Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lr 24 бүлек 127—131 бб.
  • Бер ҡасан да ҡараҡ булып китмә!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бер ҡасан да ҡараҡ булып китмә!
  • Бөйөк Остаздан өйрән
Бөйөк Остаздан өйрән
lr 24 бүлек 127—131 бб.

24-СЕ БҮЛЕК

Бер ҡасан да ҡараҡ булып китмә!

ҺИНЕҢ берәй нәмәңде урлағандары бармы? ~ Һин шул саҡта үҙеңде нисек хис иттең? ~ Урлаған кеше — ҡараҡ, ә ҡараҡтарҙы бер кем дә яратмай. Кеше нисек ҡараҡ булып китә? Ул шулай булып тыуамы? ~

Беҙ һинең менән инде белдек, кешеләр гонаһлы булып тыуа. Эйе, беҙ камил түгел. Ләкин бер кеше лә ҡараҡ булып тыумай. Ҡараҡ хатта яҡшы ғаиләнән дә булырға мөмкин. Уның ата-әсәһе, ағай-ҡустылары һәм апай-һеңлеләре намыҫлы булырға мөмкин. Әммә ҡайһы бер кешеләр күп аҡсаға эйә булырға һәм шул аҡсаға күп әйбер һатып алырға теләй. Үҙенең шундай теләге арҡаһында кеше ҡараҡ булып китергә мөмкин.

Беренсе ҡараҡ кем булған, беләһеңме? ~ Әйҙә, уйлайыҡ. Бөйөк Остаз күктә йәшәгән саҡта ул ҡараҡты белгән. Ул ҡараҡ фәрештә булған. Әгәр ҙә Алла бөтә фәрешәтләрҙе лә камил итеп барлыҡҡа килтергән икән, был фәрештә нисек ҡараҡ булып киткән һуң? ~ Был китаптың 8-се бүлегенән белгәнебеҙсә, ул үҙенеке булмағанды алырға теләгән. Уның нимә алырға теләгәнен хәтерләйһеңме? ~

Алла беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергәндән һуң, бер фәрештә уларҙың үҙенә ғибәҙәт ҡылыуын теләй башлаған. Әммә уның быға хаҡы булмаған, сөнки кешеләр Аллаға ғына ғибәҙәт ҡылырға тейеш булған. Шул фәрештә был ғибәҙәт ҡылыуҙы урлаған, тип әйтеп була. Әҙәм менән Һауаны үҙенә ғибәҙәт ҡылырға этәреп, ул ҡараҡҡа әйләнгән. Ул Шайтан Иблис булып киткән.

Кешене ҡараҡ булырға нимә этәрә? ~ Икенсе кешенең әйберен үҙенә алырға теләү. Был теләк шул тиклем көслө булып китергә мөмкин, хатта яҡшы кешеләрҙе лә насар нәмәләр эшләргә этәрә ала. Ҡайһы саҡта ҡараҡ булып киткән кешеләр, бүтән бер ҡасан да яҡшы юлға баҫмай. Мәҫәлән, Ғайсаның бер илсеһе шундай кеше булған. Уның исеме — Йәһүҙә Искариот.

Йәһүҙә урларға ярамай икәнен аңлаған, сөнки ул бала саҡтан уҡ Алланың ҡанунын белгән. Ул Алланың хатта боронғо заманда үҙ халҡына күктән: «Урлама», — тип әйткәнен белгән (Сығыш 20:15). Үҫеп еткәс, Йәһүҙә Бөйөк Остазды осратҡан һәм уның шәкерте булып киткән. Ваҡыт үткәс, Ғайса уны 12 илсеһенең береһе итеп һайлаған.

Ғайса илселәре менән бергә сәйәхәт иткән. Улар бергә ашаған. Ә үҙҙәренең уртаҡ аҡсаһын улар бер йәшниктә һаҡлаған. Ғайса шул йәшник өсөн Йәһүҙәне яуаплы иткән. Әлбиттә, ундағы аҡса Йәһүҙәнеке булмаған. Ләкин ваҡыт үтеү менән Йәһүҙә нимә эшләй башлаған, беләһеңме? ~

Йәһүҙә Ғайса һаҡларға ҡушҡан йәшниктән аҡса урлай

Ни өсөн Йәһүҙә урлашҡан?

Ул шул йәшниктән үҙенә аҡса ала башлаған. Быны ул башҡалар күрмәгәндә эшләгән. Ул хатта күберәк аҡса алыр өсөн мөмкинлектәр эҙләгән. Уның уйы тик аҡсала ғына булған. Был насар теләк нимәгә килтергән? Әйҙә, Ғайсаның үлеменә тиклем бер нисә көн алдараҡ булған ваҡиғаларға иғтибар итәйек.

Бер ваҡыт Лазарҙың бер туғаны Мәрйәм, бик ҡиммәтле май килтереп, уны Ғайсаның аяҡтарына һөртә башлай. Әммә Йәһүҙәгә был оҡшамай. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Ул, майҙы һатып, аҡсаны ярлы кешеләргә таратырға кәрәк, ти. Әммә ысынында уның башҡа теләге: шул аҡсаны йәшниккә һалһалар, ул уны урлай аласаҡ (Яхъя 12:1—6).

Ғайса уға Мәрйәмде борсомаҫҡа ҡуша, сөнки ул игелек эшләгән. Йәһүҙәгә Ғайсаның һүҙҙәре бер ҙә оҡшамай, шуға күрә ул Ғайсаның дошмандарына — баш руханиҙарға бара. Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләй, әммә быны төнөн, кеше күрмәгәндә, эшләргә йыйына.

Йәһүҙә баш руханиҙарға: «Миңә аҡса бирһәгеҙ, һеҙгә Ғайсаны нисек ҡулға алып булғанын әйтермен. Һеҙ миңә күпме аҡса бирерһегеҙ?» — ти.

«Беҙ һиңә утыҙ көмөш тәңкә бирербеҙ», — тип яуап бирә баш руханиҙар (Матфей 26:14—16).

Йәһүҙә аҡсаны ала. Ул Бөйөк Остазды шул кешеләргә һата, тип әйтеп була! Был эштең ни тиклем насар булғанын күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы? ~ Эйе, кеше ҡараҡҡа әйләнеп, аҡса урлай башлаһа, шундай хәл булырға мөмкин. Ундай кеше аҡсаны кешеләргә ҡарағанда һәм хатта Аллаға ҡарағанда ла күберәк ярата.

Бәлки, һин: «Мин һәр ваҡыт барыһынан да бигерәк Йәһүә Алланы яратырмын!» — тип әйтерһең. Был бик һәйбәт. Ғайса Йәһүҙәне илсе итеп һайлағанда, ул да, күрәһең, шулай уйлаған. Ҡараҡ булып киткән башҡа кешеләр ҙә, бәлки, шулай уйлағандыр. Әйҙә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре тураһында беләйек.

Ахан кейем һәм ҡойолған алтын киҫәге тотоп тора; Дауыт Битсәбиәгә ҡарай

Ахандың һәм Дауыттың ниндәй насар уйҙары булған?

Күп йылдар элек, Бөйөк Остаз ерҙә кеше булып тыуғанға тиклем, Алланың Ахан исемле хеҙмәтсеһе йәшәгән. Бер ваҡыт Ахан матур кейем, ҡойолған алтын киҫәге һәм көмөш тәңкәләр күреп ҡалған. Әммә был әйберҙәр уныҡы булмаған. Изге Яҙмала был әйберҙәр Йәһүәнеке булған тип әйтелә, сөнки уларҙы Алла халҡының дошмандарынан тартып алғандар. Әммә Ахандың уларҙы бик ныҡ алғыһы килгән һәм ул уларҙы урлаған (Ешуа 6:19; 7:11, 20—22).

