АЛЛА ҺҮҘӘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ИШАҒЫЯ 58—62
«Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы хаҡында» иғлан итегеҙ
«Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы» тура мәғәнәләге йыл түгел
61:1, 2
Был — Йәһүә баҫалҡы кешеләргә азатлыҡ тураһындағы хәбәрҙе ҡабул итергә мөмкинлек биргән билдәле бер осор
Беренсе быуатта «Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы» Ғайса 29 йылда ерҙәге хеҙмәтенә керешкәндә башланған һәм Йәһүәнең «үс алыу көнө» еткәнгә хәтлем, йәғни 70 йылда Иерусалим емерелгәнгә тиклем дауам иткән
Беҙҙең көндәрҙә «Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы» Ғайсаның 1914 йылда батша тәхетенә ултырыуы менән башланған һәм «ҙур афәт» килеү менән тамамланасаҡ
Йәһүә үҙ халҡына «тәҡүәлек ағастары» бирә
61:3, 4
Был шиғырҙа ҡулланылған «ағас» тигән еврей һүҙе «ҙур һәм көслө ағас» тигәнде аңлата
Донъялағы иң бейек ағастар, ғәҙәттә, урманда үҫә, сөнки унда улар бер-береһе өсөн «нығытма» булып тора
Ағастарҙың көслө тамырҙары бер-береһенә уралып үҫә, бының ярҙамында ағастар ныҡ булып ҡала һәм көслө дауылдарға бирешмәй
Бейек ағастар йәш үҫентеләр өсөн күләгә булып тора, ә шул ағастарҙан төшкән япраҡтар тупраҡты уңдырышлы итә
Бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙҙең һәр ағзаһы «тәҡүәлек ағастарында» — майланғандарҙың ерҙә ҡалған өлөшөндә нығытыу һәм яҡлау таба