6-сы йыр
Алла хеҙмәтсеһенең доғаһы
(Эфестарға 6:18)
1. Күктәге Ата — Йәһәвә Алла,
Бөйөк исемең мәңге данлана.
Шәфҡәтең оҙаҡҡа һуҙыла,
Ул ышаныслы — таянып була.
Һәр ваҡыт ышаныслы,
Уға таянып була.
2. Хәҡиҡәткә яратыу нығыһын.
Һинең ихтыярыңды беҙ үтәрбеҙ.
Үтәрбеҙ бар эштәреңде,
Һинең һарыҡтарыңды эҙләрбеҙ.
Юғалған һарыҡтарын
Эҙләп туҡландырырбыҙ.
3. Юғарынан зирәклек эҙләйбеҙ.
Һин йөрәккә мөхәббәт һалсы беҙгә
Кешеләр һине белһен өсөн,
Шәфҡәтле булып, зинһар, йәшәргә,
Яратыусан булырға,
Алла, ярҙам ит беҙгә!
(Мәҙ. 142:10; Яхъя 21:15—17; Яҡ. 1:5-те лә ҡара.)