-
Алла беҙҙе яратамы?Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
-
-
1-СЕ БҮЛЕК
Алла беҙҙе яратамы?
БӨГӨНГӨ донъя проблемалар менән тулы. Һуғыштар, афәттәр, ярлылыҡ, коррупция һәм башҡа бәләләр арҡаһында миллионлаған кеше ғазап кисерә. Һеҙ үҙегеҙ ҙә көн дә ауырлыҡтар менән осрашып тораһығыҙҙыр. Беҙгә кем ярҙам итә ала? Беҙҙең турала берәйһе ҡайғыртамы?
Алланың беҙгә ҡарата яратыуы әсә кешенең үҙ балаһына ҡарата яратыуынан күпкә көслөрәк
Алла беҙҙең хаҡта ысынлап та ҡайғырта икәненә бер шик тә юҡ. Үҙенең Һүҙендә ул: «Ҡатын имсәк балаһын онота аламы, үҙ ҡарынының улын ҡыҙғанмаҫмы? Хатта ул оноторға мөмкин, әммә мин һине онотмаясаҡмын», — тип әйтәa.
Әллә быны белеү йыуатмаймы? Ҡатындың үҙ балаһына ҡарата яратыуы — кешелә булған иң көслө хистәрҙең береһе. Ә Алланың яратыуы был яратыуҙан күпкә көслөрәк. Ул беҙҙе бер ҡасан да ташламаясаҡ! Унан да бигерәк, Алла беҙгә ғәжәйеп рәүештә ярҙам ҡулы һуҙған инде. Нисек итеп? Ул беҙгә бәхетле тормош асҡысын биргән. Был асҡыс — ысын иман.
Ысын иман һеҙҙе бәхетле итәсәк. Бындай иман һеҙгә күп проблемаларҙан ҡасырға һәм ҡотолғоһоҙ ауырлыҡтарҙы уңышлы еңеп сығырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ һеҙ Аллаға яҡынлашырһығыҙ һәм күңел тыныслығы табырһығыҙ. Ысын иман иҫ киткес киләсәккә, Ожмахтағы мәңгелек тормошҡа, алып бара!
Әммә нимә ул ысын иман? Нисек уны үҫтереп була?
-
-
Нимә ул ысын иман?Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
-
-
2-СЕ БҮЛЕК
Нимә ул ысын иман?
Иман аҡса кеүек, ысын булһа ғына, ҡәҙерле була
ЫСЫН иман Алланың барлығына ышаныу ғына түгел, ул күберәкте үҙ эсенә ала. Миллионлаған кеше Аллаға ышана, әммә аңлы рәүештә яуыз эштәр ҡыла. Ундай «иман» ялған аҡсаға оҡшаш. Ул ысын булып күренһә лә, бер ниндәй файҙа килтермәй. Улайһа, нимә ул ысын иман?
Ысын иман Изге Яҙмаларҙан алынған теүәл белемдәргә нигеҙләнгән. Изге Яҙмаларҙа Алла тураһында дөрөҫлөк яҙылған, һәм бының ярҙамында беҙ Алланы яҡшыраҡ белә алабыҙ. Унда Алланың ҡанундары, ниәттәре һәм тәғлимәттәре тураһында әйтелгән. Был тәғлимәттәрҙең ҡайһы берҙәре:
Алла — берҙән-бер, уға тиң бер кем дә юҡ;
Ғайса Сикһеҙ ҡеүәтле Алла түгел, ул — Алланың пәйғәмбәре;
Алла ботҡа табыныуҙың бөтә төрҙәрен хөкөм итә;
кешеләрҙе ҡиәмәт көнө көтә;
һанап бөтөргөһөҙ күп үлгән кешеләр Ожмахта йәшәр өсөн терелтеләсәк.
Ысын иман яҡшы эштәргә дәртләндерә. Бындай эштәр Алланы данлай, шулай уҡ үҙебеҙгә һәм башҡаларға файҙа килтерә. Был яҡшы эштәрҙең ҡайһы берҙәре:
Аллаға ғибәҙәт ҡылыу;
Алла хуплаған сифаттарҙы, айырыуса мөхәббәтте, үҫтереү;
насар уйҙарҙы һәм теләктәрҙе кире ҡағыу;
ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, иманыбыҙҙы һаҡлау;
башҡаларға Алла тураһында белем биреү.
Ысын имандың емештәре — яҡшы эштәр
Нисек ысын иманды үҫтереп була?
Иман мускул һымаҡ, күнегеүҙәр ярҙамында нығый
Алланан ярҙам һорағыҙ. Муса пәйғәмбәр: «Зинһар, миңә үҙ юлдарыңды белдерсе, минең һине белгем һәм артабан да күҙ алдыңда илтифат ҡаҙанғым килә», — тип доға ҡылғанa. Алла уны ишеткән һәм доғаһына яуап биргән. Мусаның иманы иҫ киткес үрнәк булып тора. Алла шулай уҡ һеҙгә лә ысын иман үҫтерергә ярҙам итәсәк.
Изге Яҙмаларҙы өйрәнер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ. Алла иңдергән яҙмалар, шул иҫәптән Тәүрат, Зәбур һәм Инжил, Изге Яҙмаларҙы, йәғни Библияны, тәшкил итә. Ул иң күп телдәргә тәржемә ителгән һәм донъяла иң киң таралған китап. Һеҙҙә Тәүрат, Зәбур һәм Инжил китаптары бармы?
Изге Яҙмаларҙағы кәңәштәрҙе көндәлек тормошоғоҙҙа ҡулланығыҙ. Иман мускул һымаҡ, күнегеүҙәр ярҙамында нығый. Һеҙ ҙә, Алланың кәңәштәрен ҡулланһағыҙ, иманығыҙҙы үҫтерерһегеҙ. Был кәңәштәр һеҙгә файҙа килтергәнен үҙегеҙ күрерһегеҙ. Ысынлап та, Изге Яҙмаларҙағы ғәмәли кәңәштәр күп кешеләрҙең тормоштарын яҡшыртҡан. Был брошюраны уҡып, һеҙ быға ҡайһы бер миҫалдар күрерһегеҙ.
-