөтә ғүмеремде Аллаға хеҙмәт итеүгә бағышларға дәртләндерҙе. Тоғро яратыу күрһәтеп, Йәһүә миңә үҙенең ишек алдарында гөрләп сәскә атырға мөмкинлек бирҙе (Зәб. 92:13).