Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb16 сентябрь 3 б.
  • «Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөү»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөү»
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
mwb16 сентябрь 3 б.

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘБУР 119

«Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөү»

Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөү Алланың күрһәтмәләренә теләп буйһоноуҙы аңлата. Изге Яҙмала, мәҙхиә йырлаусы һымаҡ, Йәһүәнең ҡанундары буйынса йәшәгән һәм уға таянған кешеләрҙең ыңғай миҫалдары бик күп.

Мәҙхиә йырлаусы таяҡҡа таянып атлап бара

Ысын бәхет Алланың ҡануны буйынса йөрөүебеҙҙән тора

119:1—8

Ешуа бер яҙыу төргәген уҡый

Ешуа Алланың күрһәтмәләренә тулыһынса ышанғанын күрһәткән. Бәхетле һәм уңышлы булыр өсөн, ул Йәһүәгә бөтә йөрәктән таянырға кәрәк икәнен аңлаған

Алла Һүҙе тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңер өсөн кәрәкле көс бирә

119:33—40

Иремия доға ҡыла

Иремия пәйғәмбәр ауыр шарттарҙа ҡыйыу булған һәм Йәһүәгә тулыһынса таянған. Ул, ябай тормош алып барып, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән

Алла Һүҙенә нигеҙләнгән теүәл белемдәр беҙгә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә ярҙам итә

119:41—48

Павел идарасы Феликсҡа вәғәзләй

Илсе Павел Алланың хәбәрен ҡурҡмайынса бөтә кешеләргә һөйләгән. Идарасы Феликсҡа вәғәзләгәндә, Павел Йәһүәнең ярҙамына тулыһынса ышанған

Мәҙхиә йырлаусы таяҡҡа таянып атлап бара

Ниндәй осраҡтарҙа мин ҡыйыуыраҡ вәғәзләй алыр инем?

  • Мәктәптә

  • Эштә

  • Ғаиләлә

  • Башҡа осраҡтарҙа

119-сы мәҙхиә «акростих» стилендә, йәғни алфавит тәртибе хас булған стилдә яҙылған. Бының ярҙамында шиғырҙарҙы иҫтә ҡалдырыу еңелерәк булған. Был мәҙхиә 22 строфанан тора. Һәр бер строфа иһә 8 шиғырҙан тора. Строфалағы һәр бер шиғыр еврей алфавитының бер үк хәрефе менән башлана. Еврей алфавиты 22 хәрефтән торғанға, мәҙхиәлә 176 шиғыр. Шуға күрә 119-сы мәҙхиә — Изге Яҙмалағы иң оҙон мәҙхиә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу