44-се йыр
Уңыш урыу шатлыҡ килтерә
1. Фәрештәләр уңыш йыялар,
Беҙгә лә бирелгән хеҙмәт.
Уңышты йыйыу ваҡытында
Йәшәйбеҙ — был беҙгә хөрмәт.
Ғайса етәкселеген бирә,
Ул күрһәтә беҙгә үрнәк.
Бөгөн уңыш йыйыуҙа ҡатнашыу —
Был ысын хөрмәт, ҙур бүләк.
2. Яҡыныңды яратыу беҙҙе
Тиҙ атларға дәртләндерә.
Уңыш йыйыу, вәғәз — ашығыс,
Сөнки тиҙҙән ахыр килә.
Беҙ Алланың хеҙмәттәштәре,
Йөҙөбөҙҙә балҡый шатлыҡ.
Батшалыҡ фатихалар килтерә,
Тырыш булайыҡ хеҙмәттә.
(Мат. 24:13; 1 Көр. 3:9; 2 Тим. 4:2-не лә ҡара.)