24-се йыр
Бүләкте иҫтә тот!
(2 Көринтлеләргә 4:18)
1. Һуҡырҙың күҙе асылыр,
Һаңғырау ишетә башлар.
Сүлдәр сәскә менән тулыр,
Ҡоро ерҙә шишмә ағыр.
Аҡһаҡтар һикерә башлар,
Туғандарҙы юғалтмаҫтар.
Көт — был көн тиҙҙән киләсәк,
Бүләкте иҫтә тот ҡына.
2. Ҡарт яңынан йәш буласаҡ,
Һәм телһеҙҙәр һөйләшәсәк.
Уңышты ер мул бирәсәк,
Бәхет мәңгегә буласаҡ.
Бала йырлар бар ерҙәрҙә,
Шатлыҡ, тыныслыҡ бар ерҙә.
Терелгән сығыр ҡаршыңа,
Бүләкте иҫтә тот ҡына.
3. Бүре менән һарыҡ ашай,
Быҙау, айыу тыныс йәшәй.
Сабый уларҙы етәкләй,
Татыу бар кешеләр йәшәй.
Күҙ йәше үткәндә ҡалды,
Ҡурҡыу, ауыртыу юҡ булды.
Күрерһең Алла эштәрен,
Бүләкте иҫтә тот ҡына.
(Ишағ. 11:6—9; 35:5—7; Яхъя 11:24-те лә ҡара.)