Бына икенсе миҫал. Боронғо заманда Алла Дауытты Израиль халҡы өҫтөнән батша итеп ҡуйған. Бер көндө Дауыт Битсәбиә исемле матур бер ҡатынды күреп ҡалған. Ул Битсәбиәнән күҙен алмай ҡарап торған һәм нисек уны үҙенә ҡатын итеп алыу тураһында уйлай башлаған. Әммә Битсәбиә Урияның ҡатыны булған. Дауыт нимә эшләргә тейеш булған? ~

Дауыт Битсәбиә тураһында уйлауҙан туҡтарға тейеш булған. Әммә ул туҡтамаған. Ул уны үҙенең өйөнә саҡыртҡан. Һуңынан ул Урияны үлтерергә ҡушҡан. Әммә ни өсөн Дауыт шундай насар эштәр ҡылған һуң? ~ Сөнки ул башҡа кешенең ҡатынына ҡыҙығып оҙаҡ итеп ҡарап торған (2 Самуил 11:2—27).

Әбессәләм ҡулын икенсе кешенең яуырына һала

Ни өсөн Әбессәләм урлашҡан тип әйтеп була?

Дауыт һуңынан ғәфү үтенеп тәүбә иткәнгә күрә, Йәһүә уны һәләк итмәгән, әммә Дауыттың тормошонда күп ауырлыҡтар тыуған. Уның улы Әбессәләм атаһы урынына батша булырға теләгән. Ул Дауытҡа үтенес менән килгән кешеләрҙе ҡаршы алған, уларҙы ҡосаҡлап үпкән. Изге Яҙмала: «Әбессәләм израилдәрҙең йөрәктәрен яулап ала барҙы», — тип әйтелә. Шулай итеп ул, был кешеләрҙе үҙ яғына ауҙарып, Дауыт урынына батша булырға йыйынған (2 Самуил 15:1—12).

Ахан, Дауыт һәм Әбессәләм кеүек һинең дә берәй нәмәне бик ныҡ алғың килгәне бармы? ~ Әммә был әйбер һинеке булмаһа, уны рөхсәтһеҙ алыу урлау тип атала. Беренсе ҡараҡтың — Шайтандың үҙенә нимә алырға теләгәнен, хәтерләйһеңме? ~ Ул кешеләрҙең Аллаға түгел, ә үҙенә ғибәҙәт ҡылыуын теләгән. Шуға күрә, Әҙәм менән Һауаны Алланы тыңламаҫҡа этәргәндә, Шайтан урлашҡан тип әйтеп була.

Кешенең берәй әйбере булһа, шул әйберҙе кемгә бирергә икәнен ул үҙе генә хәл итә. Әйтәйек, һин дуҫыңа уйнарға килгәнһең, ти. Уның өйөнән берәй әйберҙе алып ҡайтыу дөрөҫ булыр инеме? ~ Юҡ, әгәр ҙә уның ата-әсәһе һиңә рөхсәт итмәһә, әйберҙе алып ҡайтыу дөрөҫ булмаҫ ине. Һорамайынса кешенең әйберен алыу урлау тип атала.

Ни өсөн берәй әйберҙе алырға теләк тыуырға мөмкин? ~ Һиңә кешенең берәй әйбере бик оҡшарға мөмкин. Шул саҡта яныңда бер кем дә булмаһа ла, барыһын да кем күреп тора? ~ Йәһүә Алла. Ул урлашыуҙы яратмай, быны бер ҡасан да онотмайыҡ. Эйе, Аллаға һәм яҡындарыбыҙға яратыу һине ҡараҡ булып китеүҙән һаҡлар.

Изге Яҙмала урлашырға ярамай икәне күрһәтелә. Әйҙә, Марк 10:17—19; Римдарға 13:9 һәм Ефестарға 4:28-ҙе уҡыйыҡ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу