33-сө йыр
Уларҙан ҡурҡмағыҙ!
1. Яңғыраһын Яҡшы хәбәр,
Әйҙә, халҡым, һин алға.
Хәҡиҡәт һөйөүселәр,
Бирешмәгеҙ дошманға.
Инде Ғайса Мәсих ергә
Ырғытҡан дошмандарын.
Шайтанды бәйләп ҡуйып Ул,
Ҡотҡарыр ҡорбандарын.
(ҠУШЫМТА)
Уларҙан ҡурҡып тормағыҙ,
Тыңлаусанды яҡлармын.
Хеҙмәтсемде Мин һаҡлармын
Күҙемдең ҡараһылай.
2. Аҙаштырырға тырышып,
Алдап йылмайһалар ҙа,
Ышанмағыҙ, түҙегеҙ,
Ҡурҡмағыҙ уларҙан һеҙ.
Мин тулыһынса еңгәнсе,
Тоғроларҙы яҡлармын.
Онотоп ҡалдырмаҫ Алла,
Ҡурҡмағыҙ бер ҡасан да.
(ҠУШЫМТА)
Уларҙан ҡурҡып тормағыҙ,
Тыңлаусанды яҡлармын.
Хеҙмәтсемде Мин һаҡлармын
Күҙемдең ҡараһылай.
3. Әгәр вафат булһағыҙ ҙа,
Үлемде еңә алам.
Һеҙҙең таянысығыҙ,
Көсөгөҙ булып ҡалам.
Тән үлтереп, йәнгә зыян
Килтерә алмаусынан,
Борсолмағыҙ, тоғроларҙы
Һаҡлайым Мин дошмандан!
(ҠУШЫМТА)
Уларҙан ҡурҡып тормағыҙ,
Тыңлаусанды яҡлармын.
Хеҙмәтсемде Мин һаҡлармын
Күҙемдең ҡараһылай.
(Ҡан. 32:10; Них. 4:14; Мәҙ. 58:2; 82:3, 4-те лә ҡара.)