Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Эш урындарында вәғәзләйбеҙ
Ни өсөн был мөһим? Бөгөн кешеләр эштә күп ваҡыт үткәрә. Шуның өсөн уларға Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе еткерер өсөн иң яҡшы юл — эшләгән урындарына килеп вәғәзләү. Эш урындарында вәғәзләү күп шатлыҡ һәм яҡшы емештәр килтерә, сөнки кешеләр һәр саҡ «өйҙә» һәм, беҙҙе потенциаль клиент тип һанағанға, ғәҙәттә, үҙҙәрен әҙәпле тота. Уңышҡа өлгәшер өсөн, вәғәзселәргә төптән уйлап эш итеү зарур, кейемдәре һәм тышҡы ҡиәфәттәре өлгөлө, бөхтә булырға тейеш (2 Кор. 6:3). Шуға күрә хеҙмәт күҙәтсеһе эш урындары ни тиклем йыш эшкәртелеүен һәм был хеҙмәттә кем ҡатнашыуын күҙәтергә тейеш.
Ошо айҙа былай эшләп ҡара:
Һине эш урындарында вәғәзләргә саҡырған саҡта әҙер булыр өсөн, киләһе Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә ҡыҫҡа инеш һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат әйтеп ҡара.