39-сы йыр
Татыу, тыныс йәшәйбеҙ
1. Берҙәмлек Аллаһына,
Дан Йәһәвәгә.
Һуғышты юҡ итәсәк,
Татыулыҡ булыр.
Ғайса — наҙлы, шәфҡәтле,
Хаҡ, ғәҙел Батша.
Һәм ул һуғышта еңгәс,
Тыныслыҡ килер.
2. Яуыз, асыулы һүҙҙәр
Һис ишетелмәҫ.
Яһарбыҙ эш ҡоралы
Һөңгө, ҡылыстан.
Тыныслыҡ булһын тиһәк,
Кисереү кәрәк.
Беҙ — Ғайса һарыҡтары,
Тыныс йәшәйек.
3. Тәҡүәлек емештәрен
Килтерербеҙ беҙ.
Эскерһеҙ доға ҡылып,
Аҡыл алабыҙ.
Тыныслыҡ килтергәнсе
Батшалыҡ ергә,
Беҙ тыныслыҡты һаҡлап,
Үрнәк булабыҙ.
(Мәҙ. 45:10; Ишағ. 2:4; Яҡ. 3:17, 18-ҙе лә ҡара.)