«Имандарын өлгө итеп алығыҙ»
1. 19 октябрь аҙнаһынан башлап Изге Яҙмаларҙы йыйылыш менән өйрәнеүҙә ниндәй баҫманы ҡарап сыға башларбыҙ?
1 2015 йылдың 19 октябрь аҙнаһынан башлап беҙ Изге Яҙмаларҙы йыйылыш менән өйрәнеүҙә «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән китапты ҡарап сыға башларбыҙ. Был баҫмала Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған 14 тоғро кешенең миҫалы ҡарала. Уны уҡып, беҙ уларҙы күҙ алдына килтерә алырбыҙ: улар ҙа Йәһәвәгә хеҙмәт иткәндә ауырлыҡтар менән осрашҡан. Китапта шулай уҡ беҙҙең өсөн файҙалы һабаҡтар бар (Евр. 6:12).
2. «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән китаптың ҡайһы бер үҙенсәлектәрен әйтеп бир.
2 Үҙенсәлектәр. Китапта теге йә был кеше ҡасан һәм ҡайҙа йәшәгәнен билдәләргә ярҙам иткән ваҡыт шкалаһы һәм карталар бар. Бынан тыш, һәр бүлектә «Уйланыр өсөн һорауҙар» тигән рамка бар, ундағы һорауҙар уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланырға һәм белгәндәребеҙҙе ҡулланырға ярҙам итер. Китап шулай уҡ уйланып яһалған һәм төрлө ентеклектәрҙе һүрәтләгән төҫлө рәсемдәр менән байытылған. Был рәсемдәр беҙгә тасуирланған ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә ярҙам итер.
3. Был баҫманы өйрәнеүҙән файҙа алыр өсөн нимә эшләп була?
3 Китапты өйрәнеү өсөн кәңәштәр. Китаптың инеш һүҙендә Етәксе советтың хаты килтерелгән. Унда бындай дәртләндергес һүҙҙәр бар: «Тасуирланған ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ, күңелегеҙ аша үткәрегеҙ. Изге Яҙмаларҙағы персонаждар тойғанды — тойорға, улар күргәнде күрергә тырышығыҙ. Улар урынында мин нисек эш итер инем, тип уйланығыҙ». Әлбиттә, ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереү ниндәйҙер шәхси фараздар ҡороу тигәнде түгел, ә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнде күҙаллау һәм тасуирланған кешеләрҙең хистәрен тойомлау тигәнде аңлата. Бының өсөн уйланыуға ваҡыт бүлергә кәрәк (Них. 8:8). Әгәр аҙнаға тәғәйенләнгән материал бүлектең уртаһынан башланһа, өйрәнеүҙе үткәреүсе бер минут йәки әҙерәк ваҡыт эсендә үткән аҙнала ҡаралған материалды ҡабатлап сығыр. Әгәр ҙә өйрәнеү ваҡытында «Уйланыр өсөн һорауҙар» тигән рамка ҡаралмаһа, аҙаҡта мөһим фекерҙәрҙе ҡабатлар өсөн бер-ике һорау биреп була.
4. Ни өсөн «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән китапты өйрәнеү файҙалы буласаҡ?
4 Беҙ йәшәгән донъя көн һайын төрлөсә иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға йәки зәғифләндерергә тырыша. Был китап, шулай уҡ ул нигеҙләнгән «Күҙәтеү манараһы»ндағы (тат.) «Имандарын үрнәк итеп тотоғоҙ» тигән рубрика — Йәһәвәнең иманыбыҙҙы нығытырға ярҙам итер өсөн биргән бүләге (Яҡ. 1:17). Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмаларҙы йыйылыш менән өйрәнеүгә даими килеп һәм унда әүҙем ҡатнашып ошо бүләктән тулы файҙа алайыҡ!